Мораҙым
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Ноябрь 2019, 19:12

"Көҙөн сәскә атҡан ағас күрһәм, Яҙ килгән тип шаулап йөрөмәйем..."

"Көҙөн сәскә атҡан ағас күрһәм,Яҙ килгән тип шаулап йөрөмәйем..." тип йырланһа ла бер йырҙа, игеҙ миҙгел күренештәре күңелдә ниндәйҙер үҙенсәлекле хис-тойғолар уята. Әлбиттә, хәүеф тойғоһо ла бар, һәр нәмә үҙ ваҡытында булырға тейеш бит, шулай ҙа Аллаһы Тәғәләнең ирке менән ҡара көҙ уртаһында яҙ гөлөнөң күҙен асыуы -илаһи мәл кеүек.Аномаль йылы һауа торошо арҡаһында Мәскәүҙең "Дарыухана баҡсаһында" яҙҙыңтәүге сәскәһе- МОРОЗНИК сәскә атҡан тип хәбәр итә "РИА НОВОСТИ".

"Көҙөн сәскә атҡан ағас күрһәм,


Яҙ килгән тип шаулап йөрөмәйем..."
Шағир Ринат Хәйри һүҙҙәренә яҙылған ошо йыр нәҡ әлеге миҙгел тураһында ғына көйләгәндәй. Ысынлап та, игеҙ миҙгел
күренештәре күңелдә ниндәйҙер үҙенсәлекле хис-тойғолар уята.Әлбиттә, хәүеф тойғоһо ла бар, һәр нәмә үҙ ваҡытында булырға
тейеш бит, шулай ҙа Аллаһы Тәғәләнең ирке менән ҡара көҙ уртаһында яҙ гөлөнөң күҙен асыуы -илаһи мәл кеүек.
Аномаль йылы һауа торошо арҡаһында Мәскәүҙең "Дарыуханасы баҡсаһында" яҙҙың тәүге сәскәһе - МОРОЗНИК
(башҡортсаһы нисектер…) сәскә атҡан тип хәбәр итә "РИА НОВОСТИ".
Был бик һирәк осрай торған аномаль күренеш Мәскәүҙә көндәрҙең йылы тороуы менән бәйле, тиҙәр баҡсаның матбуғат хеҙмәтендә.
Хәйер, әллә ни аптырарлыҡ хәл дә түгел, бынан ике йыл самаһы элек Октябрский ҡалаһында ҡарасайҙа сирен дә сәскә атып ултырғайны. "Башҡортостан" радиоһың рәсми төркөмөндә уның фотоһы ла һаҡланған. Әбйәлилдә лә бер йылы көҙгөһөн умырзая сәскә атҡайны.
Бындай күренеш халыҡ телендә игеҙ миҙгел (игеҙ яҙ, игеҙ көҙ, игеҙ йәй) тип атала.
Хәтеремдә, мин бала саҡта йәйгеһен эре-эре боҙборсаҡ яуып, көндәр байтаҡ ваҡыт һыуытып тороп ҡына йылынып киткәйне. Шунан алмаланып ултырған алмағастар ҡабат сәскә атып, ауырып та алды, аҙаҡ күбеһе ҡороно.
Тәбиғәттең ошондай күренештәре һуңғы йылдарҙа йышыраҡ та булып торған һымаҡ, яңылышмаһам, бер нисә йыл элек көҙгөһөн Өфөлә муйыл да сәскә атҡайны. Туҡай шиғырындағыса, ел дә ваҡытында иҫеп, ямғыр ҙа ваҡытында яуа, тип тыныс ҡына ултырып та булмай, миҙгелдәрең дә үҙгәреп китә шул үҙ ҡанундарын күрһәтеп, үҙ тәртибен ҡыуып. Ә был күренештең фәнни аңлатмаһы ла бар икән. Баҡтиһәң, яҙ йылы, ҡоро булһа (ә быйылғы яҙ йылы ғына түгел, эҫе лә булды), ҡыуаҡ сәскә атҡан ваҡытта үҙендә булған туҡлыҡлы матдәләр запасын тулыһынса сарыф итеп бөтөрмәй. Йәй йылы, ямғырлы булһа, файҙалы матдәләр, дым тағы ла өҫтәлә. Тимәк, сәскә атыу осоронда була торған уңайлы шарттар барлыҡҡа килгән: көндөҙгө температура менән төнгөһө лә йылы, дым да етәрлек. Шулай итеп, беҙ әллә ниндәй мөғжизә итеп күргән игеҙ миҙгел күренештәренә ғалимдар яп-ябай ғына аңлатма биргән дә ҡуйған…
(һүрәттә: "Дарыуханасы баҡсаһындағы" яҙ сәскәһе; Октябрский ҡалаһында сәскә атҡан сирен ағасы)
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Читайте нас: