Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Ноябрь 2019, 16:16

Атай бүләге

Минән айлап ҡына оло булыуына ҡарамаҫтан, үҙен һәр саҡ өлкәнерәк итеп тотоп өйрәнгән Миләүшә әхирәтем һәр ваҡыттағыса ишектән инер-инмәҫтән һөрән һалды: - Атайым посылка аша минең портретымды ебәргән, ишеү тәмле кәнфиттәр ҙә һалған! Кәнфит кенә күргән бар, ә бына портрет тигәне нимә икән? Мин генә түгел, яңы тәпәй баҫҡан ҡустым да, мейес алдында шажлатып ҡоймаҡ ҡойоп торған әсәйем дә ҡыҙыҡһынып, инеүсенең ҡулындағы ҡағыҙ киҫәгенә төбәләбеҙ.

Минән айлап ҡына оло булыуына ҡарамаҫтан, үҙен һәр саҡ өлкәнерәк итеп тотоп өйрәнгән Миләүшә әхирәтем һәр ваҡыттағыса ишектән инер-инмәҫтән һөрән һалды:

- Атайым посылка аша минең портретымды ебәргән, ишеү тәмле кәнфиттәр ҙә һалған!

Кәнфит кенә күргән бар, ә бына портрет тигәне нимә икән? Мин генә түгел, яңы тәпәй баҫҡан ҡустым да, мейес алдында шажлатып ҡоймаҡ ҡойоп торған әсәйем дә ҡыҙыҡһынып, инеүсенең ҡулындағы ҡағыҙ киҫәгенә төбәләбеҙ.

Аллаҡайым, портрет тигәне һүрәт була икән дә, аҡ ҡағыҙ битендә тере Миләүшә ултыра тиерһең, алдындағы бесәйенә тиклем һуйған да ҡаплаған Аҡҡолаҡ, тәпәйендәге ағына тиклем бар.


Миләүшә әйтеүенсә, атаһы ҡайҙалыр бик алыҫҡа командировкаға киткән, әллә ҡасан уҡ инде. Беҙ ул ваҡытта бәпес кенә булғанбыҙ, шуға ла уның ниндәйерәк икәнлеген стеналарына ҡуйылған ҙурайтылған фотоһүрәттән генә күреп беләм. Уларға уйнарға ингәндә хаты килгәнен дә ишеткәнем бар.

- Их, беҙҙең атай ҙа шулай командировкаға барһын да, беҙгә посылка һалып ятһын ине, - әхирәтем нисек ингән, шул килеш ҡойон кеүек сығып китә һалғас, көнләшеү ҡатыш ҡыҙығыу менән әсәйемә һыйынам.

Әсәйем терләп киткәндәй була:

- Кит, ауыҙыңдан ел алһын, тәүбә-тәүбә, Аллам һаҡлаһын тиң!

Уның кинәт хафаланып китеүен аңламаһам да, баш ҡағып, “Тәүбә-тәүбә, Аллам һалаһын” тип ауыҙ эсемдән генә үҙ алдыма мығырлаған булам. Был – минең үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр тәүбә итеүем булды, буғай.


Әсәйемдең алты йәшлек ҡыҙынан тәүбә иттереүен иһә бер аҙ үҫә төшкәс – Миләүшәнең атаһы төрмәнән ҡайтып, яман холҡо менән ғаиләһенең генә түгел, ауылдаштарының да үҙәгенә үтә башлағас ҡына аңланым...

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.


Читайте нас: