Мораҙым
+11 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Ноябрь 2019, 12:10

Һеҙҙе һағынып йәшәйем…

Юҡ, төштөр, тип уйламағыҙ, төш түгел был. Бары тик хәтирәләр генә мине йыраҡта тороп ҡалған бала сағыма әйҙәй. Ә ул бала саҡ инәй-олатайҙарға, шулар менән бәйле йылы һәм яҡты миҙгелдәргә бәйле. Беҙҙең быуын йор һүҙле, әкиәт-хикәйәттәргә, ҡарһүҙҙәргә бай, йырлы-моңло инәйҙәр ҡулында үҫте, шуға күрәлер ҙә, беҙ бер аҙ хислерәк, тормошто башҡасараҡ ҡабул иткән, һәр нәмәгә һөйөү менән баҡҡан балалар булдыҡ. Бына тигән өләсәйҙәр мәктәбе үтеп, тел, ил, ер ҡәҙерен белергә,һис ҡасан баһаһы төшмәҫ мәңгелек ҡиммәттәрҙе тормоштоң ығы-зығы, ваҡ мәшәҡәттәренән айырырға өйрәндек.

- Аллаһу, аллаһу,

Кәзәләрҙе тауға ҡыу…

Урындыҡҡа ятып алғанбыҙ ҙа, инәйем менән икәүләп бәләкәс ҡустымды йоҡлатабыҙ. Бәпес йоҡлап китеү менән мин үҙем генә белгән хыял донъяма сумам. Инәйемдең шул кәзәләрен, йәнәһе лә үҙем тауға ҡыуам, шулар янында ырғып-һикереп уйнаған бәләкәс бәрәстәрен күҙ алдыма килтерәм. Уларға ҡушылып үҙем дә шунда мәж киләм имеш. Ә инәйем йәшел сиҙәмгә ултырып алған да, аяғына һалып әлеге шул ҡустымды йоҡлата:

- Тау үләнен ашаһын,

Минең улым йоҡлаһын…

Юҡ, төштөр, тип уйламағыҙ, төш түгел был. Бары тик хәтирәләр генә мине йыраҡта тороп ҡалған бала сағыма әйҙәй. Ә ул бала саҡ инәй-олатайҙарға, шулар менән бәйле йылы һәм яҡты миҙгелдәргә бәйле. Беҙҙең быуын йор һүҙле, әкиәт-хикәйәттәргә, ҡарһүҙҙәргә бай, йырлы-моңло инәйҙәр ҡулында үҫте, шуға күрәлер ҙә, беҙ бер аҙ хислерәк, тормошто башҡасараҡ ҡабул иткән, һәр нәмәгә һөйөү менән баҡҡан балалар булдыҡ. Бына тигән өләсәйҙәр мәктәбе үтеп, тел, ил, ер ҡәҙерен белергә,һис ҡасан баһаһы төшмәҫ мәңгелек ҡиммәттәрҙе тормоштоң ығы-зығы, ваҡ мәшәҡәттәренән айырырға өйрәндек.

- Беҙ, беҙ, беҙ инек,

Беҙ ун ике ҡыҙ инек… - Эңер төшөп, эштәр бөткәс, бер көтөү ҡыҙҙар эскәмйәлә ултырған Мәрйәм инәйем эргәһендә шаярабыҙ,мәж килешеп төрлө уйындар уйнайбыҙ.

- Бер таҡтаға теҙелдек,

- Таң атҡансы юҡ булдыҡ… - Уның шулай тиеүе була, йәнәһе лә, күктәге йондоҙҙарбыҙ, йүгерешеп, төрлөбөҙ төрлө яҡҡа һибелеп бөтә.

Ул үҙе лә көндәрҙән бер көндө, беҙҙең йөрәктәрҙе әрнетеп, атылған йондоҙҙай, ҡапыл ғына юҡ булды ла ҡуйҙы шул. Әле иһә төштәремә йыш инә. Үҙен һағынып йәшәүемде тоялыр.

Баҡыйлыҡҡа күскәндәр шулай беҙҙең төштәрҙә һәм хәтирәләрҙә генә йәшәй инде. Ә бит ҡасандыр, ул беҙҙе ташлап китер, тигән уй башыма ла инеп сыҡмай торғайны. Әйтерһең, ул һаман ихатаһындағы усағы янында бөтөрөлә, шунда ниҙер йыуа, йыша. Шул ыңғайҙа, радионан бейеү көйө ишетелһә, бар эшен ташлап, өйөрөлөп-сөйөрөлөп бейеп китә.

Бер мәл бесәндән ҡайтып килешләй, уларҙың өйө тәңгәленән үткәндә, иҙән таҡталарының дөбөрләүен ишетеп, тыңлап торҙом. Радиоһының тауышын бар көсөнә асып ҡуйған да, соланында инәйем бейей ине.

- Йәштән бейеүсе булды ул. Клубта уртаға төшөп алһа, беҙгә урын да ҡалмай торғайны! - Ауыл инәйҙәре хәтирәләренә уны ҡыҫтырмай ҡалмай. - Ә күлдәгенең яғалары гел сигеүле булды…

Иҫемә төшә шул саҡ инәйемдең, киске уйынға кейеп сығыр өсөн, атай-әсәйҙән ҡасып бүртлек башына менеп ултырабыҙ ҙа, күрше ҡыҙы, әхирәтем Мәрйәм менән күлдәктәребеҙҙең яғаларына, иҙеүенә сәскә-биҙәктәр сигәбеҙ, тип һөйләгәне. Олоғайғансы матур кейенергә яратты шул үҙе, өҫ-башы һәр саҡ ҡупшы, бөхтә булды.

Әле иһә уның күпереп бешкән икмәктәрен, тәмле сәйен һағынам. Шул сәйен бәләкәс кенә кәсәләренә яртышар итеп яһай ҙа миңә һона. Уны шулай әҙләп, тәмләп кенә эсергә яратты ул. Мин иһә кәсәнең яртылаш ҡына тулы булыуына риза түгел, мотлаҡ тулы булыуын талап итеп, кәсәһен кире һуҙам:

- Тултырып яһа инде, инәй, бәхетле булғы килә бит!

Аҙаҡ минең шул һүҙемдән икәүләшеп рәхәтләнеп көлөп алабыҙ.

Уның буяуһыҙ иҙән таҡталары һап-һары итеп ҡырып йыуылған булыр ине, ҡабарып бешкән күмәс-ләүәштәре мейестән сығып урындығына теҙелгән, өҫтәлендә самауыры бейей. Етеҙ баҫып, егәрле атлап йөрөгән сағында мәрйен-алҡалары ҡояшта янып күҙҙең яуын алып торор ине.

Мин дә сәйҙе уның кеүек тәмле итеп эсергә яратам. Кәсәмде тултырмайыраҡ яһаған сағымда, хәҙер инде инәйем үҙе мине киҫәтеп торғандай:

- Кәсәңде тултырып яһа. Бәхетле булғың килә бит!..


Инәйемдең сәйен эсеп сығыуға урамда Солтангәрәй бабайҙы тап итәм. Моғайын икмәк, тәмле күкистәр алып ҡайтып киләлер. Минең тәңгәлгә килеп еткәс ни тип өндәшерен дә күптән ятлап бөткәнмен, әле лә шул һүҙен көтөп кенә торам. Хәҙер ул атын ҡапҡа ауыҙына борор ҙа:

- Ҡыҙым, тәмле күкистәр алып ҡайттым. Әсәйеңдән ҡыҙыл аҡса ал да, кил, йәме, - тип ҡысҡырыр.

Олатай ишек алдына инеп киткәнсе, донъямды онотоп, уның артынан таралып ҡалған тәмле күмәс, йөҙөмлө-мәкле күкистәр еҫен еҫкәп торормон да өйгә йүгерермен. Ишектән килеп инеү менән олатай килтерергә ҡушҡан «ҡыҙыл аҡса»ны таптырырмын, әсәй тотторған башҡа төҫлөләренә ризалашмай мәж килермен. Ҡайҙа инде ул саҡта «ҡыҙыл аҡса»ның байтаҡ ҙур аҡса икәнен белеү ҙә, Солтан бабайҙың мине бала күреп шаяртыуын аңлау!

Уларҙың тупһаһына килеп баҫыуым менән Бәҙерниса инәй көлә-көлә олатай алып ҡайтҡан тәмлекәстәрҙе сығарып тотторор. Үҙе бабайына асыуланып алырға ла онотмаҫ:

- Бала менән булышып ней! Юҡты…

Әле лә йөҙөмлө-мәкле, шәкәрле-баллы кекстарҙы күп тәмләйем мин, тик ни эшләптер уларҙың береһе лә Солтангәрәй бабайҙыҡы кеүек тәмле тойолмай…

Эскәмйәлә хыялый уйҙарыма бирелеп ултырып көтөү ҡайтҡанын да күрмәй ҡалғанмын икән. Ана бит, ҡапҡа тышында Маһинур инәйем һарыҡтарын саҡырып тора. Ҡулына һәр ваҡыттағыса икмәген тотҡан. Хәҙер һарыҡтары эркелешеп килеп шул икмәккә йәбешер. Уның шулар менән мәж килеүен күҙәтеп ултырырға яратам. Муйындарын һуҙып баҡырып торған һарыҡтарына йомшаҡ әпәй киҫәге ҡаптырыр ҙа, һәр ҡайһыһының баштарынан һыйпап, һөйләшеп алыр. Мин иһә үҙебеҙҙең малдарға ҡапҡа асырға ла онотоп, шул күренеште иҫем китеп ҡарап ултырырмын.


Бала сағымдың иң йылы, иң яҡты хәтирәләре Маһинур инәйем менән бәйле. Йомошҡа инһәм, уны йәйҙәрен мотлаҡ баҡсаһынан эҙләп таба торғайным. Битлеген, ҡорт ҡарай торған кейемен кейеп нәҙекәйбилдәре янында мәж килә. “Ҡорт” һүҙен ишетеү менән һуштан ауырға торған кеше, ҡойма буйына боҫоп был күренеште иҫем китеп күҙәтәм. Мине күреп ҡалыу менән ул бөтә эшен ташлай һалып килеп етә. Көттөрөп тормай. Шул ыңғайҙа, түтәленән йә еләк, йә ҡуҙғалағын өҙөп бирә, баҡсаһындағы матур сәскәләрен күрһәтеп үтә.

- Әйҙә, ҡыҙым, өйгә инәйек, - йомошомдо ихатала ғына үтәмәй, бит - ҡулын сайып, йортҡа саҡыра. Ә миңә шул ғына кәрәк! Килеп инеү менән туп-тура уның теген машинаһы янына йүгерәм. Ул был ғәҙәтемде белеп бөткән.

- Ҡайһы ҡорама оҡшай, шуны ал, ҡыҙым.

Шау биҙәкле тауар киҫәктәрен ҡарап мәж киләм, әммә береһен дә алмайым, сөнки тегеү теккән инәйемә уларҙың нығыраҡ кәрәклеген аңлайым. Шундай саҡтарҙа ул миңә һөйөп ҡарай, тыйнаҡлығымды оҡшата. Унан икәүләп төпкө яҡта шау сәскәгә күмелеп ултырған гөлдәрен ҡарап сығабыҙ. Ул һәр гөлө янында айырым туҡталып үтә, уларҙы нисек тәрбиәләргә кәрәклеген һөйләй, аңлата. Һуңғы йылдарҙа урам - баҡсаларҙы йәмләп үҫкән петунияны ул шул йылдарҙа уҡ өйөндә үҫтерә торғайны. Ҡышын да шау сәскәгә күмелеп ултырған тамсыгөл, декабристарына

һоҡланып йөрөүем хәтерҙә. Әле килеп шуға хайранмын: ауылдың бөтмәҫ мәшәҡәте араһында миңә, бала кешеһенә лә ваҡыт бүлә алған бит әле ул! Шул рәүешле ҡыҙ баланың күңелендә матурлыҡҡа һөйөү тәрбиәләгән.

Һәр эште “бисмилла” нан башларға кәрәклекте, тупһаға ултырырға, көйәнтәне аша атлап сығырға, ҡомғанды өҫтәлгә ҡуйырға ярамағанлыҡты ла ул өйрәткәйне.

Ҡолағымды ла Маһинур инәйем тишкәйне. Сәпиттән ҡолап аяғыма баҫа алмай ятҡанымда ла ул һылап-имләп аяҡҡа баҫтырғайны. Һыуыҡ алдырып сирләгән саҡтарымда әле бер, әле икенсе үлән төнәтмәләре тотоп килеп керер ине. Ошоларҙы иҫләгәндә әле булһа күңелем тулып бер була…

- Быймысендә аяҡ зәңкей ул, - ҡышҡы иртәлә Айзирә инәй гелән шулай тип килеп инер ине. Тимәк, тышта ныҡ һыуыҡ, тип уйлайым, был һүҙҙәрҙе ишеткәс. Ул иһә урындыҡҡа ултырып ала ла, йылы мейескә арҡаһын терәп, яйлап ҡына хәбәрен һөйләй башлай. Төҫкә сибәр, ипле генә инәй булып хәтеремдә йәшәй үҙе. Һүҙен дә, бер генә көйләнештә, тәртипле генә итеп еткерә, ара-тирә, мәрәкә табыптыр, шулай уҡ ипле генә итеп көлөп тә алыр ине. Баҫалҡы инәй алдында үҙемде һәр саҡ тәртиптә тоторға тырышып, тартынып тороуымды хәтерләйем…

- Бынау яҡтар тотош бесәнлек була торғайны ул, ә мәктәп элек а-на-уын-да булды… - Әле мин күрше Гөлшат инәйҙең хәтирәләрен тыңлап, уның һәр әйткәнен күңелемә һеңдереп кенә урам эскәмйәһендә ултырам. Уның ише мауыҡтырғыс итеп үткәндәр хаҡында бер кем дә һөйләй белмәй. Ауылдың, кешеләрҙең үткәнен күберәк белеү теләге көслө булғанлыҡтан, тағы берәй тарих һөйләһен ине, тип зарығам. Инәйҙең яулығы аҫтынан күренеп, биленә төшөп торған толомдарын күреп, их, минең сәстәрем дә ошолай оҙон булһа ине, тип хыялланам.


Гөлшат инәй етәгендә үткәндәрҙе гиҙеп йөрөгән арала, ат менән Мансур бабай ҡайтып туҡтай.

- Ҡыҙым, - ти ул мине күреп ҡалып, - анау яҡта еләк тумырылып уңған да ҡуйған, барһаң, сәғәт тигәндә биҙрәңде тултыраһың.

Миңә ни, шул ғына кәрәк, кескәй силәгемде элеп яланға тороп сабам…


Еләклекте ташлап, бала сағым мине йәнә урамға әйҙәй. Ана, унда Басира инәй күренде. Яулығын яурынына төшөрөп ябынып, матур күлдәген кейеп, егәрле атлап беҙҙең яҡҡа ыңғайлай әле үҙе.

- Шәпме, ҡыҙым!

Минең “Шәп!” тиеүемә, «Һа-а-ай, ҡалай һурайып киткән!”, тип арҡамдан яратып үтә. Дөрөҫөн әйткәндә, мин башҡа инәйҙәрем алдындағы кеүек, был инәй алдында үҙемде иркен тотоп осона, шаяра алмайым, сөнки уның үҙен башҡасараҡ ҡабул итәм. Ул бит бүтәндәргә ҡарағанда олораҡ та, кейенеше лә икенсерәк. Ололарса. Сәстәребеҙҙе ялпылдатып урамда йүгерешкән саҡта Басира инәй килеп сыҡһа, беҙ йәһәт кенә эскәмйәгә барып ултырып, үҙебеҙҙе тәртипкә килтерергә тотонабыҙ: туҙған сәстәрҙе йыябыҙ, итәктәребеҙ менән теҙҙәрҙе ҡаплап ҡуябыҙ.

Басира инәйҙе мин билдәле рәссамдар төшөргән һүрәттәрҙәге инәйҙәргә оҡшатам һәм бала ғына булһам да, башҡорт инәйҙәре тап уның кеүек булырға тейештер, тип уйлайым…

- Һаумы, ҡыҙым! Әсәйең өйҙәме? - Шау биҙәкле матур күлдәген кейеп яныбыҙҙан Нәғимә инәй үтеп китә. Башына ҡояшта әле бер, әле икенсе төҫкә инеп янып торған ялтыр яулығын бәйләп алған. Ул һәр ваҡыт шулай матур кейенеп кенә йөрөй. Үҙе лә сибәр. Ыҡсым ғына донъяһы ла әллә ҡайҙан үҙенә тартып ултыра. Көтөү ҡаршыларға барған саҡта уның матур сәскәләр үҫкән ишек алдын иҫем китеп ҡарап үтәм. Баҡсаһында үҫкән ҡып-ҡыҙыл еләктәрен ашағы килеп бер була. Ҡыҙҙар менән шуларға ҡыҙығып инәйҙең рәшәткәһе буйлап әле тегеләй, әле былай йөрөп алабыҙ ҙа өйҙәргә таралабыҙ…


- Хәлегеҙҙе белергә индем. Күренмәйһегеҙ бит…- Шаулап-гөрләп, ҡапҡанан уҡ хәбәрен һөйләп, яныбыҙҙан уҙып барышлай уҡ гөпөлдәтеп арҡабыҙҙан яратып, баштарыбыҙҙан һыйпап, күрше Һәҙиә инәйем килеп инә. Килеп тә инә, һәммәбеҙҙе үҙе тирәләй әйләндерергә лә тотона. Етеҙ,теремек, телгә бай, мәрәкәсел инәйҙең күп хәбәре донъя, йорт-тирә мәшәҡәттәре хаҡындараҡ булһа ла, беҙҙе, бала-сағаны ла иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Әйтерен кинәйәләп кенә, әммә хәтергә һеңерлек итеп еткерә белә, һәр нәмәнән ҡыҙыҡ табып көлдөрөп, күңелдәрҙе күтәреп сығып китә. Картуф баҡсаһы артындағы муйыллыҡта беҙҙең йөрөгәнде күреп, биҙрәһе төбөнә тәм-томон һалып муйыл тирергә лә килеп етә ул. Ағастарҙы әйештереп, өҫтән тәлгәшләп кенә уға ырғытып торабыҙ, ағасты ботаҡлап һындыртмай, киҫәтеп кенә тора. Күмәкләшеп «һә» тигәнсе уның биҙрәһен тултырабыҙ ҙа, инәйҙең тәм-томдары менән һыйланабыҙ, шунда уҡ йырлап-бейейбеҙ, шиғырҙар, көләмәстәр һөйләйбеҙ.

Иң йылы хәтирәләрем Һәҙиә инәйемә лә бәйле, сөнки үҙемде белә-белгәндән ул беҙҙең ут күршебеҙ булды. Үҙе күмәк бала үҫтергәнгәме, сабыйҙарҙан бер ҙә туйманы Һәҙиә инәй, үҙе янына йыйып тотто. Эскәмйәһенә сығып ултыра ла, бәләкәстәрҙе таҡмаҡ әйтеп бейетеп, хәбәр һөйләтеп мәж килә торғайны.

Ҡайһы саҡ бойоғоп китә лә, ҡаланан Гөлнур ҡыҙы ҡайтһа йәнә теремекләнә, атлап түгел, осоп йөрөй башлай. Миңә ул саҡтарҙа иғтибар кәмей төшкәнгә күрә, инәйҙе шул ҡыҙынан ҡыҙғанып бер булам. Апай ҡасан ҡайтып китә лә, Һәҙиә инәй беҙгә инә инде, тип тәҙрәнән күҙемде алмайым.

Ғөмүмән, мин йоҡонан уяныу менән тәҙрә аша иң беренсе уның ишек алдына күҙ ташлай торғайным. Усағынан төтөн сығыуын күрһәм, йәнемә тыныслыҡ яғыла, донъям түңәрәкләнә. Ул иһә аллы-гөллө алъяпҡысын тағып һәр ваҡыт эш өҫтөндә булды, бер минутын эшһеҙ үткәрмәй, ниҙер йыуа, йыша, сайҡай торғайны.

Миңә дүрт-биш йәштәр самаһы булғандыр, Һәҙиә инәйҙең түрҙәге урындығына менеп баҫҡанмын да, эсемдәге бөтә серҙәремде тағатып торам. Ул иһә мине сәй эсерәм тип мейес алдында өтәләнеп көлсә бешерә. Үҙе минең һәр әйткән һүҙемдән һыны ҡатып көлгән була. Икәүләп сөкөрҙәшеп сәй эсеп алабыҙ ҙа, ул шәл бәйләргә ултыра, мин иһә хәбәремде һөйләй-һөйләй киң урындыҡта аунап-тәгәрәп кинәнәм...


Күптән түгел баҡыйлыҡҡа күскән Банат инәйем иһә әле лә тупһаһына сығып баҫып, ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып ҡарап торор ҙа, яйлап атлап беҙҙең яҡҡа ыңғайлар кеүек. Олоғая килә йыш ҡына күңеле тулып, күҙҙәре йәшкәҙәп кенә торор ине үҙенең. Ваҡыт уҙған һайын кешенең күңеле лә, хас ғүмерҙең үҙе шикелле яйлап “йоҡара” баралыр шул…


…Әле иһә уйҙарымдан уйылып ауыл эскәмйәһендә ултырам. Минең баласаҡ урамым, тим, ҡайһылай ҙа нурлы - ҡотло, ә күңелем йырлы - моңло, таҡмаҡлы ғына булған. Йор һүҙле, аҡыллы кәңәшле инәй-олатайҙарым шул урамдың йәмен үҙҙәре менән алып киткәндәр ҙә, шуға ауылға ҡайтһам, йәм тапмай бер булам икән бит.

Инде улар менән һөйләшәһе һүҙҙәрем күп булыуы, байтаҡ һорауҙарым яуапһыҙ ҡалыуы, хәтирәләрен тыңлағанда барыбер ҙә артыҡ иғтибарлы булмауым үкендерһә лә, минең бала сағымды йәмле һәм йәнле итеүгә үҙ өлөштәрен индергәндәре өсөн рәхмәтлемен үҙҙәренә. Бала сағым иҫкә төшһә, ғүмер буйына оҙатып барыр йылы хәтирәләрем булып баштарынан һис ҡасан яулыҡ төшмәгән, оҙон күлдәкле, мәрйен-алҡалы, тиҫбеле инәйҙәр, һынсыл ҡарашлы олатайҙар күҙ алдына баҫа.

Зыяратҡа барһам, мотлаҡ һәр ҡайһыһының ҡәбере янында туҡталып үтәм. Шунда баҫып торғанда, уларҙың: “Һай, ҡыҙым, ҡалай һурайып киткәнең ул!” тигән һүҙҙәрен ишеткем килеп бер була. Йөрәгемде өтөп алып барған билдәһеҙ тойғоноң юҡһыныу икәнен аңлап тетрәнәм дә, йәннәттәргә осоп киткән инәй-олатайҙарыма өндәшәм: “Һеҙҙе һағынып йәшәйем…”

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Читайте нас: