Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Октябрь 2019, 16:33

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көндәрҙең һалҡынайыуы һәм ҡар ятыуы тураһында иҫкәртә

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала көндәрҙең һалҡынайыуы һәм ҡар ятыуы тураһында иҫкәртә.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала көндәрҙең һалҡынайыуы һәм ҡар ятыуы тураһында иҫкәртә.
Ведомствоның Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡты күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәренә һылтанма менән хәбәр итеүенсә, 29 октябрҙән 1 ноябргә тиклем һауа температураһының төндә -3, +2 градустан -5, -10, аяҙытҡанда -15-кә тиклем, көндөҙ 0, +5-тән 0,-5-кә тиклем яйлап түбәнәйеүе көтөлә.
30 октябрҙә республиканың көньяғында, 31 октябрҙә Башҡортостан биләмәһендә ямғыр, ҡар, урыны менән боҙлауыҡ фаразлана. Ҡар япмаһы ятыуы көтөлә.
Читайте нас: