Хәҙерге заман участковыйына талаптар бигерәк юғары. Участкаһында үлтереш-талаш, бурлыҡ, суицид, ғаилә низағы, ваҡ, әллә етди мәсьәлә – һәр ҡайһы эште ҡарап, тикшереп, бөтәһе өсөн дә хоҡуҡ һаҡсыһы яуап бирергә тейеш. Күп ваҡытта кешеләргә юридик, психологик, медицина ярҙамы күрһәтеүсе лә ул. Тынғыһыҙ эшеңдәге өҫтән йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫлы атҡарыу менән бер рәттән ғаиләңә лә йөрәк наҙыңды, иғтибарыңды бүлеү мөһим бит әле.
Мәҡәләбеҙ геройы – өлкән участковый, полиция майоры Данил Нурмөхәмәтов бар яҡлап та өлгөр. Уның береһенән-береһе һөйкөмлөрәк дүрт ҡыҙҙың һөйөклө атаһы булыуы, күптән түгел һөнәри байрамдары уңайынан Рәсәй Эске эштәр министрлығының 2 – се дәрәжә “Хеҙмәттәге айырым уңыштары өсөн” миҙалы менән тантаналы рәүештә бүләкләнеүе үк күп нәмә хаҡында әйтеп тора.
Яратҡан һөнәренә йән атып
Данил Вәкил улына, бәхеткә күрә, Ватан алдындағы изге бурысын Подмосковьела эске ғәскәрҙәрҙә үтергә тура килә. Был иһә егеткә һис икеләнмәйенсә киләсәктә полиция өлкәһенә эшкә инер өсөн ҙур этәргес була. Һис шикһеҙ, әрме хеҙмәтенән һуң, 2006 йылда, ул полиция (ул мәлдә – милиция) сафына баҫа. 2009 йылға тиклем участка уполномоченныйы булараҡ Күгәрсен, Санъяп ауыл биләмәләрен хеҙмәтләндерә. Төпкөл ауылдарға яҙлы-көҙлө бысраҡтарҙа, ҡышҡы бурандарҙа юлдар өҙөлөүе йәш хеҙмәткәрҙең эшен ауырлаштыра, күп ваҡытта күңелһеҙ хәл-ваҡиға булған урынға йәйәү, йәиһә ат менән барырға тура килә. Әммә һалдат итегендә саҡрымдарҙы үтеп, һәр яҡлап сыныҡҡан хоҡуҡ һаҡсыһы ваҡытлыса ҡыйынлыҡтарға бирешмәй, яратып башҡарған эшенә йылдар дауамында тоғро ҡала.
2009 йылдан уға Мораҡ ауылының Сауҡалыҡ, Көньяҡ биҫтәләре һәм Мораҡ ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙы, Урал ауыл биләмәһен беркетәләр. Уның төп бурысы – закон боҙоу күренештәрен булдырмау, үҙенә беркетелгән участкаларҙы даими күҙәтеү аҫтында тотоп, унда тотороҡлоҡ һаҡлау.
Тоғро тормош юлдашы, ғаилә терәге
Уның ярҙамсыл, ябай, кеселекле икәнлеген дә беләбеҙ, икенсе яртыһынан да уңды ул. Дөрөҫөн әйткәндә, полицияның участка уполномоченныйҙары менән йәшәгән ҡатындар үҙҙәре был ҡатмарлы һөнәрҙе һайлаған тормош юлдаштарына ныҡлы терәк булып тора. Ал-ялһыҙ эштә көнөн-төнөн юғалып тороуҙарына ла, Яңы йылдарҙы күпселек парһыҙ ҡаршыларға, сабыйҙары, йортта хужалыҡ эштәре өсөн яуаплылыҡты үҙ иңдәренә алып, “декабристка” булып йәшәргә күнеккән һөйөклөләре.
Өлкән ҡыҙҙары – Динара 5-се класта уҡый, икенсеһе – Самира 3-сө класта. Тырыштар, һәләтлеләр үҙҙәре. Мораҡ сәнғәт мәктәбенең “Башҡорт фольклоры” бүлегендә шөғөлләнгән ҡыҙҙар ҡумыҙ сиртергә, йырларға оҫталар, баян төймәһенә баҫырға ла шымарып киләләр. Аҡ яулыҡ бөркәнгән әсәләренән өлгө алып, ипле, тәрбиәле үҙҙәре. Өсөнсө ҡыҙҙары – Ирада әлегә “Уралҡай” балалар баҡсаһына йөрөй, апайҙарына оҡшаһа, ул да һәр нәмәгә маһир булыр әле. Иң кескәйе – Илүзәгә ни бары 1 йәш.
Полиция сафында эшенең ауырлығына һис зарланмай, хоҡуҡ һәм именлек һағында ғорур торған, ғаиләһендә икенсе яртыһына, ғәзиз сабыйҙарына һөйөклө кеше булып ҡала белгән ышаныслы ир-аттар булыуы – ҡыуаныслы күренеш. Ғаилә ҡиммәттәре юғалып барған хәҙерге осорҙа тырыш, тормошто яратыусы, дүрт ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, уларҙы һөйөп бағыусы Нурмөхәмәтовтар кеүек гүзәл парҙарға һоҡланып ҡарарлыҡ.
Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотоһы һәм ғаилә архивынан.