Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Ноябрь 2019, 18:14

“Бәхет сере нимәлә? Татыулыҡта”

60 йыл ғүмерҙе иңде-иңгә терәшеп бергә үткән күркәм пар – Бикбулат ауылында йәшәүсе Сәлимә һәм Ҡаһарман Иҫәнгилдиндарҙың тәү ҡарашҡа ябай ғына яуабына тәрән мәғәнә һалынған.

60 йыл ғүмерҙе иңде-иңгә терәшеп бергә үткән күркәм пар – Бикбулат ауылында йәшәүсе Сәлимә һәм Ҡаһарман Иҫәнгилдиндарҙың тәү ҡарашҡа ябай ғына яуабына тәрән мәғәнә һалынған. Татыулыҡ, берҙән, тәртипле, тәүфиҡлы булыуҙы, бер-береңде ихтирам, хөрмәт итеүҙе аңлатһа, икенсенән, ул төшөнсәгә ирҙе – ир, ҡатынды – ҡатын итеп ҡабул итеп, ғүмер буйына йәшлек тойғоларына тоғролоҡ һаҡлау, донъя йөгөн бергәләп тартыу, күңелһеҙ мәлдәрҙе лә сабыр һәм тыныс ҡына үткәрә белеүҙе индерергә булалыр.


Татыулыҡтары менән күптәрҙе һоҡландырып, үҙҙәренең күркәм көнитмеше менән йәштәргә лә, өлкәндәргә лә өлгө, оло үрнәк булып йәшәгән, дан-шөһрәт, рәхмәт көтмәйенсә фиҙаҡәр эшләгән, намыҫ менән йәшәгән, үҙҙәре кеүек үк тәртипле балалар үҫтергән Сәлимә менән Ҡаһарман Иҫәнгилдиндар күптән инде ауылдың хөрмәтле кешеләренә әйләнгән.

Улар икеһе лә бер ауылда - хозур тәбиғәте менән күптәрҙе таң ҡалдырған Бикбулатта тыуып үҫә. Яҙмыш бер-береһенә насип кешеләрҙе гел бер тирәлә йөрөтә, юлдарын осраштыра тигәндәре хаҡтыр. Сәлимәнән 6 йәшкә өлкән Ҡаһарман әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, иптәштәре менән бергә Ҡаҙағстанға сиҙәм ерҙәрен күтәрергә китмәксе була. Тик колхоз рәйесе Әмирханов шофер һөнәренә уҡып сыҡҡан егетте бер ҙә ситкә ебәргеһе килмәй, райкомдан рөхсәт алып, уны комбайнер ярҙамсыһы булырға өгөтләй. Ана шунда биргән ризалығы Ҡаһармандың яҙмышын хәл итә лә инде, комбайнсыларға ярҙамға, ашлыҡ тултырырға килгән йәш ҡыҙҙар араһынан нескә буй-һынлы, ҙур зәңгәр күҙле Сәлимәгә ғашиҡ була. Йәштәр күп тә тормай өйләнешә һәм бына тигән итеп донъя көтөп алып китә.


Кешеләрҙең күтәренке күңел менән ихлас итеп донъя көткән, бөтә халыҡ бер булып дөйөм эш өсөн янып йәшәгән заман... Иң ябай ризыҡ та тәмле һый, иң ябай күлдәк тә ҡупшы кейем булған был йылдарҙа Сәлимә менән Ҡаһарман совхозда ла тырышып эшләй, гөрләтеп донъяһын да көтә.

Хеҙмәт юлын комбайнер ярҙамсыһы булып башлаған Ҡаһарман ағай Йылайыр һөнәрселек училищеһын тамамлай, зоотехник та, ферма мөдире лә, мал табибы ла булып эшләй. Сәлимә апай ҙа иренән ҡалышмай: донъяһын да гөл итеп тота, балаларын да ҡарап өлгөрә, совхоз эшенән дә ҡалмай. Күптәр һоҡланырлыҡ, күптәр көнләшерлек тормош юлы үтә Иҫәнгилдиндар. Егәрле булыуҙары, тырышлыҡтары менән дан алған, бер эштән дә ҡурҡып тормаған пар тырышып үҙ ҡыйыҡтарын булдыра. Һәр эштә алдынғы булырға өйрәнгән ғаилә башлығы уның менән генә риза булмай, балалары ишәйә башлағас тағы ла бер йорт күтәрә, уныһын да ауылда берәүҙә лә булмаған ҙур тәҙрәле, иркен итеп һала.

Иҫәнгилдиндар үҙҙәре кеүек егәрле һәм тырыш балалар үҫтерә, Филүзә, Фәриҙә, Фәйрүзә, Фәнис - һәр береһе алған һөнәрҙәре буйынса намыҫлы хеҙмәт итеп, лайыҡлы донъя көтә, балалар үҫтерә, ата-әсәһенә ныҡлы терәк-таяныс булып тора. Сәлимә апай менән Ҡаһарман ағайҙың ейән-ейәнсәрҙәре лә хәҙер үҫеп бөткән, өләсәй-олаталарына бүлә-бүләсәрҙәр күреү-һөйөү бәхетен дә бүләк иткән.


Гәүһәр туйҙарын билдәләүсе Сәлимә менән Ҡаһарман Иҫәнгилдиндарҙы күркәм ғүмер байрамдары уңайынан ауылдаштары ла - Бикбулат ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре: директоры Гөлсәсәк Солтанморатова, художество етәксеһе Таһир Ишемов, китапханасы Гөлнәзирә Кинйәбаева, “Сөмбөлә” ансамбле йырсылары тәбрикләне. Гөлсәсәк Зәбир ҡыҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Ҡотлау адресын һәм иҫтәлекле бүләген тапшырҙы, Әлфиә Ҡалҡаманова менән Таһир Ишемов моңло йыр-моңдарын гүзәл парға бағышланы.


Ауылдарҙың ҡотон һаҡлаған, йәмен арттырған ошондай күркәм парҙар, балалар, ейәндәр, туғандар игелеген, ҡәҙер-хөрмәтен күреп, тағы оҙаҡ йылдар ғүмер кисерһен!

Розалия ИСҠУЖИНА.

Автор фотоһы.

Читайте нас: