Ырымбур өлкәһендә йәшәгән ир баҙ ҡаҙығанда өс ҡатлы полиэтиленға төрөлгән алмазлар тапҡан. Улар төрлө төҫтә булған.
Ир шунда уҡ был өлкәлә эшләгән кешеләрҙе саҡыртҡан. Тикшереү уларҙың Төркиәнән булыуын асыҡлаған. Тикшереүселәр алмаздарҙы кемдер бында йәшереп ҡуйған тип фаразлай. Сөнки бындай аҫыл таштар Рәсәйҙә осрамай.
Әйтергә кәрәк, уларҙың хаҡы ла арзан. Был таштар өсөн ир 3 мең һум аҡса алған. Әлеге ваҡытта был ваҡиға буйынса тикшереү бара. Ирҙең бер ҡасан да Төркиәлә булмағанлығы ла асыҡланған.