Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Ноябрь 2019, 16:26

Үҙебеҙгә насип мал...

Сәғиҙә менән Самат ҡунаҡҡа саҡырылғандар бөгөн. Тәғәйен киске 7-гә килеп етерһегеҙ тип әйтелгән. Сәғиҙә әле өйҙә бер үҙе. Тәҙрәнән күҙен алмай Саматтың ҡайтыуын көтө. Ниһайәт, ишектә ире күренде. - Аҡса снимать иттеңме?- Ах-ти, оноттом бит әй!- Уф, алла! Барса кешегә аҡса бирергә тип әйтелде бит инде. Ай, хәҙер ни эшләргә, ә?

Сәғиҙә менән Самат ҡунаҡҡа саҡырылғандар бөгөн. Тәғәйен киске 7-гә килеп етерһегеҙ тип әйтелгән. Сәғиҙә әле өйҙә бер үҙе. Тәҙрәнән күҙен алмай Саматтың ҡайтыуын көтө. Ниһайәт, ишектә ире күренде.

- Аҡса снимать иттеңме?

- Ах-ти, оноттом бит әй!

- Уф, алла! Барса кешегә аҡса бирергә тип әйтелде бит инде. Ай, хәҙер ни эшләргә, ә?

Сәғиҙәнең байрам кәйефе һүрелде. Мыңғырлай-мыңғырлай шифонер башында торған сепрәк сумканы һөйрәп төшөрҙө. Былтыр саматың 50 йәшенә ауылдан кемеһелер бүләк иткән был плед (бәлки одеялдыр) 1 йыл шу шифоньер башында торҙо инде.

- Ошо нәмәне генә алып барайыҡ та ҡуяйыҡ инде, оят булһа ла. Ивет!

- Үҙең беләһең

- Аһ-аһ, сумкаһының төбөндә бер ебе сығып торасы. Ҡуй, ҡырҡып тормайым, эс яғына тығып ҡуям.

Сумканы тотоп ҡабаланышып сығып киттеләр.


Ҡунаҡ шәп булды. Барса халыҡ уйын-көлкө, йыр-гармун менән рәхәтләнеп күңел асты...

Ике йыллап ваҡыт үтеүгә Сәғиҙәнең 50 йәшлек юбилейы гөрләп уҙҙы. Ҡунаҡтар таралышыу менән, Сәғиҙә аяҡтарын бөкләп тороп, диванға аҡса һанарға ултырҙы. Самат бисәһенә яҡыныраҡ йылышты. Сираттағы конвертты уның йөҙө яҡтырғандан-яҡтыра барҙы.

- Бер-ике бүләк ә бар ине, шикелле, - тине Сәғиҙә. – Килтер бында.

Саматы тотоп ингән бүләктәрҙе күргәс, Сәғиҙәнең аптырауҙан ауыҙы асылды. Асҡан ауыҙын ябырға ла онотоп, бүләктәргә яҡыныраҡ килде. Күҙҙәрен сылт-сылт йомғолап торғанда, Саматтың ҡысҡырып көлөп ебәреүенә тертләне:

- Ха-ха-ха! Ике йыл элек ҡәйнешк бүләк иткән одеял кире әйләнеп ҡайтҡан.

- Юҡсы, ул түгел! Был одеялды апайымдар алып килделәр ҙә инде.

- Ышанмаһаң, ҡара бына! Төбөндәге ебе лә шул уҡ, сосорап тора. Ҡәйнеш ҡайынбикәгә бүләк иткәндер былтыр. Хи-хи-хи!

Сәғиҙә дивандан һикереп төштө лә сумка янына килде: бәй, ысынлап та шул бит. Ҡуй инде, үҙебеҙгә насип мал булған икән. Оҙон-оҙон юлдар үтеп кире әйләнеп ҡайтты. Етте, күп йөрөнө! Ҡайҙа әле юрған тышы кейҙерәйем дә, рәхәтләнеп ябынып ятайым!

Ғәлиә ӘЛИМҒУЖИНА.

Читайте нас: