Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Декабрь 2019, 16:55

Башҡортостан вахтовиктары Приморьела ҡайта алмай ултыра. Радий Хәбиров ошо проблеманы хәл итеү менән шөғөлләнә

«Уфанефтемаш» компанияһы эшселәре Владивостоктан ҡайта алмай. Эшселәргә бер нисә ай буйына хеҙмәт хаҡы түләмәгәндәр, билетҡа ла аҡсалары булмағас, өйҙәренә ҡайтып етә алмағандар. Улар яҙҙырған видеомөрәжәғәтте Башҡортостан юлдаш телеканалы эфирында күрһәткәс, аҡса табылған. Кисә 38 кеше самолетҡа билет алған, ә директор Яңы йылға тиклем эш хаҡы буйынса бурысты түләп бөтөрөргә вәғәҙә биргән.

Шуға ҡарамаҫтан, Хәбиров Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына һәм Хеҙмәт министрлығына «Уфанефтемаш»ты тикшерергә ҡушты, ғәйеплеләр үҙ язаһын алһын өсөн шәхсән күҙәтеп барырмын тип өҫтәне.

«Язаның ҡотолғоһоҙ булыуы ғына беҙгә артабан ошондай хәлдәргә юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирер. Беҙҙә ай һайын 100 меңдән ашыу кеше вахтаға юллана. Күптәре оҙон аҡса эҙләп сығып китә, кемдер үҙенең ҡалаһында йәки ҡасабаһында эш таба алмай. Шуға ла мин республикала эш урындары булдырғандарҙың бөтәһен дә күтәреп йөрөтөргә кәрәк тип әйтәм», — тине республика башлығы.
Читайте нас: