Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Ноябрь 2019, 11:53

Ибраһим ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Тимербулат Йосопбаев олпат юбилейын - 95 йәшен билдәләне

Утты-һыуҙы кискән яугир – 1-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены эйәһе. Шулай уҡ 1942-1943 йылдарҙа фашистарҙы ҡыйыу тар-мар иткәне өсөн ул “За победу над Германией”, 1948 йылда “За отвагу”, аҙаҡ мәртәбәле Жуков һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнгән. Сабый саҡтан атайһыҙ ҡалып, әсәһенә ярҙамлашыу ниәтендә нығынып та бөтмәгән ҡулдарына ураҡ алған, хеҙмәт яланында апаруҡ сынығып өлгөргән Тимербулатҡа һуғышҡа киткәндә ни бары 16 йәш була. Хәрби әҙерлек үткән осорҙа уҡ зирәклеге, физик яҡтан ныҡлығы менән айырылып торған ябай ауыл малайы Мәскәүҙе уҙып Белорусия, Украина ерҙәрендә һуғыштың иң утлы ҡаҙанында ҡайнай. Меңәрләгән дошманды ҡыйратҡан оҫта уҡсы Берлинға ла етер ине...

Утты-һыуҙы кискән яугир – 1-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены эйәһе. Шулай уҡ 1942-1943 йылдарҙа фашистарҙы ҡыйыу тар-мар иткәне өсөн ул “За победу над Германией”, 1948 йылда “За отвагу”, аҙаҡ мәртәбәле Жуков һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнгән.
Сабый саҡтан атайһыҙ ҡалып, әсәһенә ярҙамлашыу ниәтендә нығынып та бөтмәгән ҡулдарына ураҡ алған, хеҙмәт яланында апаруҡ сынығып өлгөргән Тимербулатҡа һуғышҡа киткәндә ни бары 16 йәш була. Хәрби әҙерлек үткән осорҙа уҡ зирәклеге, физик яҡтан ныҡлығы менән айырылып торған ябай ауыл малайы Мәскәүҙе уҙып Белорусия, Украина ерҙәрендә һуғыштың иң утлы ҡаҙанында ҡайнай. Меңәрләгән дошманды ҡыйратҡан оҫта уҡсы Берлинға ла етер ине...
Пулеметтан дошмандарҙы утҡа тотҡанда, 1943 йылдың 15 майында Донецк йылғаһы ярында эргәһендә бомба шартлап, башы ҡаты яраланған һалдат Тамбов госпиталендә аңына килә.
... Ә еңеү яулап ҡайтҡас, һуғыш яралары һыҙлап йөрәккәйҙәренә үтһә лә, башкөлләй эшкә сума ул. Күгәрсен совхозының “Искра” бүлексәһендә игенсе, бригадир, почтальон, ҡарауылсы... – ниндәй генә өлкәлә эшләмәһен, һәр бурысты, партия ҡушҡанса, еренә еткереп намыҫ менән башҡара. Икенсе яртыһы ла ғүмер буйы һауынсы була, сөгөлдөр баҫыуҙарында тир түгә. Алты балаға ғүмер бүләк иткән парға тирә-яҡтағылар гел һоҡланып бағыр була...
- Кеше бөтә нәмәгә өйрәнә, күнә, әммә юғалтыуҙарға ғына күнеп булмай, өйөм-өйөм ятҡан ҡорбандар, яндырылған ауылдар һаман күҙ алдымда, - ти ул яу ҡырында ятып ҡалған полкташ дуҫтарын, 65 йыл тормош йөгөн бергәләп тартҡан, хәҙер гүр эйәһе булған тормош юлдашы Миңзифа Шәһиҙулла ҡыҙын һағынып иҫләп.
Беҙ олпат ветеранға оло рәхмәт йөҙөнән һәр имен тыуған көнгә ҡыуанып, миллион ҡорбандар хаҡына тормошто яратып йәшәргә тейешбеҙ. Был – беҙҙең төп бурыс.
Алсаҡ йөҙлө, уйсан ҡарашлы, ил тарихын, ил ҡайғыһын йөрәгендә йөрөткән ҡарт яугирга 75 – се Бөйөк Еңеү яҙын иҫән-һау ҡаршы алырға яҙһын тип теләйек!
Читайте нас: