Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Декабрь 2019, 12:30

Аҙна аҙағына Башҡортостанда һауа температураһы норманан һигеҙ градусҡа юғарыраҡ була

Йома, 6 декабрҙә, Башҡортостан биләмәһендә әүҙем йылы фронт өҫтөнлөк итә. Синоптиктар температураның норманан 6-8 градусҡа юғарыраҡ буласағын фаразлай.

Йома, 6 декабрҙә, Башҡортостан биләмәһендә әүҙем йылы фронт өҫтөнлөк итә. Синоптиктар температураның норманан 6-8 градусҡа юғарыраҡ буласағын фаразлай.
Йылы фронт зонаһында һауа торошо боҙола: ҡар, епшек ҡар, ямғыр яуа, урыны менән буран сығыуы ихтимал. Бынан тыш, метеорологтар белдереүенсә, елдең тиҙлеге секундына 22 метрға тиклем етергә мөмкин.
Һауа температураһы уртаса өс градус һалҡындан ике градусҡаса йылы. Аяҙытҡанда минус 16 градусҡа тиклем.
Кесаҙна, 5 декабрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -9,-14 градус, көндөҙ 5-10 градус һалҡын. Юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ, иртән урыны менән томан, күреү мөмкинлеге 500-1000 метрҙан кәмей.
Читайте нас: