Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Декабрь 2019, 23:55

Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельник районға эш сәфәре менән килде.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельник районға эш сәфәре менән килде.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельник районға эш сәфәре менән килде. Ул район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев менән бергә Йомағужа ауылында урынлашҡан балалар йортонда һәм “Наҙгөл” социаль приютында булды. Приют мөдире Нурия Кәли ҡыҙы Хоҙайғолова һәм балалар йорто директоры Әхәт Айҙар улы Айбасов коллективтарҙың эше менән таныштырҙы.
Коллектив менән йәнле аралашыу барышында хеҙмәткәрҙәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап табырға тырышты. Билдәле булыуынса, яңы йылдан һуң балалар йорто Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағына күсәсәк.
Читайте нас: