Бикташевтарҙың ҡатмарлы туҡһанынсы йылдарҙа эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлауын күптәр иҫләйҙер... Үҙҙәренең бинаһы булмауына ҡарамаҫтан, тырышлыҡтары менән барлыҡ ауырлыҡтарҙы, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығып, уңышҡа табан юл ярҙы улар. Башта асыҡ һауалағы баҙарҙа, аҙаҡ ҡулайлаштырылған вагонда сауҙа иттеләр. Бикташевтарҙың оло хеҙмәте иһә үҙ емештәрен бирҙе: 2010 йылда “Урал”, 2005 йылда “Урал ынйылары”, 2018-ҙә “Планета” магазиндары асылды. Эшендә Кәүсәриә Хәли ҡыҙы һәр кемде үҙенә тартып торорлоҡ йылы мөхит булдырыуға өлгәште, шуға ла был магазиндарҙан кеше өҙөлмәй. Тәбиғәт уны һығылмалылыҡ, тәүәккәллек кеүек һыҙаттар менән бүләкләгән, был сифаттар уға эшендә бик ярҙам итә. Шулай уҡ сабырлыҡ, төплө аҡыл, яуаплылыҡ, алдан күрә белеүсәнлек, кешеләргә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу ҙа хас уға.