Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Ноябрь 2019, 10:24

Өмәләр гөрләйме?

Һәр бер миҙгелде яратам. Һәр береһенән йәм табам. Яҙ батҡаҡ булһа ни күҙҙе йәмләп йәшел үләндәре ҡалҡып килә тип ҡыуанам. Эҫе йәй йәшенле ямғырҙары менән күңелде елкендереп ебәрә, дәрт өҫтәй. Ҡышын аҡ ҡарҙар, бурандар менән күңелемә паклыҡ тула, ҡарҙар бурап һалған һайын йәшәү сәмем арта.Ә көҙ инде һанап бөткөһөҙ уңыштары менән ҡыуандыра. Бигерәк тә ноябрь айы үҙенсәлекле итеп айырылып тора. Нимәһе менәнме? Өмәләре менән Ошо ҡарҙар тирә-яҡты арыу ғына ағартҡас, төндәрен ныҡлап туңдыра башлағас кешеләр ныҡлап ҡош-ҡортон һуйырға тотона. Ә ҡар мулыраҡ яуһа оло һуғымға ла сират етә.

Һәр бер миҙгелде яратам. Һәр береһенән йәм табам. Яҙ батҡаҡ булһа ни күҙҙе йәмләп йәшел үләндәре ҡалҡып килә тип ҡыуанам. Эҫе йәй йәшенле ямғырҙары менән күңелде елкендереп ебәрә, дәрт өҫтәй. Ҡышын аҡ ҡарҙар, бурандар менән күңелемә паклыҡ тула, ҡарҙар бурап һалған һайын йәшәү сәмем арта.


Ә көҙ инде һанап бөткөһөҙ уңыштары менән ҡыуандыра. Бигерәк тә ноябрь айы үҙенсәлекле итеп айырылып тора. Нимәһе менәнме? Өмәләре менән


Ошо ҡарҙар тирә-яҡты арыу ғына ағартҡас, төндәрен ныҡлап туңдыра башлағас кешеләр ныҡлап ҡош-ҡортон һуйырға тотона. Ә ҡар мулыраҡ яуһа оло һуғымға ла сират етә.


Ҡош-ҡорт өмәһе айырым бер күңеллелек менән үтә. Береһенән бере тос, һимеҙ өйрәк- ҡаҙҙар таҙартылып алдыңа килеп ята башлай. Быйыл ябығыраҡ булды тип өҫтәп ебәрәләр хужалар. Тик эстәрен таҙартып эс майҙары менән табаҡ тула башлаһа, өҫтәүенә өмәселәр бындай һимеҙ ҡаҙ күргәнем юҡ тип өҫтәһә бик ҡәнәғәт төҫ менән йылмайып ебәрәләр үҙҙәре.


Йылмайырһың да. Хәләл көс түгеп үҫтергән малың үҙеңә насип булһа.


Ҡош -ҡортто йолҡоп, йыуып, башын- тәпәйен таҙалап, бөрләтәү- бауыр- йөрәктәрен урынына еткереп урынлаштырып бирешкәс өмә ашы көтә үҙеңде. Хужабикә өмәсегә һәр бер нәмәнән өлөш сығарып бешерә. Мин тәпәй, баш ашамайым тип әйтеүҙән дә файҙа юҡ. Ҡаршыңа өйөп һәр бер нәмәне мул һалып тәрилкә ултырта.


Ә бында иң тәмлеһе нимә? Өмә ашы. Һимеҙ, татлы һурпала йоҡаҡ ҡына һалма ята. Ана шуны ҡоротлап, борослап ашап ебәрәһең???????????? Бар арыуҙарың онотола....


Арып- талған өмәселәр ҡайтып китә. Бер -нисә тапҡыр тура килә бер осорҙа ғына өмә. Ҡаҙ ҡаурыйҙары йолҡа торғас бармаҡ биттәре ауыртып бөтә. Тик иртәгеһенә өмәгә саҡырһалар тағын китәһең. Сөнки беләһең ошо кешеләргә көнөң төшөүе бар. Улар ҙа бит үҙҙәренең ҡырҡмаһы ҡырҡ эшен ҡалдырып һиңә өмәгә киләсәк. Бында һин үҙең йөрөйәсәкһең хәләл малыңдың һимергәненә, үҙеңә насип булғанына ҡыуанып. Тик әҙерәк кенә арттырып ебәрәсәкһең:"Икенсе йыл алмаҫым ул, йонсотто,"- тип. Ә итте ҡыштың оҙон кистәрендә тәмле итеп бешереп ашаған саҡта эстән генә уйлап ҡуяһың : "Шәп. Яҙ етһә ҡош- ҡортто күберәк алырға кәрәк,"- тип????. Инде улар артынан күпме йүгергәнең, күпме ем һатып алғаның онотолған. Ҡаршыңда тик тәмле ит кенә.


P.S. Ана шулай тип яҙып ҡуйҙым өмәнән ҡайттым да????.

Һеҙҙә лә өмәләр гөрләйме?

Фирүзә ӘБДРӘХИМОВА.

Читайте нас: