Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Ноябрь 2019, 11:35

Әрмеләргә китә егеттәр

Ил етәкселегенең бөтә иғтибарҙы армияны нығытыуға йүнәлтеүен зәңгәр экрандарҙан ҡарап күреп торабыҙ. Һуңғы осорҙа интернет селтәрҙәрендә хәрби хеҙмәтте бер йыл да һигеҙ айға тиклем оҙайтасаҡтары тураһында мәғлүмәттәр ҙә күҙгә йыш салынып ҡала. Әлегә был фараздар ғына, киләсәктә уларҙың закондар менән нығытылып, бойомға ашыуы ла ихтимал. Бер йыл хеҙмәт итеүҙән, әлбиттә, эсендә йәне булған ысын егеттәр баш тартмаҫ, ата-әсәләрҙең дә һөйөп-наҙлап үҫтергән улдарын көтөп алырға бер йылға сабырлығы етер. Бары тик матур тәртип булдырылған хәрби частҡа эләкһен дә, юлдарында яҡшы кешеләр осраһын. Күптән түгел күрше республика егете менән армияла булған аяныслы ваҡиға ла бар йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеп, әрме сафына яңы аяҡ баҫырға торған егеттәрҙе, уларҙың ата-әсәләрен тетрәндермәй ҡалмағандыр. Социаль селтәрҙәрҙә сыҡҡан бер яҙмала “Кадет мәктәбендә уҡып мораль һәм физик яҡтан сыныҡҡан, бәләкәстән тормоштоң әсеһен татыған егетте һындырырлыҡ булғас, донъяны күрмәгән ябай ауыл егеттәренә нимә ҡала?” – тигән тәрән уйға һалырлыҡ һорау ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы...

u-f.ru
u-f.ru

15 ноябрь - Бөтә Рәсәй хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө

- 1 октябрҙән хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш кампанияһы башланды. 19 октябрҙә иң тәүге ағымды армияға оҙаттыҡ, бөтәһе 10 егет. 13 ноябрҙә тағы ла 11 егет әрмегә китте, был иһә беҙҙең 7-се ағым. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың кире әйләнеп ҡайтыу осрағы теркәлмәне, алдан оҙатылғандарҙың күпселеге Мәскәү яғында, милли гвардияла хеҙмәт итеү бәхетенә иреште. Көҙгө саҡырылышта беҙҙең хәрби комиссариаттан бөтәһе122 кеше Ҡораллы Көстәр сафына баҫырға тейеш, уларҙың 61–е – беҙҙең райондан һәм ҡалған 61–е Ейәнсура районынан. Армиянан баш тартыусылар юҡ беҙҙә, бөтәһе лә ҙур теләк менән китә. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәләмәтлеге насар булып, хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табылғандарҙың (улар “Г” һәм “Д” категорияһына ҡарай (белешмә - түбәндә), армиянан азат ителгәндәрҙең артыуы күҙәтелә. Ундайҙар ҙа тиҫтәләп йыйыла. Хәрби хеҙмәткә алынғансы үҙе теләгән һөнәрҙе үҙләштергән егеттәр ота. Яңыраҡ хәрби комиссариат аша ДОСААФ–тың урындағы бүлексәһендә уҡыған 23 егетебеҙ ҡулына водитель таныҡлығы алды, уларҙың икәүһен армияға оҙаттыҡ инде. Көҙгө саҡырылыш декабрь аҙағына тиклем дауам итәсәк,- тине хәрби комиссариаттың граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу буйынса бүлексәһе начальнигы Гөлгөнә Рафиҡова.
Берәү ҙә улын йәберләтеү - йыртҡыс ҡанлы әҙәмдәр ҡулына тапшырыу теләге менән хәйер-фатихаһын биреп, әрмеләргә оҙатмай. Һәр әсәнең теләге аҡ – улым илһөйәр булһын, Ватан алдында бурысын намыҫ менән үтәһен. Беҙҙең һалдаттар армияны ысын сынығыу мәктәбе тип һанап, сафҡа баҫҡандар икән, шул ышаныстары, изге ниәттәре һүнмәһен, көслө рухтары һынмаһын ине. Әсәй, атай йортона егеттәребеҙҙән тик һөйөнөслө хәбәрҙәр генә килһен, имен-аман әйләнеп ҡайтһын үҙҙәре!

Читайте нас: