Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Ноябрь 2019, 00:05

Рәмилде Рамзан Ҡадыровтың адвокаты яҡлаясаҡ

Һигеҙ хеҙмәттәшен атып үлтергән Рәмил Шәмсетдиновны Саид-Магомед Чапанов тигән адвокат яҡлаясаҡ. Ул нимәһе менән билдәле: 2015 йылда Чечня Башлығы Рамзан Ҡадыровты яҡлаған икән.Адвокатҡа Рәмилдең ата-әсәһе үҙҙәре сыҡҡан һәм ярҙам һораған. Уларҙың тарихын тыңлағас, бик йәлләгән һәм ярҙам итергә булған

Һигеҙ хеҙмәттәшен атып үлтергән Рәмил Шәмсетдиновны Саид-Магомед Чапанов тигән адвокат яҡлаясаҡ. Ул нимәһе менән билдәле: 2015 йылда Чечня Башлығы Рамзан Ҡадыровты яҡлаған икән, тип хәбәр итә БАШҠОРТОСТАН.
Адвокатҡа Рәмилдең ата-әсәһе үҙҙәре сыҡҡан һәм ярҙам һораған. Уларҙың тарихын тыңлағас, бик йәлләгән һәм ярҙам итергә булған, тип яҙа .
– Әллә ниндәй ҙур гонорарҙар тураһында һүҙ бармай. Был ябай крәҫтиән ғаиләһе, аталары ауылда йәшәй, пенсия ғына ала, – ти адвокат. – Мин уларға ярҙам итергә теләйем. Егеттең атаһы менән аралаштыҡ.
Әле Чапанов Читаға китергә йыйына. Ул урында фажиғәнең сәбәптәрен өйрәнергә теләй. Ни өсөн кеше автомат алып, һигеҙ кешене атып үлтерер хәлгә барып еткән һуң? Бының сәбәбе булырға тейеш бит, тигән фекерҙә ул.
Һүҙ ҙә юҡ, һигеҙ кешене атҡан егет язаһыҙ ҡалмаясаҡ. Тик Чапанов был эш аффект хәлендә ҡылынған үлтереү булыуы ихтимал, тигән фекерҙә.
Мин адвокат булараҡ, тулыһынса тәфтиш органдары менән хеҙмәттәшлек итергә, ғәйепте танырға теләйем. Рәмилгә психолог-психиатр экспертизаһы үтергә кәрәк, уның һөҙөмтәһе күп нәмәгә аныҡлыҡ индерергә тейеш, – ти Саид-Магомед Чапанов.
Читайте нас: