Мораҙым
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Ноябрь 2019, 14:50

Иҫтәлектәр: Ғөбәйт ағай

Күптән түгел Күгәрсен урта мәктәбе үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Был датаны ҙурлап, ситтән дә бик күп ауылдаштар ҡайтты. Мәктәп етәкселеге һәм коллектив тырышлығы менән мәктәп ялт итеп тора ине. Музей материалдарын ҡарап йөрөгән саҡта үҙебеҙ уҡыған ағас бина, мейестәренә утын яғып йылытыла торған кластар, уҡытыусыларыбыҙ иҫкә төштө. Шуларҙың береһе, күптәребеҙҙең хәтерендә иң йылы һәм яҡты хәтирәләр ҡалдырған остазыбыҙ - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, математика укытыусыһы Маннанов Ғөбәйҙулла Сәғиҙулла улы ине.

Ғөбәйт ағай (беҙ уны гел шулай атай инек) бик үҙенсәлекле шәхес булды. Беҙгә мәсьәлә сисергә бирә лә, фронтта күргән-кисергәндәрен һөйләй башлай. Эшеңде эшләмәй ауыҙ асып ултырһаң, икеле сәпәй ҙә ҡуя. Ә инде дәрес аңлатҡанда яҙа башлаһаң... Шундай бер хәл иҫтә. Таҡта янында теорема аңлата ине, ярты һүҙендә бүленде лә беренсе парта янына килде. Шул уҡ мәлдә кемдеңдер ручкаһы мөйөшкә осто. Ручка, пероһы менән иҙәнгә ҡаҙалып, бер аҙ дерелдәп торҙо. Класс тын алыуҙан туҡтаны.

Ә шул уҡытыусынан да ҡурҡмаусылар булған икән. Бер ваҡыт ул, уҡыусыһы Рәистең ҡыланыштарынан тамам туйғас, йоҙроғон тегенең танау төбөнә килтереп терәгән дә, уны ҡурҡытмаҡсы булып: “Чем пахнет?” – ти икән. Рәис, уны-быны уйлап тормайынса: “Махоркой”, – тип яуап биргән ти. Уның аҙағы нисек бөттө икән һуң, ул Рәис тигән малай дәрестән иҫән сыҡты микән? Шулай тип һораһам, яуап урынына ауылдаштарым серле йылмайып ҡына ҡуя.

Икенсе бер ҡыҙык хәл. Ғөбәйт ағайҙың Зөфәр исемле уҡыусыһы була. Уға аңлата-аңлата Ғөбәйт ағайҙың нервылары ҡалмай, ә һөҙөмтә юҡ. Әлеге малайҙы әрләй икән: “Афғанға эләкһәң ярар ине, шунда ғына һине аҡылға ултыртмаһалар...”

Ысынлап та, Зөфәр Афған һуғышына эләгә. Унда күпме кәрәк , шунса йөрөп, һау-сәләмәт әйләнеп ҡайта ул. Ҡайтышлай уҡ ауыл осонда йәшәүсе Ғөбәйт ағайға инә. Һуңынан Ғөбәйт ағай үҙе был турала шулай тип һөйләгән:

– Ышанаһыңмы, эй ҡурҡтым. Минән таҙа бәһлеүән килеп баҫты ҡаршыма. Өҫтәлгә шешә сығарып ултыртты. “Ғөбәйт абый, – ти был, – һинең теләгең ҡабул булды, мин Афғанға эләктем, минең теләк ҡабул булды, иҫән ҡайттым. Әйҙә әле, тотоп ҡуй шул хөрмәткә”. Ҡырлы стаканға һалып бирҙе был, эстем. Үҙе эсмәй. Тағы берҙе һалды. Бер шешәне шулай эсереп бөтөрҙө лә сығып китте. Бына һиңә икеле ҡапсығы!

“Эх, мәктәп йылдары, ҡайҙа һеҙ?” – тиергә генә ҡала инде бегә хәҙер.

Марс ЙӘҺҮҘИН,

Рәсәй һәм Татарстан Яҙыусылар берлеге ағзаһы.

Күгәрсен – Яр Саллы.

Читайте нас: