Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығының намыҫлы эшсәндәре тураһында әленән-әле баҫмабыҙ биттәрендә яҡтыртып торабыҙ. Һеҙ фотола күргән уҙаман да был өлкәгә 30 йыл ғүмерен бағышлап, фиҙаҡәр хеҙмәте менән районыбыҙ үҫешенә тос өлөш индереүсе алдынғы водитель, Рәсәй Федерацияһы транспортының почетлы эшсәне – Әхтәм Ҡаразбаев.
- Руль артына ултырыуыма 40 йылдан артыҡ ғүмер үтте. Эшемде яратам, сафтан сығырға тигән уй башыма ла килгәне юҡ әле. Рәхмәт яуғыры, пенсия йәшен арттырып та йәшәрттеләр, - ти ул ихлас күңелдән.
Тәүәкән ауылында тыуып үҫкән егет Мораҡ һөнәрселек училищеһында уҡып, 1977 йылда ҡулына водитель танытмаһы алғандан алып һөнәренә ғүмерлеккә тоғро ҡала. “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тип, ҡортсолоҡ, иретеп йәбештереү буйынса ла белем туплай, әммә был өлкәләргә иғтибар йүнәлтергә форсаты ла сыҡмай, ваҡыты ла ҡалмай. Ватан алдындағы изге бурысын уға автомобиль ғәскәрҙәрендә үтергә тура килә. Һалдат сағында уҡ ауыр йөк машинаһын ҡыуып, үҙе һайлаған һөнәрҙең ауыр, әммә мауыҡтырғыс икәнлегенә инана. Әрме хеҙмәтенән һуң район транспорт предприятиеһына (халыҡ телендә “РТП”) эшкә урынлаша, артабан “Сельхозхимия”ла “КамАЗ”ға ултыра.
1990 йылда ул заманда “Росавтодор”ға ҡараған Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығына эшкә күсергә йыйынғанда, күптәр уның ҡотон алмаҡсы булып: “Сыҙарһыңмы икән, унда бит емертеп эшләргә кәрәк, таңдан ҡара төнгә ҡәҙәр, күп ваҡыт йоҡоһоҙ интегергә тура киләсәк”, - тип иҫкәртәләр. Ысын ир аҫылын эштең ауырлығы өркөтә буламы һуң? Ошо уҡ йылдың мартында тәүәккәлләп, ауыр йөк ташыусы “длинномер” “КамАЗ”ға ултыра. Һәм шунан бирле “тимер аты”нан айырылмай.
- Әйткәндәре дөрөҫкә сыҡты, эш еңелдән булманы. Әүәл республика тарафтарына ғына түгел, Смоленск, Брянск, Мәскәү яғына, Саратов өлкәһенә эш сәфәре менән йыш ҡына алыҫ рейстарға сығырға тура килә ине. Юлды уңышлы әйләнеп ҡайтыу менән бер рәттән водитель тейәлгән йөк өсөн дә яуаплы. Юлдар ҙа гел шыма булмай, йә тәгәрмәсе тишелә, йә машинаһы боҙола. Йыш ҡына кабинала төн үткәрергә тура килде. Әлеге көндә яғыулыҡ, железобетон артынан Сибай, Баймаҡ, Раевка яҡтарына йыш юл төшә. Юлдарға өйрәнелгән, эшһеҙ тик ултырғанымды күҙ алдыма килтерә алмайым, - тип, һөнәренең нескәлектәрен әйтеп үтте алдынғы водитель.
Алдынғы хеҙмәткәрҙең өлгөлө ғаилә башлығы икәнлеген дә билдәләп үтеү языҡ булмаҫ, сөнки Әхтәм Ҡаразбаевтың хеҙмәт уңыштарында уның рухи терәге, дүрт тиҫтәгә яҡын йылдар дауамында уға ныҡлы иңен ҡуйыусы йәмәғәте Әлмира Бәғәҙәт ҡыҙының да өлөшө бар. Улар бер ауылда, Тәүәкәндә, тыуып, бер үк мәктәп һуҡмағын тапап буй еткерәләр. 1983 йылда ҡауышып Мораҡ ауылында төпләнәләр. Әлмира Бәғәҙәт ҡыҙы 40 йыл ғүмерен урындағы Эске эштәр бүлегенең паспорт бүлегендә үткәрә, тәүҙә ябай эшсән, аҙаҡ уның етәксеһе була. Яуаплы эштә лә өлгөрөргә, тормош иптәшен шартына килтереп меңәрләгән тапҡыр алыҫ рейстарға оҙатырға, дүрт күҙ менән көтөп алырға тура килә.
Тырыш, егәрле Ҡаразбаевтар үҙ өлгөһөндә балаларына ла лайыҡлы тәрбиә бирә, уларға төплө белем, һөнәр алырға ярҙам итә. Улдары Әлфир хәҙер 15 йылдан артыҡ полиция өлкәһендә эшләй, өс ул үҫтерә, ғаиләһе менән Стәрлетамаҡта йәшәй. Ҡыҙҙары Альбина Өфө медицина колледжында белем алып, Стәрлетамаҡ ҡалаһы дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Тимәк, ғаилә башлығының “һөнәрле үлмәҫ” тигән йәшәү принцибы балаларына ла бәләкәстән һалынған. Кем белә, бәлки, тынғыһыҙ Әхтәм Ғималетдин улына хаҡлы ялға сыҡҡас, йәшлегендә үҙләштергән башҡа һөнәрҙәренең дә кәрәге сығыр...
Ә әлегә тәжрибәле водитель, егәрле, намыҫлы һөнәрмәнгә артабан да йыраҡ юлдарҙы имен-аман урап ҡайтыуын, ялҡынлы йөрәгенең талымһыҙ булыуын теләге килә. Ундағы дәрт-дарман менән райондаштарын, дуҫтарын, туғандарын ҡыуандырып, эшләргә лә әле эшләргә!