Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Октябрь 2019, 11:18

Изге йомала йыйылды халыҡ... судҡа, йәки ил батырына ике аршин ер ҙә йәлме?

Дәһшәтле яу ҡырында күрһәткән батырлыҡтары өсөн 2 – се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, тиҫтәләгән миҙалдар, рәхмәт хаттарына лайыҡ булған ил батыры - Зөфәр Әхмәтйәновтың донъя ҡуйыуына был көҙҙөң 31 октябрендә өс йыл тула. Дини йола буйынса кешенең һуңғы туйынан һуң өсөн, етеһен, ҡырҡын, аҙаҡ йылын уҡытыу, артабан да йәнкәйҙәре әхирәттә тыныс булһын тип, уның исеменә атап аят уҡытыу, ҡорбан салдырыу кеүек изге ғәмәлдәр башҡарыла халҡыбыҙҙа. Бер генә түгел, теүәл өс йыл үткәс, ил батырының да йәне бөтөнләй тынысланып ҡалғандыр ҙа... Әгәр ҙә ошо аңһыҙ хәл килеп тыумаған булһа. Нәҡ хөрмәтле ветерандың баҡыйлыҡҡа күсеүенә өс йыл тула тигәндә, октябрь айына аяҡ баҫҡас, башланды ла инде был бәхәс.

Әхирәттә лә тынғылыҡ юҡ

Дәһшәтле яу ҡырында күрһәткән батырлыҡтары өсөн 2 – се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, тиҫтәләгән миҙалдар, рәхмәт хаттарына лайыҡ булған ил батыры - Зөфәр Әхмәтйәновтың донъя ҡуйыуына был көҙҙөң 31 октябрендә өс йыл тула. Дини йола буйынса кешенең һуңғы туйынан һуң өсөн, етеһен, ҡырҡын, аҙаҡ йылын уҡытыу, артабан да йәнкәйҙәре әхирәттә тыныс булһын тип, уның исеменә атап аят уҡытыу, ҡорбан салдырыу кеүек изге ғәмәлдәр башҡарыла халҡыбыҙҙа. Бер генә түгел, теүәл өс йыл үткәс, ил батырының да йәне бөтөнләй тынысланып ҡалғандыр ҙа... Әгәр ҙә ошо аңһыҙ хәл килеп тыумаған булһа.

Нәҡ хөрмәтле ветерандың баҡыйлыҡҡа күсеүенә өс йыл тула тигәндә, октябрь айына аяҡ баҫҡас, башланды ла инде был бәхәс. Яңы Петровка ауыл биләмәһенә ҡараған Иҫке Хвалын ауылында йәшәүсе Хәҙисә Сабир ҡыҙына, йәғни ветерандың һуңғы һулышына тиклем йәнәшәһендә булып, уны һуңғы юлға оҙатҡан йәмәғәтенә судҡа саҡырыу ҡағыҙы килә. Баҡтиһәң, суд эше ҡуҙғатылыуға Сәйетҡол ауылында тыуып-үҫеп, әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында көн иткән Әлфиә Сәмиғулла ҡыҙының ғаризаһы сәбәпсе була. Уны сит кешенең ғәзиз әсәһе эргәһендә, имеш, уларҙың нәҫеленә тәғәйенләнгән участкала ерләнеүе ҡәнәғәтләндермәй. Шуға бәйле, ул данлы фамилия эйәләренән рөхсәт алмайынса ветеранды ерләп, мораль яҡтан ғазап килтергәндәре өсөн Хәҙисә Аллахъярованан 100 мең штраф түләүҙе һәм ил батырының һөйәктәрен икенсе ергә күсереп ерләүҙе талап итә.


Суд алдынан

Иртәгә суд булаһы көндө генә Әлфиә Сәмиғулла ҡыҙы ҡаршыма осраны.

- Һеҙҙең ниндәй юлда йөрөгәнегеҙҙе яҡшы беләм, - тип, баҙнат итеп һүҙ башлайым. – Хоҙайҙан ҡурҡмайһығыҙмы, апай?

- Улар ҡурҡһын. Беҙҙең нәҫелгә, фамилияға тап төшөрөп, сит кешене әсәйемдең аяҡ осона ырғытып китергә ни хаҡтары бар уларҙың? – тине ул ярһып.

- Зыяратта ер бүлешкәндәрен беренсегә ишетәм. Һеҙ бит ветерандың йәнен ҡуҙғаттығыҙ. Шунда уҡ йәнәш ятҡан атайығыҙ ҙа һуғыш ветераны бит, ул да был аңһыҙлыҡҡа хайран китеп яталыр әле...

- Һеҙгә минең аҙым аңһыҙлыҡ булып күренәлер, бәлки... Аңлағандар, аңлылар табылыр, - тине ул. – Бының өсөн суд бар, аҙаҡҡы һүҙҙе ул әйтер.

Башҡаса һүҙҙе дауам итеү мәғәнәһеҙ тойолдо.


Данлы яу ҡырҙарын үтеп...

Сит кеше тигәнебеҙ... Мәскәүҙән дә, Себерҙән дә түгел, үҙебеҙҙең мосолман ҡәрҙәш – Зөфәр Әхмәтйәнов. 1925 йылдың 15 авгусында Баймаҡ районында тыуып, бәләкәстән нужаларҙы татып үҫкән кеше. Алты класс белеме менән сибек кенә килеш заводҡа эшкә урынлашып, торф ташыған, әсе тир менән тапҡан икмәктең ни тиклем тәмле икәнлеген бала сағынан ҡанына һеңдергәнгәлер ҙә, яу ҡырында иңдәренә төшкән бурыстарҙы ла намыҫлы башҡарған. Үҫмергә 17 йәш тулғас, уны әрмегә алалар, элемтәсе һөнәренә уҡытып фронтҡа оҙаталар. Элемтәсе тип әйтеүе генә анһат. Был һөнәр эйәләренең һуғышта хәрби взводтарға яулап алмаҫтай ҡалҡыулыҡтарҙы алыуға, меңәрләгән һалдат ғүмерен һаҡлап ҡалыуға тиңһеҙ өлөш индереүҙәрен киноларҙан ҡарап та яҡшы беләбеҙ. Бәйләнеш өҙөлөү яу ҡырында тотош батальондар өсөн күҙ-ҡолаҡһыҙ, аяҡ-ҡулһыҙ ҡалыуға тиң, тап ана шул яуыз ниәтен бойомға ашырыр өсөн дошман уларҙы күпме утҡа тотҡан. Зөфәр Вәлиулла улы дәһшәтле 43 – тән данлы 45 – кә ҡәҙәр, ҡурҡыу белмәҫ башҡорт егете булараҡ, бихисап батырлыҡтар күрһәтә. Артабан 1949 йылға тиклем һуңғы фашистың ғүмерен өҙгәнсе, нисә меңәрләгән юлдар үтеп, үҙен батыр һалдат, намыҫлы водитель итеп таныта.

Ошо урында танк ғәскәрҙәренең командиры, генерал полковнигы Советтар Союзы Геройы Катков етәкселегендәге 2 –се һәм 3 – сө Байкал аръяғы фронты составындағы 7 –се мехкорпусына ҡараған 73444 – се хәрби часының 614 – се миномет полкы бүлеге өлкән сержанты – Әхмәтйәновтың иҫтәлеккә яҙып ҡалдырған ҡулъяҙмаһынан юлдар килтереү зарур булыр:

- Герман ғәскәрҙәренә 1945 йылдың 9 майында капитуляция иғлан ителгәндән һуң, беҙ 13 майға тиклем Чехословакия урмандарында аҙашып йөрөгән хәрби төркөмдәргә ҡаршы көрәштек. 45 – тең июлендә эшелондарға тейәп Йыраҡ Көнсығышҡа япон самурайҙары менән һуғышҡа оҙаттылар. Бер ай эсендә миллионлы Квантон армияһы ҡыйратылды. Артабан Һары диңгеҙ ярҙарына – “Порт Дальний”, “Порт – Артур” ҡалаларына сыҡтыҡ. 1949 йылдың 8 апрелендә генә демобилизацияға эләктек.

Ил батырына Украина, Болгария, Румыния, Венгрия, Япония ҡалаларын дошман ҡоллоғонан ҡотҡарғаны өсөн юғарынан Рәхмәт белдерелә. Германия, Япония, Праганы фашистарҙан азат иткәне өсөн миҙалдар менән бүләкләнә.

Тыуып-үҫкән ере – Баймаҡта бергә ғүмер иткән әбекәйе донъя ҡуйғас, ветеран 2005 йылда яҙмышын Күгәрсен ере менән бәйләй. Һуңғы һулышына тиклем Иҫке Хвалын ауылында Хәҙисә Сабир ҡыҙы менән татыу ғүмер кисерә. Йәмәғәтенең әсәһе Сәйетҡол ауылынан, мәрхүмә һәм уның башҡа туғандары шул ауыл зыяратына ерләнгәнгә күрә, Зөфәр Вәлиулла әле шәп сағында уҡ: “Туғандарығыҙ эргәһенә барыбер килеп йөрөйһөгөҙ, мине лә шунда ерләһәгеҙ, һалдат кеүек бөтәгеҙҙе лә һаҡлап ятыр инем”, - тип васыят әйтеп ҡалдыра. 91 йәшендә Хәҙисә Сабир ҡыҙы ҡулында йән бирә.

- Урындағы биләмә башлығынан рөхсәт алып, дини йола буйынса ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп һалҡын гүргә оҙаттыҡ. Ҡар ҡатыш ямғыр ине, Баймаҡ районы ветерандар советы ҡәбер өҫтөнә килә алмағаны өсөн үкенесен белдерҙе. Иҫән сағында урындағы властар, баймаҡтар ҙа һәр Еңеү яҙында ихлас ҡотланы, ихтирам күрһәтте. Ҡәҙерлебеҙҙе күсереп ерләү тураһында һүҙ сыҡҡас, күпме ғазап кисерҙек, ут йоттоҡ. Был үҙе үк, йәнен аямайынса беҙҙең тыныс тормош өсөн көрәшкән, күпме утлы юлдар үткән батырҙың исеменә бысраҡ атыу булмаймы ни? Үҙ ереңдә, башҡорт ерендә тыныслап ятырға тынғылыҡ бирмәһендәр әле, - ти өҙгәләнеп Хәҙисә Сабир ҡыҙы һәм уның туғандары.


Аңһыҙ драманың хәйерле аҙағы

Ниһайәт, үткән йомала суд ҡарар сығарҙы. Закондарҙы яҡшы белеүселәр һәм күпселек кеше алдан фаразлағанса, һуңғы нөктә Баязитова файҙаһына ҡуйылманы. “Суд хәл итер”, - тип, закон һаҡсыларына өмөт бағлаған уҡытыусы апайҙың 10 көн эсендә аппелляцияға биреү хоҡуғы бар. “Еңелеүе” менән тынысланырмы, артабан бәхәсте дауам итерме...

Хәҙисә Сабир ҡыҙы тигеҙ ерҙә яу ҡутарған хөрмәтле уҡытыусының үҙ теләк-ниәттәренән кире ҡайтырына ныҡ ышана, сөнки судтар үткәс, уның Зөфәре яҡты, ҡәнәғәт йөҙ менән төштәренә ингән.


Йомғаҡлау урынына

Эйе, алда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы... Бар ғүмерен балаларға бағышлаған, уларҙы яҡтылыҡҡа әйҙәгән таныш уҡытыусы апайыбыҙҙың был аҙымы борсоуға һала. Ярай ҙа был аңһыҙ драма, бәхеткә күрә, тейешле финал менән тамамланды. “Тамамланды” һүҙе лә һорау аҫтында әлегә. Һәм тағы ла... Яу ҡырында “һеҙҙекеләр”, “беҙҙекеләр” булһа ла, Хоҙай ҡаршыһында бөтәбеҙ ҙә – бер. Шуныһын иҫтән сығармаһаҡ ине.

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Читайте нас: