Мораҙым
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Ноябрь 2019, 17:46

Йәйәүлеләрҙә мотлаҡ яҡтылыҡты ҡайтарыусы элементтар булырға тейеш

Ҡыш яҡынлаша, иртәле-кисле – ҡараңғы.Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ярашлы, тәүлектең ҡараңғы мәлендә йәйәүленең кейемендә йәки әйберендә яҡтылыҡты сағылдырыусы билдәләр (фликер) мотлаҡ булырға тейеш. Был, айырыуса, балаларға ҡағыла. Ата-әсәләр, балаларығыҙҙың кейеме йәки сумкаһына мотлаҡ рәүештә яҡтылыҡ ҡайтарыусы билдәләр тағығыҙ. Әгәр йәйәүленең кейемендә йәки әйберендә яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтар булмаһа, водитель уны 30 метрҙан ғына күрә, ә кеше фликер таҡһа, ул 150 метрҙан күренә. Әгәр автомобиль алыҫҡа яҡтыртыусы (дальний) фар менән килһә, йәйәүле 400 метрҙан уҡ күренәсәк.

Ҡыш яҡынлаша, иртәле-кисле – ҡараңғы.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ярашлы, тәүлектең ҡараңғы мәлендә йәйәүленең кейемендә йәки әйберендә яҡтылыҡты сағылдырыусы билдәләр (фликер) мотлаҡ булырға тейеш. Был, айырыуса, балаларға ҡағыла. Ата-әсәләр, балаларығыҙҙың кейеме йәки сумкаһына мотлаҡ рәүештә яҡтылыҡ ҡайтарыусы билдәләр тағығыҙ.

Әгәр йәйәүленең кейемендә йәки әйберендә яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтар булмаһа, водитель уны 30 метрҙан ғына күрә, ә кеше фликер таҡһа, ул 150 метрҙан күренә. Әгәр автомобиль алыҫҡа яҡтыртыусы (дальний) фара менән килһә, йәйәүле 400 метрҙан уҡ күренәсәк.


Фликерҙы ҡайҙа тағырға?

Яҡтылыҡ ҡайтарыусы билдәләрҙе теләгән уңайлы урынға ҡуйырға була. Иң оптималь вариант: фликер алда (күкрәк йәки бил), артта (арҡа, рюкзак) һәм ҡулда булырға тейеш. Бөтә фликерҙар еңел генә кейелә.Уны йыуырға ярамай, еүеш сепрәк менән һөртөү ҙә етә. Әгәр боҙолһа, йәки төҫө сығып бөтһә, алмаштырырға кәрәк. Яҡтылыҡ ҡайтарыусы билдәләр сауҙа нөктәләрендә һатыла.


Белешмә:

Беҙҙең районда йыл башынан бөтәһе 206 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. 23 юл һәләкәтендә 5 кешенең ғүмере өҙөлгән, 27 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. 5 осраҡта водителдәр йәйәүлеләрҙе бәрҙергән.

Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән бик хаҡ һүҙҙәр бар. Юлдарҙа һаҡ булайыҡ, иҫән-имен генә йөрөйөк!




Читайте нас: