Хәстәрлекле әсә-атаға иң мөһиме – улдарының сәләмәтлеген ҡайғыртыу. Теләйһеңме-юҡмы, шат баласаҡ ғаилә мөхитенә, тыуған йортоңда сабыйҙар мәнфәғәтен хәстәрләү йөҙөнән тыуҙырылған ыңғай шарттарға тығыҙ бәйле бит әле. Бының өсөн йәштәр ҙур тырышлыҡ һала. Тыуғанда “атламаҫ был бала” тигән мөһөр һуғылған Алмаздың бөгөн ышаныслы аҙымдар менән атлап йөрөүе, саф башҡорт телендә матур итеп хәбәр тетеүе – үҙе бер мөғжизә түгелме?