Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Декабрь 2019, 11:40

Ҡыйыу йөрәкле Азамат

Йәйгеһен һыуҙа батып барған бер ҡыҙыҡайҙы ҡотҡарған 12 йәшлек үҫмер Азамат Арапов тураһында гәзиттә яҙып сыҡҡайныҡ инде. Ҡыйыу йөрәкле егет “Ҡотҡарыуҙағы батырлығы өсөн” миҙалы, Рәсәй ҡотҡарыусылар Союзы миҙалы, диплом, түш билдәһе менән бүләкләнде, “Ҡайнар йөрәк” бөтә Рәсәй йәмәғәт-дәүләт башланғысы лауреаты булды. Ҡаҙаныштар бының менән генә бөтмәй, яңыраҡ ҡына ул “Республика намыҫы өсөн” фестиваль-конкурсының төбәк этабында “Батырлыҡ ҡылған кеше” номинацияһында беренсе урын яуланы. Азаматты еңеүе менән ҡотлап, уҡыуында уңыштар, һәр ваҡыт батыр йөрәкле, ҡурҡыу белмәҫ ысын ир-егет булып үҫеүен теләйбеҙ!

Йәйгеһен һыуҙа батып барған бер ҡыҙыҡайҙы ҡотҡарған 12 йәшлек үҫмер Азамат Арапов тураһында гәзиттә яҙып сыҡҡайныҡ инде. Ҡыйыу йөрәкле егет “Ҡотҡарыуҙағы батырлығы өсөн” миҙалы, Рәсәй ҡотҡарыусылар Союзы миҙалы, диплом, түш билдәһе менән бүләкләнде, “Ҡайнар йөрәк” бөтә Рәсәй йәмәғәт-дәүләт башланғысы лауреаты булды. Ҡаҙаныштар бының менән генә бөтмәй, яңыраҡ ҡына ул “Республика намыҫы өсөн” фестиваль-конкурсының төбәк этабында “Батырлыҡ ҡылған кеше” номинацияһында беренсе урын яуланы.
Азаматты еңеүе менән ҡотлап, уҡыуында уңыштар, һәр ваҡыт батыр йөрәкле, ҡурҡыу белмәҫ ысын ир-егет булып үҫеүен теләйбеҙ!
Читайте нас: