Мораҙым
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Декабрь 2019, 19:41

Водителдәрҙе ниндәй үҙгәрештәр көтә...

Рәсәйҙә машина йөрөтөү таныҡлығы алыуға имтихандарҙың бер этабы бөтөрөлөргә мөмкин.Төҙәтмәләрҙе киләһе йылда индерергә уйлайҙар.

Рәсәйҙә машина йөрөтөү таныҡлығы алыуға имтихандарҙың бер этабы бөтөрөлөргә мөмкин. Төҙәтмәләрҙе киләһе йылда индерергә уйлайҙар, тип хәбәр итә БАШҠОРТОСТАН.
2020 йылдың октябренән машина таныҡлығы алғанда имтихандың ябыҡ майҙансыҡтағы этабын ғәмәлдән сығарырға уйлайҙар.
Был хаҡта Дәүләт автоинспекцияһының күҙәтеү эшмәкәрлеге идараһының имтихан эше бүлеге башлығы Николай Гиляков белдергән. Хәҙер ЮХХДИ бер нисә норматив-хоҡуҡи акт әҙерләй, шуларҙың береһе имтихан үткәреү ҡағиҙәләренә ҡағыла. Үҙгәрештәр B, C һәм D категориялары буйынса таныҡлыҡҡа имтихан тапшырыусыларға ҡағыласаҡ. Әлеге ваҡытта документтарҙы Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведевҡа имзаға әҙерләйҙәр.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, киләһе йылдың июленән Рәсәйҙә машина йөрөтөүселәр өсөн медицина тикшереүенең дә яңы тәртибе индереләсәк. 2020 йылдың уртаһынан барлыҡ граждандарға алкоголизмға һәм наркотиктар ҡулланыуға анализдар тапшырырға тура киләсәк.
Фото: vvsindeev.ru
Читайте нас: