Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Ноябрь 2019, 00:15

Әсирҙәр һәм әсе ҡорот тарихы

Башҡорттарҙың, үзбәктәрҙең, ҡаҙаҡтарҙың һәм башҡа туғандаш халыҡтарҙың милли ризығы булған ҡороттоң заманында бик күптәрҙе аслыҡтан ҡотҡарып ҡалғанын беләбеҙ. Репрессия ҡорбандарының да ғүмерен һаҡлап ҡалған ул кипкән ҡаты ҡорот. Ҡаҙағстандағы "А.Л.Ж.И.Р" лагеры тотҡондарының күбеһе нәҡ шул ҡорот арҡаһында ғына иҫән ҡалғандыр, тиергә була.

"А.Л.Ж.И.Р" (Акмоллинский лагерь женщин-изменников Родины) ҡатын-ҡыҙҙар лагерының элекке әсире Гертруда Платайс 1990 йылда Ҡаҙағстанға килгәнендә "Алжир" музейы хеҙмәткәрҙәренә беренсе тапҡыр ҡаҙаҡтарҙы ҡасан күргәне, уларҙың тотҡондарға ниндәй
мөнәсәбәттә булыуҙары тураһында һөйләй.
Былай була ул хәл. Буранлы бер ҡышҡы иртәлә әсирҙәрсе көслө һаҡ аҫтында Жаланаш күле буйында барак төҙөү өсөн ҡамыш йыйырға алып сығалар. Былар эшләп йөрөгәндә ҡамыш араһынан ҡаҙаҡ ҡарттары менән балалар килеп сыға.
Балалар, өлкәндәрҙең ҡушыуы буйынса, йонсоған, миктәгән әсирҙәргә (40 көлтә ҡамыш бәйләр өсөн ҡышҡы һыуыҡта ла тәүлегенә 17- 20 сәғәт эшләргә кәрәк була)таш ырғыта башлай.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

Читайте нас: