Уҙған аҙнала Мораҡ ауыл биләмәһендә “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашыу өсөн тәҡдимдәрҙе ҡарау буйынса йыйылыш уҙҙы. Билдәле булыуынса, был программаға ярашлы, урындағы территорияны төҙөкләндереү өсөн төбәк бюджетынан аҡса бүленә. Нимә эшләүҙе иһә күпселек тауыш йыйыу юлы менән урындағы халыҡ бергәләп хәл итә.
Район үҙәгендә район халҡының күпселек өлөшө йәшәй. Шуға ла ниндәй төҙөкләндереү эше алып барыласағы күптәребеҙгә ҡағыла. Йыйылышҡа иһә Мораҡтың бөгөнгөһөнә, киләсәгенә битараф булмаған әүҙемдәр килгән.
Программала ҡатнашыу өсөн шундай тәҡдим еткерелде: спорт майҙансығы һатып алырға һәм Төньяҡ биҫтәһендә урынлаштырырға. Шул биҫтәлә йәшәүсе ханым күтәреп сыҡҡан был мәсьәлә тормошҡа ашырылғанда, ололар өсөн дә, йәш быуын өсөн дә һаулығын нығытырға, буш ваҡытын файҙалы үткәрергә ҙур мөмкинлек тыуасаҡ.
Тәҡдим бер тауыштан хуплау тапты: мораҡтар спорт майҙансығын һатып алыу һәм урынлаштырыу проекты менән “Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” программаһында ҡатнашасаҡ. Проект ҡабул ителгән осраҡта, кәрәкле сумманың 10 проценты муниципалитеттан бүленәсәк, йәнә 10 процентын халыҡ, 10 процентын бағыусылар күтәрәсәк.
Программаны тормошҡа ашырыу буйынса 4 кешенән торған комиссия төҙөлдө.