Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Ноябрь 2019, 00:55

Һулар һауа, эсәр һыу шикелле Балаларға әсәй гел кәрәк

Тәбиғәттең бер мөғжизәһе инде ул гүзәл зат: тик уның ғына күкрәгендә ике йөрәк бер юлы тибә ала. Сөнки Хоҙай тарафынан бары ҡатын-ҡыҙға ғына донъяға яңы йән яралтыу - сабыйға ғүмер биреү бурысы тапшырылған. Балаһы был донъяға тәүге ауазын һалғас та, әсә кеше был донъяла үҙе өсөн генә йәшәүҙән туҡтай, бынан кире уның бар уй-ғәме сабыйына барып тоташа.

Тәбиғәттең бер мөғжизәһе инде ул гүзәл зат: тик уның ғына күкрәгендә ике йөрәк бер юлы тибә ала. Сөнки Хоҙай тарафынан бары ҡатын-ҡыҙға ғына донъяға яңы йән яралтыу - сабыйға ғүмер биреү бурысы тапшырылған. Балаһы был донъяға тәүге ауазын һалғас та, әсә кеше был донъяла үҙе өсөн генә йәшәүҙән туҡтай, бынан кире уның бар уй-ғәме сабыйына барып тоташа.
Яңауыл ауылында ғүмер кисергән, дүрт сабыйға йәшәү бүләк иткән Гөлсәсәк Мирас ҡыҙы Нариманова - бар булмышын балаларына бағышлаған, уларға ҡарата күңелендә иң изге, йылы хистәр йөрөткән миллионлаған әсәләрҙең береһе. Тормош иптәше Шамил Нәғимйән улы менән ике өй аша ғына йәшәп, бер һуҡмаҡтан йөрөп, бер үк һыуҙы эсеп үҫкән улар. Йәш айырмалары ике йәшкә лә тулмай. Шулай булһа ла улар араһында һөйөү хистәре егет армиянан ҡайтҡас, ҡыҙ Салауат педагогия училищеһын тамамлағас ҡына ҡабына.
Килен ҡәйнә тупрағынан ярала, тиҙәр. Бейеме – үҙенең уҡытыусыһы Зәкиә Әхмәт ҡыҙының юлын дауам итә Гөлсәсәк Мирас ҡыҙы, башта Исем, аҙаҡ Яңауыл мәктәбендә ун биш йыллап балаларға белем бирә. Тәүҙә башланғыс кластар менән эшләһә, ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетын тамамлағас, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Үҙен төплө белемле, талапсан уҡытыусы итеп күрһәтә ул, һөнәри яҡтан камиллашыуға ла етди ҡарай, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2012” район конкурсында ҡатнашып, “Ил, тел, милләт өсөн яныусы” номинацияһына лайыҡ була, икенсе йылына ошо уҡ бәйгелә “Ижади эшләүсе” тип таныла. Эшен дә, уҡыусыларын да бик ярата. Тик аяуһыҙ заман елдәре Яңауыл мәктәбен дә урап уҙмай, бынан ике йыл элек белем усағы бушап ҡала. Күмәк бала үҫтергән әсә рәхәткә һалышып өйҙә генә ултыра алмай, әлбиттә, клубҡа мәҙәни ойоштороусы булып эшкә сыға.
- Тыуған ауылда йәшәүебеҙ менән бәхетлебеҙ. Әсәйҙәребеҙ ҙә, туғандарыбыҙ ҙа янда, уныһы үҙе бер ҡыуаныс. Бейем менән бөтөнләй бер ихаталабыҙ, өйҙәребеҙҙең ишеге бер-береһенә терәлеп кенә тора, балалар үҫкәндә ярҙамы бигерәк тә ҙур булды. Юғары уҡыу йортон ситтән тороп тамамланым, шул ваҡыттарҙа ике-өс йәшлек кенә ҡыҙымды һис ауырһынмай алып ҡала торғайны. Уҡытыусы булараҡ эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Яңы эшкә өйрәнеүе ауыр булманы. Шулай ҙа һәр эштең үҙ нескәлектәре - клубтыҡы мәктәптекенән ҡырҡа айырыла. Төрлө саралар уҙғарыу өсөн кешене ылыҡтырырға, ҡыҙыҡтырырға кәрәк. Шуныһы ҡыуандыра: ауылда йыр-моң яратыусылар күп, - ти мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Әлеге мәлдә улар күрше ауыл һәүәҫкәрҙәре менән спектакль ҡуйырға йыйына. Тормош иптәше Шамил Нәғимйән улы ла уның ынтылыштарын хуплап, йөпләп тора. Ҙур ғаилә башлығы үҙе лә тырыш, яҡындарын матди етешлектә йәшәтер өсөн бар көсөн һала, пилорама асып, таҡта ярыу, ағас бысыу, буралар бурау менән шөғөлләнә. Ишле малды – ҡуралағы тиҫтәләгән һыйыр малын, егермеләп һарыҡ һәм ҡош-ҡортто тәрбиәләү, уларға йәй көндәре бесән әҙерләү, умарталарҙы ҡарау – быларын инде бар ғаилә күмәкләп башҡара. Ауыл ерендә шул инде - балалар ҙа бәләкәйҙән ҡул араһына инеп, эш рәтен белеп үҫә.
Әйткәндәй, Наримановтар ғаиләһендә береһенән-береһе һөйөкөмлөрәк дүрт бала үҫә. Ҙур ҡыҙҙары Гөлнәзирә Өфө медицина колледжын тамамлап, әлеге көндә Мәләүез ҡалаһында үҙ һөнәре буйынса эшләп йөрөй, Заһирҙары Ишембай нефть колледжында, Таңсулпандары Исем мәктәбенең 6-сы класында белем ала, ата-әсәһенең, ағай-апайҙарының наҙына ҡойоноп үҫкән Нурсолтанға 6 йәш. Ул-ҡыҙҙарҙың һәр ҡайһыһының үҙенең күңеленә ятҡан шөғөл-ҡыҙыҡһыныуҙары күп, шулай ҙа уларҙы бер нәмә – спортҡа булған һөйөү берләштерә – барыһы ла волейболды үҙ итә.
- Балалар улар сәскә кеүек, һәр ваҡыт иғтибар, күңел йылыһы кәрәк. Ҙурмы-бәләкәйме, йәшенә ҡарамай тиң күреп аралашҡанда, уны шәхес итеп күргәндә, ул да һиңә ышаныс менән бағасаҡ, эс серҙәре, уй-хыялдары менән уртаҡлашасаҡ. Ул-ҡыҙҙар үҫтергән әсәй булараҡ та, уҡытыусы булараҡ та шуға инандым – сабый күңеле аҡ ҡағыҙ. Йөрәгенә изгелек орлоҡтары сәсәм тиһәң, уға һөйөү-наҙ менән бағырға кәрәк, - ти күп балалы әсә.
Читайте нас: