Мораҙым
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Ноябрь 2019, 00:15

Әсәйҙәргә - дан миҙалы

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бер төркөм күп балалы әсәгә "Әсәлек даны" миҙалын тапшырҙы. Әсәйҙәр көнөнә арналған сарала республиканан 48 ҡатын, шул иҫәптән Күгәрсен районынан ике әсә -Ҡалдар ауылынан Гөлнар Әхтәмова менән Мәҡсүттән Рәсимә Рахманғолова ҡатнашты.

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бер төркөм күп балалы әсәгә "Әсәлек даны" миҙалын тапшырҙы. Әсәйҙәр көнөнә арналған сарала республиканан 48 ҡатын, шул иҫәптән Күгәрсен районынан ике әсә -Ҡалдар ауылынан Гөлнар Әхтәмова менән Мәҡсүттән Рәсимә Рахманғолова ҡатнашты.
Гөлнар -Ҡалдар мәктәбе хеҙмәткәре, биш балаға ғүмер биргән, Рәсимә Дамир ҡыҙы -"Айгөл" балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Улар тормош иптәше Фуат Ҡаһарман улы менән алты бала - биш малай һәм бер ҡыҙ үҫтерә. Иң өлкәне Илфат Ишембайҙа нефть колледжында уҡып йөрөй, Илнур –Иҫәнғол мәктәбендә. Ҡыҙҙары Айгөл бишенсе класта, Әмир -өсөнсөлә. Ә бәләкәстәр -Сөләймән (Тамирлан) менән Ризван балалар баҡсаһына йөрөй. Әйткәндәй, уға нәҡ бөгөн өс йәш тулған. Ғаилә башлығы Фуат ағай Ҡыҙылташ ауылынан.
-Беҙ икебеҙ ҙә ҙур ғаиләлә үҫтек, Фуаттар алты бала, ә беҙҙә бишәү. Әсәйемдең бер туған апаһы үлеп ҡалғас, уның да ике балаһын алдылар, шулайтып беҙ ете бала үҫтек, - ти Рәсимә.

Фуат Ҡаһарман улы ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә, Мәҡсүттә ҙур, иркен йорттары булһа ла, атай нигеҙен тергеҙеп, Ҡыҙылташта ла өй күтәргән.
- Ҡатын-ҡыҙға ирҙәр ғаиләлә бар яҡлап ярҙам иткәндә, таяныс булғанда ғына матур тормош ҡороп булалыр. Был йәһәттән мин иремә рәхмәтлемен, ул беҙҙең оло терәгебеҙ. Ир балаларҙы тәрбиәләгәндә лә, эшкә өйрәткәндә лә атай кешенең роле бик ҙур икәнен аңлап, бар яҡтан өлгө булырға тырыша,- ти Рәсимә ғаилә тормошо тураһында бәйән итеп.
-Республика башлығы менән осрашыу беҙҙе ныҡ ҡанатландырҙы.

Тантаналы өлөштән һуң Радий Фәрит улы менән аралаштыҡ, ишле ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү, өй төҙөү өсөн ер бүлеү һәм башҡа мөһим мәсьәләләр тураһында һөйләштек, ул әсәйҙәрҙе борсоған һорауҙарға ла яуап бирҙе.
Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, йән биргәнгә йүне лә табыла. Ишле ғаилә ҡороуҙан йәштәр ҙә ҡурҡмаһын ине. Ни тиһәң дә, милләт яҙмышы, уның киләсәге туранан-тура демографик хәлгә бәйле.
Читайте нас: