Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Декабрь 2019, 18:15

Айыҡлыҡҡа ҡайтһын ауылдар

Күгәрсен ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рафаэль Аллабирҙин:- Бынан биш йыл самаһы элек Күгәрсен ауылы ла “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҡатнашҡайны. Был юлы биләмәләге 8 ауылдан иң әүҙем, күп милләтле төбәкте – Үрге Мөрсәләйҙе һайланыҡ. Ни өсөн тигәндә, ауыл бәләкәй генә булһа ла, халыҡ ныҡ берҙәм.Бында 51 йорттоң унауһы буш тора, 41 йорт иҫәпләнә. Ауыл бәләкәй генә булһа ла, ниндәй генә башланғыстарға тотонмаһындар, еренә еткереп атҡарып сығалар. Экологик өмәләр тураһында әйтеп тә тормайым, йыл әйләнәһенә ауыл эргәһен, йылға буйҙарын таҙартыу эштәре даими бара. Балаларҙы ла йәлеп итәләр.Ауылды, йорттарҙы төҙөкләндереү, тәртипкә килтереү, буяу, матурлау – ҡушҡанды ла көтөп тормайҙар, үҙҙәре башлап йөрөйҙәр. Дөмбәйҙә эскелек менән мауығыусылар ҙа юҡ. Күбеһе сәләмәт йәшәү рәүешен алып бара, балаларға өлгө, үрнәк булып тора. Ауылда мәсет асылды, иҫке генә булһа ла клуб та бар.Мәсеттә дини байрамдарҙа йыйылып, вәғәздәр уҡып, йома сәйҙәре эсеп, ололар ихлас аралашып ҡайта, уларға ҡарап, йәштәр ҙә тартыла иман юлына. Ағинәйҙәр ҡоро һөҙөмтәле эшләй. Төрлө мәҙәни сараларға әүҙем ҡатнаша улар, милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен тергеҙеү йүнәлешендә лә, тәрбиәүи йүнәлештә лә эшләйҙәр.Ауылда эш юҡ тип, баш эймәйҙәр. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт та аҫрай халыҡ, етеш донъя көтә, балалар уҡытып, һәр яҡлап тырышып йәшәй.

"Эскелек – хурлыҡ, айыҡлыҡ –ҙурлыҡ"
(халыҡ мәҡәле)
“Айыҡ ауыл” республика конкурсы быға тиклем бер нисә йыл рәттән үткәрелеп килеп, һуңғы йылдарҙа туҡтап торһа ла, быйыл йәйгеһен яңынан тергеҙелде. Бәйгенең район кимәлендәге, йәғни, муниципаль этабына июлдә старт алып, ноябрь аҙағында тамамланды.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, ошо ваҡыт арауығында республиканың 52 районынан 400-ҙән ашыу ауыл ҡатнашырға теләк белдергән. Иң күп ҡатнашыусылар – Илеш һәм Баймаҡ райондарынан.
Конкурс сиктәрендә һәр районда сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған, айыҡ тормош алып барыуға йүнәлтелгән саралар, кисәләр, йыйылыштар, йәштәр, мәктәп уҡыусылары, ауыл халҡы менән әңгәмәләр, йола байрамдары үткәрелгән.
Беҙҙең райондан муниципаль этапта өс ауыл – Ерекле, Ҡасҡын, Үрге Мөрсәләй ауылдары ҡатнашты.
Күптән түгел бәйге комиссияһы ағзаһы, беҙҙең райондың кураторы, Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының директор урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәҙәниәт һәм матбуғат комиссияһы рәйесе Тәнзилә Үлмәҫбаева Үрге Мөрсәләй халҡы менән осрашты. Унда район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Эльвера Фәйрушина менән Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлфиә Искәндәрова ла ҡатнашты.
Ауыл халҡы алсаҡ бында, йыр-моңға ла, бейеүгә лә маһир. Ҡунаҡтарҙы шартына еткереп, Үрге мөрсәләй халҡы ауыл осонда ҡаршы алды.
Тарихын белгән милләт - киләсәкле
Үрге Мөрсәләй халыҡ телендә Дөмбәй тип йөрөтөлә. Унда башлыса бөрйән ырыуы вәкилдәре йәшәй.
Тарихҡа күҙ һалғанда, ауыл 1600-1630 йылдарҙа барлыҡҡа килгән.
Ауыл тарихы менән Гүзәлиә Ниязбәк ҡыҙы Ҡотлогилдина таныштырҙы. Ауыл аҡһаҡалы Әхмәтйән Шәрифйән улы Ҡотлогилдин (1932-2005 йй.)
иҫән сағында туплап ҡалдырған тарихи мәғлүмәттәрҙе лә еткерҙе.
- Әүәл башҡорттарҙың ере күп булған, башҡа милләт кешеләре, бигерәк тә урыҫтар күпләп башҡорт еренә килеп ултыра башлағас, уларға бирмәҫ өсөн бәләкәй генә ауылдар булып, төркөмдәргә бүленеп, үҙ ерҙәренә таралышып ултырғандар.
Беҙҙең ауыл Ай-һай Мөрсәләйҙән бүленеп сығып, Оло Эйектең һул яҡ яры буйына күсенгән. Әлеге ултырған урыны - ауылдың өсөнсөгә күскән ере. Бында ул 1770-1780 йылдарҙа төйәкләнгән.
Ауылға Төнбай исемле уҙаман нигеҙ һалған тигән фараз бар. Шунан исеме лә киткән.
1915-1916 йылдарҙа Һарытау губернаһынан 15-ләп урыҫ ғаиләһе килеп, башҡорттарҙан рөхсәт һорап, ауылдың бер яғында йәшәй башлаған. Ул ауыл 2-се Сарат тип аталған. Шулай итеп, ауылдың бер яғында – башҡорттар, икенсе яғыда урыҫтар төйәкләнгән.
Ауылда әле лә Урыҫ урамы, Башҡорт урамы тигән төшөнсәләр һаҡланған.
Төнбай тигән исемде урыҫтар боҙоп, Тунбай, Дунбай тип йөрөтөр булған. Ауылдың Дөмбәй тигән исеме лә нәҡ шунан киткән.
Ауылға күсенеүселәр - Кинйәғол тигән кешенең улдары Буран (Бәрәк), Урмансы, Байһары. Бурандың (бәлки, Буранбайҙыр ҙа) 7 улы булған, Ҡотлогилдеһенең ике улы - Мөхәмәтғәли менән Мөхәмәтшәйфи. Мөхәмәтғәлиҙең улдары – Мөхәмәтвәли менән Мөхәмәтҡолой быуыны вариҫтары йәшәй әлеге көндә.
Һуңғараҡ ауылға тағы ла Әбсәләмовтар, Исҡужиндар күсеп килгән.
Бына шулай итеп, ауылыбыҙҙа хәҙерге көндә 41 генә йорт булһа ла, килеп сығыу тарихы бай һәм ҙур ғына, - тип ентекле бәйән итте Гүзәлиә Ниязбәк ҡыҙы.
Биләмә башлығының уң ҡулы ул Дөмбәй халҡы
Күгәрсен ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рафаэль Аллабирҙин да ауыл халҡының һәр йәһәттән берҙәм, татыу булыуын билдәләп үтте:
- Бынан биш йыл самаһы элек Күгәрсен ауылы ла “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҡатнашҡайны. Был юлы биләмәләге 8 ауылдан иң әүҙем, күп милләтле төбәкте – Үрге Мөрсәләйҙе һайланыҡ. Ни өсөн тигәндә, ауыл бәләкәй генә булһа ла, халыҡ ныҡ берҙәм.
Бында 51 йорттоң унауһы буш тора, 41 йорт иҫәпләнә. Ниндәй генә башланғыстарға тотонмаһындар, еренә еткереп атҡарып сығалар. Экологик өмәләр тураһында әйтеп тә тормайым, йыл әйләнәһенә ауыл эргәһен, йылға буйҙарын таҙартыу эштәре даими бара. Балаларҙы ла йәлеп итәләр.
Ауылды, йорттарҙы төҙөкләндереү, тәртипкә килтереү, буяу, матурлау – ҡушҡанды ла көтөп тормайҙар, үҙҙәре башлап йөрөйҙәр.
Дөмбәйҙә эскелек менән мауығыусылар ҙа юҡ. Күбеһе сәләмәт йәшәү рәүешен алып бара, балаларға өлгө, үрнәк булып тора.
Ауылда мәсет асылды, иҫке генә булһа ла клуб та бар.
Мәсеттә дини байрамдарҙа йыйылып, вәғәздәр уҡып, йома сәйҙәре эсеп, ололар ихлас аралашып ҡайта, уларға ҡарап, йәштәр ҙә тартыла иман юлына.
Ағинәйҙәр ҡоро һөҙөмтәле эшләй. Төрлө мәҙәни сараларға әүҙем ҡатнаша улар, милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен тергеҙеү йүнәлешендә лә, тәрбиәүи йүнәлештә лә эшләйҙәр.
Ауылда эш юҡ тип, баш эймәйҙәр. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт та аҫрай халыҡ, етеш донъя көтә, балалар уҡытып, һәр яҡлап тырышып йәшәй.
Бәйгелә еңеүгә ҡарағанда ҡатнашыу мөһим тиҙәр бит. Шуға күрә ошо сара сиктәрендә ауыл да әҙерәк тартылып ҡалыр ине тигән өмөттәбеҙ, - ти Рафаэль Хәйбулла улы.
Старостаның һүҙе - һүҙ
Ауылдың йәнле генә эшләп килеүендә, һис шикһеҙ, ауыл старостаһы, депутат Азамат Әхмәтйән улы Ҡотлогилдиндың да өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Абруйлы уҙамандың һәр кемгә һүҙе үтемле. Эште дөрөҫ итеп ойоштороу, халыҡты йәлеп итә белеү ҙә тәбиғәттән бирелгән һәләт бит ул.
- Ауылда эшләнелгән эштәр бихисап. Һуңғы ун йылды ғына алғанда ла, әллә күпме эштәр башҡарылған: шәжәрә байрамы үтте, уға әҙерлек сиктәрендә ауыл да төҙөкләнде; Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарыбыҙ хөрмәтенә үҙ көсөбөҙ менән (халыҡтан аҡса йыйып) обелиск астыҡ; мәсеткә нигеҙ ҡороп, 11 ай эсендә эшләп, ҡорбан байрамын шунда үткәрҙек һәм киләһе йылына рәсми рәүештә астыҡ; “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы буйынса һыу юлына баҫма һалдыҡ; мосолман зыяратын кәртәләнек өр-яңынан; туҡталыш эшләп ҡуйҙыҡ, клуб алдына янғын һүндереү гидранты урынлаштырҙыҡ. Күрегеүеҙсә, йыл һайын нимәлер эшләнеп тора.
Ә ауыл халҡын, староста булараҡ,тик ыңғай яҡтан ғына баһалайым. Нимә әйтһәң дә, күтәреп алырға әҙер генә торалар.
“Айыҡ ауыл” бәйгеһендә лә лайыҡлы ҡатнашырбыҙ тип уйлайым, - ти Азамат Әхмәтйән улы.
Арҙаҡлы шәхестәр
Үрге Мөрсәләй ауылы арҙаҡлы шәхестәре менән дә дан тота. Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре Фәниә инәй Ғилметдинова, Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау отличнигы Гөлгөнә Рауил ҡыҙы Әбсәләмова, Радмир Рауил улы Аҙнабаев, алдынғы медицина хеҙмәткәре Кәримә Ғиләж ҡыҙы Ҡотлогилдина, Башҡортостандың мәғриф отличнигы Гүзәлиә Ниязбәк ҡыҙы Ҡотлогилдина, Айгөл Әлмир ҡыҙы Килсенбаева, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәрих Ғариф улы Таипов, Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Ирек Әлмир улы Булатовтар ҙа (әйткәндәй, Ирек Әлмир улына маҡтаулы исем ошо көндәрҙә генә – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 100 йыллығы уңайынан бирелде) оло юлға фатиханы тыуған ауылынан, тыуған төйәгенән алғандыр.
- Минең хеҙмәтемде юғары баһалаған етәкселәргә, наградаға тәҡдим иткән коллективыма ихлас рәхмәтлемен. Әлбиттә, иң ҙур баһа – ул халыҡ һөйөүе.
Шулай ҙа кешенең хеҙмәте ваҡытында баһаланырға тейештер, был юғары исем иңгә оло яуаплылыҡ булып ятты, артабан да тырышып эшләргә, яңы үрҙәргә ынтылырға көс-дәрт, этәргес булыр тип ышанам.
Уңайҙан файҙаланып, минең шатлығымды уртаҡлашҡан яҡташтарыма сәләмдәремде еткерәм. Бигерәк тә, тыуған ауылыма. Әйткәндәй, ул “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнаша. Ауыл бәләкәй генә булһа ла, халыҡ берҙәм. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалап, айыҡлыҡ хәрәкәтенә ҡушылыуҙарын хуплайым.
Шәхсән үҙем дә айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барам, башҡаларҙы ла шуға өндәйем. Хәйер, хәҙер йәштәр хәмер менән дуҫ түгел, спорт менән шөғөлләнә, үҙенең эшен аса, матур ғаилә ҡороп, тиңдәштәренә үрнәк күрһәтә. Элегерәк ауылдарҙа эш юҡлыҡҡа һылтанып эсекелек һаҙлығына батыусылар күп булһа, хәҙер кеше шыңғырлатып донъя көтә, ишле мал-тыуар аҫрай, баҡсаһын да үҫтерә, ҡош-ҡорт та үрсетә. Тырыш кеше – ҡайҙа ла тырыш. Ауылдаштарыма бәйгелә ауыл данын лайыҡлы яҡлап, еңеп сығыуын теләйем!- ти Ирек Әлмир улы ауылдаштарына сәләмдәрен еткереп.
Ауыл халҡы – кино артистары
Сығышы менән Дөмбәй ауылынан булған Фәймә Миңлейәр ҡыҙы Аҡъюлова тураһында ла әйтмәй булмай. Ағинәйҙәр ҡоро эргәһендә “Йәнбикә” тигән фольклор төркөм булдырып, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша улар. Бынан тыш, ул районда кино төшөрөүҙе лә ойошторған Фәймә Миңлейәр ҡыҙы. Район телевидениеһы менән берлектә төшөрөлгән “Гармунсы дуҫ”, “Ике аҡҡош”, “Аҡлы-ҡаралы донъя”, “Шәһит Хоҙайбирҙин”, “Бар булмышы уның тауға үрләү” (Гөлгөнә Рауил ҡыҙы Әбсәләмова тураһында документаль фильм) ҡыҫҡа метражлы фильмдарҙы күптәр яратып ҡараны. Һуңғыһы инде нәҡ эскелек арҡаһында фажиғәгә тарыған йәш ғаилә яҙмышы тураһында.
Әйткәндәй, фильмда Дөмбәй ауылы халҡы халҡы ҡатнаша. Мәктәп уҡыусылары ла, оло инәй-олатайҙар ҙа яҡташтарының һүҙе йыҡмай, фильмда төшөргә ризалаша. Был, әлбиттә, ауыл халыҡының ихласлығы, алсаҡлығы, берҙәмлеге, ярамсыллығына ишаралай.
Ауылдың актив уҙамандарының береһе Ғәли ағай Әбсәләмов тураһында ла яҙып үтмәү яҙыҡ булыр. Һөнәре буйынса юғары белемле ауыл хужалығы хеҙмәткәре булһа ла, бөтә мәҙәни сараларҙа әүҙем. Бәйге комиссияһы ағзаларын ауыл менән таныштырыу презентацияһында ла алып барыусы ролендә сығыш яһаны, билдәле шағирҙарҙың әҫәрҙәрен тасуири итеп яттан һөйләп, тамашасы күңелен яуланы.
Ауыл халҡы үткәргән сараларҙың уртаһында ҡайнаған Ғәли ағай ысын мәғәнәһендә үҙ еренең патриоты, тирә-яҡта уны талантлы йырсы, район һәм республика конкурстарында оҫта шиғыр һөйләүсе, киноларҙа, спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе башҡарыусы булараҡ та беләләр.
Бая үрҙә телгә алып үткән “Йәнбикә”ләр ҙә сараны музыкаль яҡтан биҙәп, моңло йырҙарын башҡарҙы. Уларҙан тыш, Сағымбай Джангучуков, Фәриҙә Гәрәева, Үрге мөрсәләй ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ансамбле сараға йәм өҫтәне, сараны ойоштороуҙа мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәхимә Ишмөхәмәт ҡыҙы Сәмиғуллинаның да өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур.
Фәймә Аҡъюлова, Үрге Мөрсәләй ауылы ҡыҙы:
- Бөгөнгө көндә Үрге Мөрсәләйҙә йәштәр ғаилә ҡороп, ауылда төпләнә, күп балалы ғаиләләрҙең һаны йылдан-йыл арта. Йәштәр ҙә йәмәғәт эштәрендә әүҙем. Күмертауҙа колледжда белем алған Венер Ҡотлогилдинды ғына алйыҡ, ул көрәш буйынса күп тапҡырҙар район, төбәк, республика, Ҡаҙағстанда үткән халыҡ-ара бәйгеләрҙә ҡатнашып, еңеү яуланы. Һабантуйҙа ла милли көрәш буйынса батыр исемел яулап, һарыҡ алды, Башҡортостандың Ҡыпсаҡ батыры исеменә лайыҡ булды. Уның өс туған һеңлеһе Эльза Мусина ла ҡыйыу йөрәкле ҡыҙ. 10 йәшлек кенә сағында янған өйҙән 78 йәшлек ҡартәсәһен сығарҙы.
Үткән йәйҙә 4 метр тәрәнлек һыуҙа өйөрөлтмәккә эләгеп, батып барған ҡыҙҙы ҡотҡарған 12 йәшлек үҫмер Азамат Арапов та Үрге Мөрсәләй батыры.
Ошондай ҡурҡыу белмәҫ йәштәр башҡаларға ла өлгө булып тора.
Һүҙҙе йомғаҡлап
Матур тәбиғәт ҡосағында ултырған Үрге Мөрсәләй ауылы, уның эшһөйәр, татыу, берҙәм халҡы күңелдә йылы тәьҫораттар ғына уятты. Иң мөһиме – бөтә изге башланғыстарға оло йәштәгеләр фатиха бирә, йәштәр дауам итә. Комиссия менән осрашыуға ла күбеһенсә олатай һәм инәйҙәр килгән ине. Тимәк, улар ауылдың киләсәгенә битараф түгел, тимәк, эшләнәһе эштәрҙең байтаҡ икәнне улар яҡшы аңлай һәм йәштәргә дөрөҫ йүнәлеш биреп ҡалырға ашыға. Әгәр бәйге һөҙөмтәһендә артабан айыҡ быуындар китһә, был мәртәбәле бәйге үҙ маҡсатына иреште тигән һүҙ.
Республика кимәленә сыҡҡан яҡташтарыбыҙға бәйгенең һуңғы этабында интернет- тауыш биреүҙә ярҙам да кәрәк буласаҡ. Район менән бергәләп, уларҙы алға сығарыу өсөн ваҡытыбыҙҙы ла, тауыштарыбыҙҙы ла йәлләмәҫбеҙ тип ышанабыҙ. Конкурс барышы тураһында гәзит биттәрендә даими яҡтыртып барасаҡбыҙ.
Читайте нас: