Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Ноябрь 2019, 17:41

Йортоңа газ үткәреү өсөн 60 һәм 100 мең һум аҡса кемдәргә бирелә?

Район ауылдарын газификациялау эше дауам итә. Быйыл Етебулаҡ, Дәүләтҡол ауылдарына, Семиречье, Ҡортйылға утарҙарына газ үтте. Әле ауылға тиклем һәм ауыл араһында газ торбаларын һалыу эштәре тамамланған, халыҡҡа документтарын тәртипкә килтереп, йорттарына зәңгәр яғыулыҡ тоташтырыу эшен атҡарып сығырға кәрәк. Газ үткәреүҙең перспектив планына Әлмәс ауылы һәм Назаркин ауылы урамдары, проект-тикшереү эштәрен башҡарыу реестрына Багдашкин, Мораҙым, Юлбаш һәм Әлимғол ауылдары ингән. Яңыраҡ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә йортҡа газ үткәреү өсөн сертификаттар тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Район ауылдарын газификациялау эше дауам итә. Быйыл Етебулаҡ, Дәүләтҡол ауылдарына, Семиречье, Ҡортйылға утарҙарына газ үтте. Әле ауылға тиклем һәм ауыл араһында газ торбаларын һалыу эштәре тамамланған, халыҡҡа документтарын тәртипкә килтереп, йорттарына зәңгәр яғыулыҡ тоташтырыу эшен атҡарып сығырға кәрәк. Газ үткәреүҙең перспектив планына Әлмәс ауылы һәм Назаркин ауылы урамдары, проект-тикшереү эштәрен башҡарыу реестрына Багдашкин, Мораҙым, Юлбаш һәм Әлимғол ауылдары ингән.


Яңыраҡ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә йортҡа газ үткәреү өсөн сертификаттар тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.



Уға ярашлы,
*Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары,


*хәрби хәрәкәттәр инвалидтары,

*инвалидтар,

*инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр,

*күп балалы ғаиләләр
60 һәм 100 мең күләмендә сертификат алырға хоҡуҡлы. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, ниндәй категорияға ҡарауына ҡарамаҫтан, ул 100 мең һум күләмендә тапшырыла.


Был турала тулыраҡ мәғлүмәт менән БР-ҙың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының рәсми сайтында танышырға була.
Читайте нас: