Кешеләр борондан йыл миҙгелдәрен күҙәтеп барған. Ҡырпағайға (ноябргә) ҡарата һынамыштар дөрөҫлөккә тап килә микән, ҡарайыҡ.
- 1 ноябрҙә ямғыр өҫтөнә ҡар яуһа, йәй һалҡын килер, бесән уңыр;
- 9 ноябрҙә ағасҡа бәҫ ҡунһа, алдағы көндәр – һыуыҡ, томан булһа, йылы булыр;
- Көҙ оҙон килһә, яҙ һуң килер;
- Көҙ аҙағында түңәрәк-түңәрәк ваҡ ҡына боҙ яуһа, ҡыш һыуыҡ ;
- Беренсе ҡар көндөҙ яуһа – ҡыш һыуыҡ, төндә яуһа – йылы килер;
- Йорт ҡоштары баштарын ҡанаттары аҫтына йәшерһә, көн һалҡынайыр;
- Ҡаҙ-өйрәктәр ҡарҙа ҡойонһа, көн йылыныр, буран булыуы ла ихтимал.