Исем ауылындағы ыҡсым ғына ағас йорттоң эсендә яҡтылыҡ, ябай һүҙҙәр менән аңлата алмаҫлыҡ йылылыҡ хакимлыҡ итә. Бының башҡаса булыуы мөмкин дә түгел, сөнки унда, Гөлнара менән Фәрит Ғәликәевтарҙың татыу ғаиләһендә, береһенән-береһе матур биш сабый тәрбиәләнә. Балалы йорт – нурлы йорт, тип белмәй генә йырланмай шул йырҙа ла. Ә балаларҙың йөҙҙәрендә балҡыған нур, шатлыҡ осҡондары - Әсә күңеленең изгелеге, хәстәрлеге һәм яҡтылыҡҡа ынтылышының бер йәнле сағылышы ул.
- Биш бала кемгәлер күп күренһә лә, миңә һис улай түгел. Береһе күҙгә күренмәй торһа, күңелгә ҡыйын булып китә, өйҙөң йәме бөткәндәй тойола, - ти ифрат бала йәнле әсә кеше. – Бер-береһе өсөн өҙөлөп торалар, өлкән апай-ағайҙары кеселәренә кәңәшсе һәм ярҙамсы, йорт, хужалыҡ эштәрендә лә үҙебеҙгә ҡул алмаш булып киләләр.
Гөлнара Әмир ҡыҙы Санъяп ауылында тыуып үҫкән. Кейәүгә йәшләй генә сыға ул. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан ауылдаш егете – Фәрит Хәлит улы тиҙ арала ҡыҙҙың йөрәген яулап ала. 2003 йылда йәштәр ҡауышып, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫа. Тәүҙә тыуған ауылдарында йәшәп, балаларыбыҙ ҙур, матур мәктәптә уҡыһын тигән изге ниәттәр менән 2010 йылда “Әсәлек капиталы”на Исем ауылынан өй һатып алып, ошонда төпләнәләр. Бәхеткә күрә, ҙур ауылда эшһеҙ ҙә йонсомайҙар. Гөлнара Исем мәктәбендә йыйыштырыусы булып эшләһә, Фәрит тәүҙә балта оҫтаһы булып йөрөй, 2012 йылдан бирле “Тужилкиндың крәҫтиән-фермер хужалығы”нда механизатор булып эшләй. Намыҫлы эшсән яҙғы сәсеү, урып-йыйыу осоронда ғына түгел, һыуыҡ ҡыштарҙа ла эштән өҙөлмәй, ғаиләһенең, шәхси хужалыҡтың да ныҡлы тотҡаһы, терәк-таянысы. Хеҙмәттән йәм табып йәшәргә күнеккән Ғәликәевтар ихата тултырып өйрәк-ҡаҙ ҡарай, күпләп мал аҫрай, баҡса үҫтерә. Ишле ғаиләһенән артҡанын һатып, дөйөм ғаилә бюджетына табыш индерергә лә әмәлен таба уңғандар. Оҫта ҡуллы хужабикәнең ҡулынан килмәгән эш юҡ: ойоҡбаш-бейәләй, кофталар, уйынсыҡтар бәйләй, торт бешерә... Заказ биреүселәре бар хатта. Күҙҙең яуын алырлыҡ ҡул эштәре байрамдарҙа Исем ауыл биләмәһе ҡуйған күргәҙмә мөйөштәрен дә биҙәй. Тағы ла... Тоҙлаған йәшелсәләренең тәмлелеген әйт!
Әсәләренең хеҙмәтенә балалар ҙа ихтирам менән ҡарай белә бит әле. “Беҙ әсәй бешергәнде генә ашарға яратабыҙ”, - тиҙәр. Быйыл 9-сы класта уҡыған өлкән ҡыҙҙары – Динара әсәһе өлгөһөндә аш-һыу серҙәренә төшөнөп бөткән, уның хыялы - киләсәктә медицина өлкәһендә белем алыу. 6 – сы класта гел “5”кә уҡыған улдары – Флорид һәр яҡлап алдынғы, нәфис әҙәбиәт уҡырға ярата (!), киләсәктә мопедлы булыу теләге менән ата-әсәһенә мал ҡараша, йәйҙәрен бәпкәләр көтөшә. Маҡсатлы, белемгә сос үҫмерҙән күренекле шәхес сығыр әле, кем белә... Флорид 3-сө класта уҡыусы Фидәил ҡустыһы менән икәүләп Илүзә һәм Илгиз Ниғәмәтуллиндар алып барған бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә. Тырышлыҡтары һөҙөмтә биргән дә инде! Ауыл тормошона мөкиббән Фидәил техника яғына шәп, киләсәктә фермер булам, ти. 2014 – се йылғы Рафаилға 5 йәш кенә тула әле. Һүрәт төшөрөргә, һанарға, пластилиндан нәмәләр эшләргә әүәҫ малайҙың тиҙерәк ағалары артынан уҡырға барғыһы килә. Иң кескәйҙәре – наҙлыҡай Илсиә йәш ярымлыҡ сабый ғына әле, Рафаил менән балалар баҡсаһына йөрөй, беҙ әсәһе менән әңгәмәләшкән арала йоҡо туйҙырып алды, мыжып та ҡараманы үҙе.
Эйе, эшһөйәр, изгелекле әсәнән тырыш, алсаҡ йөҙлө сабыйҙар тыуа. Иплеләр, яраттырғыс үҙҙәре, күҙҙәрендә – осҡон, ҡош телендәй йөрәктәрендә - яҡты хыял, киләсәккә ҙур пландары бар. Бары тик һау-сәләмәт булып, үҙ юлдарын табып, һөйөклө әсәләрен һәм хәстәрлекле атайҙарын һәр саҡ ҡыуаныстарға ғына төрһөндәр улар! Балалар шат йөҙлө, имен-һау булғанда, Гөлнара һәм Фәрит Ғәликәевтар ғаиләһенең бәхет йылғалары ташып торор, нурлы йорттарының ырыҫы артыр әле!