Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Октябрь 2019, 12:27

Икмәк тәме. 16 октябрь - Халыҡ-ара икмәк көнө

Икмәк тәме. 16 октябрь - Халыҡ-ара икмәк көнө Муллыҡта йәшәйбеҙ. Һыныҡ икмәккә тилмереп ултырған заман түгел. Ул ҡәһәрле йылдар тураһында беҙҙең быуын ҡартатай –өләсәйҙәр һөйләүенән, китаптарҙан уҡып, киноларҙан ҡарап ҡына белә. Магазинға инһәң, икмәктең ниндәй генә төрө юҡ! Аҡ икмәк тә, арыш икмәге лә, мәк, шыттырылған бойҙай, хатта өрөк ҡушылғаны ла кибет кәштәләрендә һығылып ята. Йәнең теләгәнен алып аша. Ә күңел ябай ауыл икмәген көҫәй. Бала саҡты хәтерләткән өй икмәге еҫе, тәме йылдар үтә килә айырыуса танһыҡ була икән. Хәтеремдә, атайым ҡырҙан тоҡлап ҡомалаҡ алып ҡайта ла, ваҡлап сабып, әсетке (сүпрә) ҡайнатырға әҙерләп ҡуя торғайны. Әсәй уны оҙаҡ итеп ҡаҙанда ҡайната. Ҡырҡыу еҫе иҫертеп, башты ауырттырып бөтөр ине. Хатта шул еҫтән тамам туйып, “ҡомалаҡһыҙ ғына икмәк бешереп булмай микән ни” тип уйлаған саҡтар ҙа булғыланы. Баҡтиһәң, булмай икән шул. Тәмле әпәкәй башланғысты нәҡ ана шул ҡомалаҡтан ала ла инде.

автор фотоһы
автор фотоһы
Муллыҡта йәшәйбеҙ. Һыныҡ икмәккә тилмереп ултырған заман түгел. Ул ҡәһәрле йылдар тураһында беҙҙең быуын ҡартатай –өләсәйҙәр һөйләүенән, китаптарҙан уҡып, киноларҙан ҡарап ҡына белә. Магазинға инһәң, икмәктең ниндәй генә төрө юҡ! Аҡ икмәк тә, арыш икмәге лә, мәк, шыттырылған бойҙай, хатта өрөк ҡушылғаны ла кибет кәштәләрендә һығылып ята. Йәнең теләгәнен алып аша. Ә күңел ябай ауыл икмәген көҫәй. Бала саҡты хәтерләткән өй икмәге еҫе, тәме йылдар үтә килә айырыуса танһыҡ була икән.
Хәтеремдә, атайым ҡырҙан тоҡлап ҡомалаҡ алып ҡайта ла, ваҡлап сабып, әсетке (сүпрә) ҡайнатырға әҙерләп ҡуя торғайны. Әсәй уны оҙаҡ итеп ҡаҙанда ҡайната. Ҡырҡыу еҫе иҫертеп, башты ауырттырып бөтөр ине. Хатта шул еҫтән тамам туйып, “ҡомалаҡһыҙ ғына икмәк бешереп булмай микән ни” тип уйлаған саҡтар ҙа булғыланы. Баҡтиһәң, булмай икән шул. Тәмле әпәкәй башланғысты нәҡ ана шул ҡомалаҡтан ала ла инде.
Хуш еҫле өй икмәгенә ҡала ҡаласы етмәй шул. Әпәй еҫе сығып китһә, өйҙә лә ҡот уйнап киткәндәй була бит. Ялсы ауылында йәшәүсе Вәсилә апай Ҡарағужина ла икмәкте һәр ваҡыт үҙе һала.
- Сүпрә ҡайнатыр өсөн ҡомалаҡты йыйып, сапҡылап, тоҡҡа тултырып киптерергә элеп ҡуям. Сүпрәне былай әҙерләйем: кәстрүлдең өстән ике өлөшөнә ҡомалаҡ һалып, өҫтөнә сығарғансы һыу ҡойоп, талғын ғына утта ярты сәғәт тирәһе ҡайнатам. Шунан бер-ике стакан самаһы онға ҡайнап торған ҡомалаҡ һыуын һөҙгөс аша ҡойоп, төйөрҙәре бөткәнсе болғатып, һыуытырға ҡуям. Яңы һауылған һөт йылылығында булғас, “баш” һалам. “Баш” тип беҙҙең яҡта алдан әҙерләп ҡуйылған сүпрәне әйтәләр. Тәү башлағанда магазин сүпрәһен ҡулланһаң да ярай. Ун-ун ике сәғәттә сүпрә өлгөрә, күпсеп сыҡҡас, ҡапҡаслы һауытҡа ҡойоп, һалҡынға ултыртаһың. Оҙағыраҡ һаҡланһын өсөн берәр аш ҡалағы шәкәр ҙә өҫтәйем, -тип өй әсеткеһе әҙерләү серҙәре менән уртаҡлаша Вәсилә апай. - Икмәкте “баш яндырып” әсетһәң, ышаныслыраҡ була. “Баш” әҙерләү артыҡ мәшәҡәтле түгел. Бер-ике ҡалаҡ онға ҡайнар һыу ҡойоп, ҡаймаҡ ҡуйылығындағы масса барлыҡҡа килгәнсе болғатаһың, ҡул бешмәҫлек булып һыуынғас, сүпрә өҫтәп, йылыға ҡуяһың.
Дүрт-биш сәғәттә ҡабарһа, шул “баш”ҡа бер литр-литр ярым тирәһе йылы һыу ҡойоп, он һалып болғатып тағы йылыға ҡуяһың. Шунан тағы ла дүрт –биш сәғәт тирәһенә йылыға ҡуяһың. Әсеп сыҡҡас, самалап тоҙ, он һалып, артыҡ ҡаты итмәй генә ҡамыр баҫаһың. Ҡамырҙы баҫып бөткәс, өҫтөн бер аҙ көнбағыш майы менән майлап, тығыҙлап ябып, йылыға ултыртаһың да, тағы ла ҡабарғанын көтәһең. Оҙаҡ ҡабартып ташлаһаң, ҡамыр артай һәм икмәк әсегә килә. Шуға күрә, икмәкте баҫҡандан бер-ике рәт кенә ҡабартып алырға кәрәк. Унан инде табаларҙы майлап, икмәкте яһайһың да, таба тулғансы ҡабарһа, мейескә оҙатаһың.
Икмәкте йәш бала менә юҡҡа ғына сағыштырмайҙар, ул иғтибарҙы ярата. Ныҡ йылы ла ярамай, һалҡын да бармай икмәккә. Ондо алдан йылытып ҡуйырға кәрәк, юғиһә, ҡамыр ауыр күтәрелә, уңмай. Баҫҡанда ни тиклем оҙағыраҡ баҫһаң, шул тиклем һәйбәтерәк, тиҙерәк ҡабара. Өй һалҡынса булһа, ҡулды йылы һыуҙа йылыта-йылыта баҫырға кәрәк.
Былай тәфсирләп һөйләүем – башлап һалыусы йәш килен –ҡыҙҙарға бер кәңәш булһын тиеүҙән. Бер эшләп ҡараһаң, тора-бара ҡул өйрәнеп, оҫтарып та китәһең. Ваҡыт яғы тығыҙыраҡ булһа, “баш яндырып” тормай, сүпрәне тура һалып баҫам. Эштән ҡайтҡас, баҫып, ятҡансы икмәк бешереп тә ала торғайным.
Ҡояш йылыһы бөркөлөп торған хуш еҫле әпәкәйҙең өҫтәлебеҙгә нисек килеп ятыуын ҡайһы берәүҙәр, ысынлап та, белеп тә етмәй. Күпме көс, сабырлыҡ, оҫталыҡ кәрәк ошо ябай ғына ауыл икмәген бешереү өсөн (игенселәрҙең, икмәк бешереүселәрҙең хеҙмәте ысын мәғәнәһендә баһалап бөткөһөҙ оло ҡаһарманлыҡ икәнлегенә уларҙың хеҙмәте менән яҡындан танышҡас ҡына төшөнәһең)! Әле бойҙай ап-аҡ онға әйләнгәнсе игенселәр күпме көс түгә! Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем көн тимәй, төн тимәй, халыҡ икмәкле булһын өсөн ҡара тирен, хәләл көсөн түгә улар. Ә беҙ, муллыҡҡа шул тиклем күнеккәнбеҙ, ҡайһы саҡта икмәк валсығын ғына түгел, һыныҡлап, киҫәкләп әрәм итәбеҙ.
Икмәк –йәшәү сығанағы, тиҙәр. Эйе,бала ла бит асыҡһа бер ҙә кәнфит йә туңдырма һорамай, белер-белмәҫ аңы менән әпәкәйгә үрелә. Икмәктән айырмаһын, ниндәй генә заманда йәшәһәк тә, өҫтәлебеҙҙә хуш еҫле әпәй булһы, әпәйҙең ҡәҙере булһын.

Читайте нас: