Мораҙым
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Ноябрь 2019, 14:19

Ауыл мәҙәктәре

Ҡоҙау, сәлтәне пәлтәй! Нуҡай ауылы яҡтарында булһа кәрәк, ике ҡоҙағый ғүмер иткән. Бик татыу булған улар, тормоштоң ағына һөйөнөп, ҡараһын күрмәҫкә тырышып йәшәгәндәр. Берҙән-бер көндө йәшерәге олоһона ашығып, ҡарһаланып килеп инә. Ҡапҡанан инешләй күҙенә салына: ихаталағы бауға йыуып эленгән пәлтәне быҙау сәйнәй.Йәш ҡоҙағый инешләй үк һөрән һала:- Боҙағый, ҡоҙауығыҙ сәлтәңде пәлтәп тора!

Беҙҙең башҡорт борон-борондан йор һүҙле, ихлас, ябай булған. Мәрәкәселлек тә өйөп-өйөп бирелгән уға. Көндәлек аралашыуҙа был бигерәк тә асыҡ сағыла.

Берәү ҙә бәхәсләшмәҫ: эргә-тирәңдәге кешеләр шаян-шуҡ булһа, йәшәүе лә күңелле, уларҙың теге йәки был мәрәкәләре тормошобоҙҙо йәмләй, күңелдәрҙе күтәрә.

Әйҙәгеҙ әле, мәшәҡәттәрҙе ситкә ҡуйып, рәхәтләнеп бер көлөп алайыҡ әле.

Ҡоҙау, сәлтәне пәлтәй!

Нуҡай ауылы яҡтарында булһа кәрәк, ике ҡоҙағый ғүмер иткән. Бик татыу булған улар, тормоштоң ағына һөйөнөп, ҡараһын күрмәҫкә тырышып йәшәгәндәр. Берҙән-бер көндө йәшерәге олоһона ашығып, ҡарһаланып килеп инә. Ҡапҡанан инешләй күҙенә салына: ихаталағы бауға йыуып эленгән пәлтәне быҙау сәйнәй.

Йәш ҡоҙағый инешләй үк һөрән һала:

- Боҙағый, ҡоҙауығыҙ сәлтәңде пәлтәп тора!

Ҡаумы, Сауый!

Күгәрсен районының Күгәрсен ауылында элек колхоздың бик бай йәшелсә-емеш баҡсаһы булған, тиҙәр. Нимә генә үҫмәгән унда! Берҙән-бер көндө бер инәй аҙ булһа ла ҡайнатма яһарға уйлап, ҡарағат йыйырға бара. Баҡса ҡарауылсыһы Ҡауый ҡарт күрмәһен өсөн йәшеренеп кенә ҡыуаҡ төбөнә сүкәйеп, емеш тирә. Тик үткер күҙле ҡарауылсы ла йоҡламай, үҙ эшен теүәл үтәй: һаҡ ҡына “ҡараҡ” янына барып та баҫа.

“Енәйәт” урынында тотолған татар инәй ҡаушауынан саҡ ҡолап китмәй, шулай ҙа тороп баҫып “Ҡаумы, Сауый!” тип сәләм бирә.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.


Читайте нас: