Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Декабрь 2019, 14:00

Айыҡ тормош –айыҡ киләсәк

Күгәрсен районынан муниципаль этапта өс ауыл – Ерекле, Ҡасҡын, Үрге Мөрсәләй ауылдары ҡатнашты. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса республика этабына Үрге Мөрсәләй (халыҡ телендә Дөмбәй тип йөрөтәләр) үтте. Был этап 7 декабрҙән 23 февралгә ҡәҙәр дауам итә. Унда район кимәлендә еңеп сыҡҡан ауылдар ҡатнаша.24-28 февралдә - презентация яҡлау, ә 1-10 мартта интернет-тауыш биреү ысулы менән еңеүсе билдәләнәсәк.

“Айыҡ ауыл” конкурсы
Айыҡ тормош –айыҡ киләсәк
“Айыҡ ауыл” республика конкурсы быға тиклем бер нисә йыл рәттән үткәрелеп килеп, һуңғы йылдарҙа туҡтап торһа ла, быйыл йәйгеһен яңынан тергеҙелде. Бәйгенең район кимәлендәге, йәғни, муниципаль этабына июлдә старт алып, ноябрь аҙағында тамамланды.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, ошо ваҡыт арауығында республиканың 52 районынан 400-ҙән ашыу ауыл ҡатнашырға теләк белдергән. Иң күп ҡатнашыусылар – Илеш һәм Баймаҡ райондарынан.
Конкурс сиктәрендә һәр районда сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған, айыҡ тормош алып барыуға йүнәлтелгән саралар, кисәләр, йыйылыштар, йәштәр, мәктәп уҡыусылары, ауыл халҡы менән әңгәмәләр, йола байрамдары үткәрелгән.
Беҙҙең райондан муниципаль этапта өс ауыл – Ерекле, Ҡасҡын, Үрге Мөрсәләй ауылдары ҡатнашты.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса республика этабына Үрге Мөрсәләй (халыҡ телендә Дөмбәй тип йөрөтәләр) үтте.
Был этап 7 декабрҙән 23 февралгә ҡәҙәр дауам итә. Унда район кимәлендә еңеп сыҡҡан ауылдар ҡатнаша.
24-28 февралдә - презентация яҡлау, ә 1-10 мартта интернет-тауыш биреү ысулы менән еңеүсе билдәләнәсәк.
Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлфиә Искәндәровафекеренсә айыҡлыҡ өсөн көрәш иң беренсе балалар, йәштәр араһында алып барылырға тейеш, ә беҙ, өлкәндәр, уларға өлгө күрһәтергә тырышырға тейешбеҙ.
2014 йылда үткәрелгән “Айыҡ ауыл” конкурсында беҙҙең райондан биш ауыл – Сапыҡ, Воскресенка, Подгорный, Һапаш ауылдары, Түбәнге Бикҡужа ҡатнашҡайны.
Үрге Мөрсәләй ауылы тураһында гәзитебеҙҙең киләһе һандарында тулыһынса уҡырһығыҙ.
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Автор фотоһы.
Читайте нас: