Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Ноябрь 2019, 17:03

“Мөғжизә-коктейль” эсеп ябығырғамы? Әллә ашауҙы ҡыҫҡартырғамы икән?

Төшкө аш ваҡыты етеп килгәндә ишектән бер ҡатын башын тығып һаулыҡ һорашты. Мөләйем генә үҙе.- Мөмкинме? Күп ваҡытығыҙҙы алмайым. Нисек һау-сәләмәт тормош алып барыу тураһында консультация үткәрергә теләйем. Ун – ун биш минут бүлә алаһығыҙмы миңә?

Төшкө аш ваҡыты етеп килгәндә ишектән бер ҡатын башын тығып һаулыҡ һорашты. Мөләйем генә үҙе.

- Мөмкинме? Күп ваҡытығыҙҙы алмайым. Нисек һау-сәләмәт тормош алып барыу тураһында консультация үткәрергә теләйем. Ун – ун биш минут бүлә алаһығыҙмы миңә?

Беҙҙең редакциянан, шөкөр, кеше өҙөлмәй ул. Баҫмабыҙға кемдер ҡулъяҙмаһын күтәреп килә, кемдер селтәр, косметика, китап тәҡдим итә, алыҫ юлдан килгәндәрҙең күңелен ҡыймайыҡ тип, ҡайһы берҙә кәрәкмәгән нәмәне лә алып ҡалабыҙ. Ғөмүмән, һәр килгәнде яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, йылы һүҙ менән оҙатырға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Күптәр өсөн беҙ – мәғлүмәт үҙәге. Бик һирәктәр өсөн (бәхеткә күрә) – беҙ үҙебеҙ нервыларын тынысландыра торған йәнле “медпункт”. Ҡалай итеп (?) тиерһегеҙ. Мәҫәлән, бәғзе берәүҙәр яңылыш ҡына иртә таңдан һул аяҡтан тороп “Мораҙым”ды ҡулына ала. Әмәлгә ҡалғандай, беҙ яҙған герой уның дошманы, йәиһә балаһының, туғанының яратмаған кешеһе булып сыға бит, әй. ...Бәәәәй, Фәлән Фәлән улы, йәки ҡыҙы нишләп әле гәзиттә йылмайып тора? Ни ере менән ул минән өҫтөн әле, ә?

Ошо сәнскеле уйҙарҙы көн оҙонона оло йөк итеп күңелендә йөрөтмәҫ бит инде, ивет? Нервыларын тынысландырыр һәм бар ғаләмдән үсен алыр өсөн ул таныш редакция номерын йыя. Ғәҙәттә, ҡыҙып-ҡыҙып хәбәр башлап, аҙаҡ үҙе тамам тынысланып ҡала шылтыратҡан кеше. Беҙгә ундай мәлдәрҙә, әлбиттә, ныҡ ҡына тырышырға тура килә инде. Психология фәненән булған белемдәрҙе туплап, күп кенә тир сығарып, йәғни һалпы яғына һалам ҡыҫтырып, уңышҡа өлгәшәбеҙ. Әммә ыңғай яҡҡа һыйпалмайынса, йылына бер тапҡыр суд менән янаусылары ла табыла. Шулай итеп, байтаҡ өлкәлә айырым “ҡаҙаныштарға” ирешкән һөнәр эйәләре булараҡ, үҙебеҙ теләгән бер темаға яҡшы консультация биреү һәләтенә эйәбеҙ, тиһәк, һис арттырыу булмаҫ.


Һау-сәләмәт тормош тураһында һүҙ сыҡҡас, яҙмамды ситкә ҡуйып, таныш булмаған һылыуҙы бүлмәгә әйҙүкләнем. Һылыу тигәнебеҙ интернет селтәрҙәрендә ҙур бәхәстәр ҡубыуға (берәү үлтереп маҡтаһа, икенселәре ҡырҡа ҡаршы төшә) сәбәпсе булыусы компания консультанты Зөлфиә Ильясова булып сыҡты. Күрше Ейәнсура районынан үҙе. Ун йыл бергә татыу йәшәгән тормош иптәше Фәнил менән ике сабыйға ғүмер бүләк иткәндәр, өсөнсөгә бәпәй көтәләр.
- Йөклө килеш йыбанмайынса йөрөүегеҙ, әй! – тим, ғәжәпләнеп.

- Почтала эшләп декрет отпускыһына сыҡтым да, тик ултырмайым әле, аҙыраҡ аҡсаһы ла ҡамасауламаҫ, тип ошоға әүрәп киттем.

- Ҡоро консультация ғына үткәрмәйһегеҙ бит инде, шул компанияның продукттарын тәҡдим итәсәкһегеҙ. Бығаса ябығыр өсөн теләһә ниндәй сәйҙәр, коктейль, махсус медицина препараттарын ҡулланған ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡайһы берҙәренең бөгөн эсәк-ашҡаҙан, бауыр эшмәкәрлеге өлкәһендә киҫкен проблемалары тыуыуы тураһында ишетеп беләбеҙ. Хатта яман сиргә дусар булыусылар хаҡында ла һөйләп торалар.


Шуныһы оҡшаны – Зөлфиә (ни ғәжәп?) ысынлап та компания продукцияһын көсләп таҡманы, кеше организмының параметрҙарын, йәғни ауырлыҡ, һыу, һөйәк массаһы, май ҡатламы кеүек төп күрһәткестәрен билдәләүсе япон үлсәгесенә баҫтырып (бер ризалыҡ биргәс артҡа сигеү юҡ инде), һығымталар сығарҙы. Шөкөр, тейешле норманан 4-5 килоға артыҡ булыуымды һанамағанда, борсолорлоҡ урын юҡ булып сыҡты.

Бәлки, минең урында берәү булһа, паникаға бирелеп, йәһәт кенә ябығыу, артыҡ килограмдан ҡотолоу теләгенән “мөғжизә – коктейль”, тылсымлы сәйҙәргә шул минутта уҡ заказ бирә һалыр ине. Әммә үҙем бешергән бәлештәрҙән, коллегалар һыйлаған тәмлекәстәрҙән бер-ике ай дауамында баш тартҡан осраҡта, мин үҙемдең элекке идеал ауырлығыма тиҙ генә әйләнеп ҡайтыуымды яҡшы беләм. Йәйге баҡса мәле етһә, ҡыш буйы туплаған майыңдан былай ҙа нисек ҡотолғаныңды һиҙмәй ҙә һалаһың. Былары – минең шәхси фекерҙәр.


Тик һәр бер кеше үҙ юлын үҙе һайларға хоҡуҡлы – аҙ ғына ашауҙы ҡыҫҡартырғамы, әллә “мөғжизә-коктейль” эсергәме.

Ә бына Ейәнсура ҡыҙы - Зөлфиәнең эскерһеҙлеген, ихласлығын, ысын башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас мөләйемлеген өлгө итеп алғанда була. Уның: “Һау-сәләмәт булғың килһә, Һәр иртәне туҡлыҡлы бутҡанан башлау, рациондан артыҡ тоҙло һәм артыҡ шәкәрле ризыҡ, ҡамыр аштарын алып ташлау, күберәк йәшелсә-емеш ашарға, күберәк һыу эсергә кәрәк” – тигәнен һәр беребеҙгә ҡолаҡҡа элеү, аңға һеңдереү ҡамасауламаҫ.

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Читайте нас: