Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Ноябрь 2019, 12:50

Һөнәри байрамдары алдынан ауыл уңғандары бүләкләнде

Күптән килгән йола буйынса баҫыу эштәре тамамланыу менән крәҫтиәндәр еңел булмаған хеҙмәтенә йомғаҡ яһай һәм һөнәри байрамдарын үткәрә. Үткән аҙнала район мәҙәниәт һарайында ҙур тантана – Халыҡтар берҙәмлеге, Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көндәренә арналған ҙур йыйылыш булды. Унда бер төркөм ауыл уңғандарына Күгәрсен районының маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.

Күгәрсен районының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды:
- Айгөл Абдуллина, Мораҡ 1-се урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы.
Күгәрсен районы хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнделәр:
- Азамат Сафин, район хакимиәтенең водителе;
- Ләлә Фәтҡуллина, Л.В.Фәтҡуллинаның крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы;
- Айгөл Зиновьева район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге баш иҡтисадсыһы;
- Ләлә Сәйетбатталова, Тәүәкән моделле ауыл китапханаһы мөдире;
- Эльза Илмөхәмәтова, Түкәт фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры.
Күгәрсен районы хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр:
- Вячеслав Васильев, “Октябрь” ауыл хужалығы кооперативы водителе;
- Рәсих Ишемғолов, “Тәүәкән” йәмғиәтенең эре баш малдарҙы ҡарау буйынса операторы;

- Нуретдин Сәйетбатталов, “Тәүәкән” йәмғиәте водителе;
- Юрий Орлов, “Чапаев исемендәге колхоз” ауыл хужалығы кооперативы механизаторы;
- Әлфиә Ҡаҙарғолова, “Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе” йәмғиәте бухгалтеры;
- Александр Паршин, “Иртөбәк агрофирмаһы” йәмғиәте механизаторы,
- Илнур Фәхретдинов, крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы;
- Раушания Аҙналина, район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре,
- Рәмил Мөхәмәтйәнов, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Күгәрсен районы буйынса бүлеге өлкән тәүтикшереүсеһе;
- Алексей Сулюков, юл төҙөү-ремонтлау идаралығының электр менән иретеп йәбештереүсеһе;
- Диана Портнова, Күгәрсен район ветеринария станцияһының әйҙәүсе ветеринария табибы;
- Динис Ҡорбанаев, “Терра Башҡортостан” ат-спорт турниры еңеүсеһе.
Читайте нас: