Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Декабрь 2019, 12:09

Башҡортостанда хәмерҙән ағыуланып үлеү осраҡтары 70% кәмегән. Ә илдә, киреһенсә, артҡан

Быйыл туғыҙ айҙа Рәсәйҙә 5 меңдән ашыу кеше алкоголдән ағыуланып үлгән, был уҙған йылға ҡарағанда 12% күберәк. Башҡортостанда, киреһенсә, байтаҡҡа аҙыраҡ. Радий Хәбиров быны ҙур еңеү тип атаны.

latterdaysaintmag.com
latterdaysaintmag.com
Быйыл туғыҙ айҙа Рәсәйҙә 5 меңдән ашыу кеше алкоголдән ағыуланып үлгән, был уҙған йылға ҡарағанда 12% күберәк. Башҡортостанда, киреһенсә, байтаҡҡа аҙыраҡ.


Радий Хәбиров быны ҙур еңеү тип атаны.


«Был барыбыҙ өсөн дә ҙур еңеү һәм уйланыр өсөн сәбәп! Тәүҙә миңә был саралар популяр булмаҫ кеүек тойолғайны, ләкин халыҡтың 70% тиерлек эскелеккә ҡаршы көрәште хуплай икән. Һәммәбеҙ ҙә был яуызлыҡтың беҙҙең сафты ҡырыуын аңлайбыҙ, һәм был "хәрби" юғалтыуҙар түгел, ә ахмаҡлыҡ менән. Хәмерҙән үлеү осраҡтарының күбеһе ял көндәренә тура килә. Кемдәр эсә, улар ҙа бындай тормоштан ялҡҡан, ә кемдәр эсмәй, тирә-йүндәгеләрҙең эсеүенән - ғауғаһынан, шау-шыуынан ялҡҡан... Хәмер ғаиләләрҙе тарҡата, шуға күрә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ йәшел йыланға ҡаршы эш алып барғаныбыҙ өсөн миңә рәхмәт әйтә. Был мин йөрөп ҡайтҡан барлыҡ райондарҙа һәм ҡалаларҙа ла шулай. Тимәк, беҙ дөрөҫ юлда!»тип яҙҙы республика етәксеһе.
Читайте нас: