Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Октябрь 2019, 17:43

Ҡулдарынан уның гөл тама

Матурлыҡҡа һоҡланмаған, гүзәллеккә ынтылмаған кешеләр донъяла бик һирәк. Ә бит шул матурлыҡты үҙ ҡулдары менән тыуҙырыусылар ҙа күп. Интернет селтәрен байҡағанда был бигерәк тә күҙгә ташлана: бәғзе бер гүзәл заттарҙың ҡул эштәренә хатта оҫталарҙың да оҫтаһы таң ҡалыр! Улар араһында яҡташыбыҙ – Волостновка ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Тәүәкән ауылында ғүмер иткән Гөлсинә Ҡаразбаеваның ижад емештәре айырым урын алып тора.

Матурлыҡҡа һоҡланмаған, гүзәллеккә ынтылмаған кешеләр донъяла бик һирәк. Ә бит шул матурлыҡты үҙ ҡулдары менән тыуҙырыусылар ҙа күп. Интернет селтәрен байҡағанда был бигерәк тә күҙгә ташлана: бәғзе бер гүзәл заттарҙың ҡул эштәренә хатта оҫталарҙың да оҫтаһы таң ҡалыр! Улар араһында яҡташыбыҙ – Волостновка ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Тәүәкән ауылында ғүмер иткән Гөлсинә Ҡаразбаеваның ижад емештәре айырым урын алып тора.

Ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған Гөлсинә Фирәит ҡыҙының ҡул эштәренә маһирлығы бала саҡтан килә... Апаһы менән ағаһы рәхәтләнеп балалар баҡсаһына, мәктәпкә йөрөгәндә, 4 йәшлек кенә ҡыҙ бала бер үҙе өйҙә ултыра. Япа-яңғыҙ ҡалыуына ҡарамаҫтан, үҙен һис тә ситләтелгән итеп тоймай ул, киреһенсә, бер кем дә ҡамасауламауына һөйөнөп, кинәнеп китеп ҡул эшенә тотона. Ситтән ҡарағанда орсоҡтай ғына сабыйҙың нимәлер эшләй алыуына ышанырлыҡ та түгел, әммә тап шул дүрт йәшенән бәйләргә өйрәнә лә инде. Бындай эшкә һәләт, бәлки, өләсәһенән - Ураҡай ауылында йәшәгән Ғилмикамал инәйҙән дә бирелгәндер: тегеүгә, бәйләүгә бик оҫта була, ейәнсәренә лә энә-епте башлап ул тоттора.

Ысын-ысындан да бәйләү “ене” ҡағыла Гөлсинәгә: аллы-гөллө ептәрҙән кескәй генә күлдәктәр, кофталар, ойоҡбаштар, башлыҡтар тәүҙә ҡурсаҡтар өсөн бәйләнһә, аҙаҡ үҙе, яҡындары һис кемдә булмаған, зауыҡлы, үҙенсәлекле кейемдәр кейеп ҡыуана. Салауат педагогия колледжында уҡығанда ла, Өфө ҡалаһының Ф.Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында эшләп йөрөгәндә лә ташламай ул был шөғөлөн, кем белә, буласаҡ тормош иптәше – Тәүәкән ауылы егете Ришат та, бәлки, тәү күргәндә уның башҡаларҙан айырылып торған ошо яғына иғтибар иткәндер...

2002 йылда барлыҡҡа килә Ҡаразбаевтар ғаиләһе. Мәләүез ҡала хакимиәтендә эшләп йөрөгән Ришат Миңлеғужа улын бар республикаға билдәле “Тәүәкән” хужалығына эшкә саҡырғас, тәүәккәлләп ауылға ҡайталар, бына шул ваҡыттан бирле ошо ергә ереккән улар. Ғаилә башлығы “Тәүәкән” йәмғиәтендә баш иҡтисадсы йөгөн тартһа, Гөлсинә Фирәит ҡыҙы мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Ғаиләләренә ҡот-йәм өҫтәп бер-бер артлы тыуған улдары Салауат менән Юлай ҙа күптән инде ҡул араһына ингән: олоһо 10-сы класта уҡыһа, кесеһе быйыл 5-сегә барған. Ағаһына иш булып тыуған Юлайҙың был исемгә эйә булыу тарихы ла бар: билдәле Салауат Юлаев хоккей командаһы Гагарин кубогы өсөн ҡыҙыу алыш алып барған мәлдә Гөлсинә “әгәр еңһәләр, улыбыҙға Юлай тип ҡушырбыҙ” тип шаяртып ҡына әйтеп һала. Еңеү яулана һәм бер нисә көндән һуң яҡты донъяға ауаз һаласаҡ сабый тыумаҫ борон уҡ исемле була.


Ҡайны-бейемемдән уңдым, ауыр һүҙ әйтеү түгел, ҡырын ҡарағандары ла юҡ. Гел генә барып ярҙам итә алмаһам да, асыуланмайҙар. Ике яҡлап туғандар менән ҡатышып йәшәйбеҙ – аңлаған кешегә был да оло бәхет.

Үҙемде белә-белгәндән алып ҡурсаҡтарымды теҙеп ултыртып, йыш ҡына уларҙы “уҡытыр” инем. Бына шул бала саҡтан мине оҙата килгән уҡытыусы булыу хыялымды тормошҡа ашырҙым. Бынан бер нисә йыл элек БДУ-ның Стәрлетамаҡ филилалында ситтән тороп юғары белем дә алдым. Коллективыбыҙ сағыштырмаса йәш, һәләтле, бик татыубыҙ, һәр беребеҙ йөҙөп йөрөп эшләй.

Балалар менән эшләгәс, гел бала саҡ илендә йәшәгәндәй тоям үҙемде. Ата-әсә ҡосағынан айырылып, яңы ғына мәктәп буҫағаһы аша атлап үткән малай-ҡыҙҙарҙың күңелдәре шул тиклем саф, ап-аҡ ҡағыҙ шикелле, һәр нәмәгә ихлас ҡыуаналар, һоҡланалар, ғәжәпләнәләр... Күңелдәренә юл ярыу, ышаныстарын яулау өсөн уларса фекерләргә, донъяны уларса ҡабул итергә тура килә. Һәр уҡыусым үҙ балам кеүек, юғары класҡа күскәс тә һәм хатта үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡас та уларҙы күҙ уңынан ысҡындырмайым, шатлыҡтарына һөйөнөп, уңышһыҙлыҡтарына көйөнөп йәшәйем, - ти Мостай Кәрим һымаҡ күңеле менән бала саҡ илендә тороп ҡалған геройыбыҙ.

Ысынлап та, бар булмышы менән бәхетле бала саҡ донъяһына тартылып йәшәй Гөлсинә. Ҡул эштәре лә күбеһенсә сабыйҙарға тәғәйенләнгән: бәйләнгән кейем-һалым булһынмы, уйынсыҡтармы – барыһы ла күҙҙең яуын ала. Һәр ваҡыт эҙләнеү юлында булған тынғыһыҙ холҡо уны һуңғы йылдарҙа яңы өлкәне үҙләштерергә этәргән: хәҙер ул бәйләүҙән бигерәк тегергә ярата. Быға тиклем тегеү оҫталығы булһа ла, еңел-елпе генә ҡарамай ул был шөғөлөнә, ике ай дауамында Мәләүез ҡалаһына йөрөп һөнәр нескәлектәрен үҙләштерә. Сабыйҙар өсөн тегелгән кейем-һалым, конверт-биләүҙәр, уйынсыҡтар, мендәр-юрғандар, башлыҡтар һ.б. – күҙ нурҙары ғына түгел, күңел йылыһы ла һеңгән был әйберҙәр үҙҙәренең матурлығы, зауыҡлығы менән һоҡландыра.

Әйткәндәй, күңелендә бихисап хыялдар йөрөткән геройыбыҙ киләсәктә үҙен башҡа өлкәләрҙә лә һынап ҡарарға ниәтләй.

Ижади мөхиттә йәшәүселәрҙең ни тиклем дә бәхетле икәнлеген билдәләй ғалимдар. Ундайҙар, ғәҙәттә, тормош ваҡлыҡтарынан өҫтөн тора, күңелдәрендә яман уй йөрөтмәй, үҙҙәренә талапсан, шул уҡ мәлдә башҡаларҙы нисек бар – шулай уҡ ҡабул итә, донъяға һөйөп баға. Быны беҙ һәр яҡлап тормошҡа ижади күҙлектән ҡараған, ниндәй генә эшкә тотонһа ла, ололар әйтмешләй, ҡойоп ҡына ҡуйған Гөлсинә Фирәит ҡыҙы миҫалында ла асыҡ күрәбеҙ...

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.










Читайте нас: