Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Октябрь 2019, 11:51

29 октябрь – комсомолдың тыуған көнө

29 октябрь – комсомолдың тыуған көнө Комсомоллы йәшлегем Йәшлегемә ҡайтам, тип йырламайым, Беләм уның мөмкин булмауын. Ә бары тик ҙур һөйөнөс менән Иҫкә алам йәшлек йылдарын. Беҙҙең йәшлек колхоз ҡырҙарында Шәкәр сөгөлдөрө утаны, Бесән сапты, эҫкерттәргә һалды, Ә йөрәген һүнмәҫ ут алды. Беҙҙең йәшлек ырҙын табағына Комбайндан иген ташыны. Ә кистәрен ауыл клубында Ул бейене ярһып, шашынып. Беҙҙең йәшлек төнгө урамдарҙы Дәртле йырҙар менән уятты...

Комсомоллы йәшлегем
Йәшлегемә ҡайтам, тип йырламайым,
Беләм уның мөмкин булмауын.
Ә бары тик ҙур һөйөнөс менән
Иҫкә алам йәшлек йылдарын.
Беҙҙең йәшлек колхоз ҡырҙарында
Шәкәр сөгөлдөрө утаны,
Бесән сапты, эҫкерттәргә һалды,
Ә йөрәген һүнмәҫ ут алды.
Беҙҙең йәшлек ырҙын табағына
Комбайндан иген ташыны.
Ә кистәрен ауыл клубында
Ул бейене ярһып, шашынып.
Беҙҙең йәшлек төнгө урамдарҙы
Дәртле йырҙар менән уятты...
Кемдер әрләп ҡалды, ә кемдеңдер
Йөрәгендә һағыш ҡуҙғытты...
Беҙҙең йәшлек йыраҡ ҡалаларҙа
Һөнәр үҙләштерҙе тырышып,
Армияла хеҙмәт итте теләп,
Йөрөмәне ҡасып, талашып...
Беҙҙең йәшлек урамдарҙа түгел,
Комсомолда күкрәп йәшәне,
Йылы ямғыр булып ергә яуҙы,
Йәйге йәшендәрҙәй йәшнәне!
Йәшлегемә ҡайтам, тип йырламайым,
Бөгөнгөм дә матур бит әле!
Ә йәшлегем ғүмер дәфтәремдең
Комсомоллы сағыу биттәре!
Иҫтәлекле, яҡты биттәре!
Люциә СӘФӘРҒӘЛИНА.
Подгорный ауылы.
Читайте нас: