Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Октябрь 2019, 14:44

Фани ғына донъяларҙың ҡәҙерҙәрен белеп йәшәй Гөлфиә апай

Әлмәс ауылында йәшәгән Гөлфиә апай Киленбаева һымаҡ ябай ауыл ҡатындары тураһында яҙғанда мәҡәләне “Була бит шундай ҡатындар...” тип башлағы килә. Тапалған, әммә хаҡ әйтелгән. Ысынлап та, әллә ниндәй ҙурға ла ынтылмай улар, Хоҙайҙың биргәненә шөкөр итеп, һәр яңы көндөң матурлығына һоҡланып, йәш өҫтәлгән, йылдар үткән һайын зирәклек, тәжрибә туплап, тәрән аҡыл йыйып, шул донъяуи хазиналарынан башҡаларға ла мул өлөш сығара улар, булмыштары менән сумарт, салт.

Әлмәс ауылында йәшәгән Гөлфиә апай Киленбаева һымаҡ ябай ауыл ҡатындары тураһында яҙғанда мәҡәләне “Була бит шундай ҡатындар...” тип башлағы килә. Тапалған, әммә хаҡ әйтелгән. Ысынлап та, әллә ниндәй ҙурға ла ынтылмай улар, Хоҙайҙың биргәненә шөкөр итеп, һәр яңы көндөң матурлығына һоҡланып, йәш өҫтәлгән, йылдар үткән һайын зирәклек, тәжрибә туплап, тәрән аҡыл йыйып, шул донъяуи хазиналарынан башҡаларға ла мул өлөш сығара улар, булмыштары менән сумарт, салт.

Гөлфиә апайҙы районда ғына түгел, хәҙер инде (рәхмәт интернет ғали йәнәптәренә) тотош республикала ла уңған хужабикә булараҡ яҡшы беләләр. Көн дә иртән беҙ эшкә килеүгә уның сәхифәһендә матур яңылыҡ: ҡояштан алда тороп, иртәнге эштәрен тамамлап, һыйырын һауып, көтөүгә ҡыуып, ағын эш итеп, шул арала тәбиғәт ҡосағында, матурлыҡ усағында йылынып, илһам туплап, гүзәллек менән уртаҡлаша.

Ә тормошо уның бик күп ауыл ҡатындарының яҙмышы кеүек ябай ҙа, бер аҙ ҡатмарлы ла, шатлығы булған һымаҡ, ҡайғыһы ла урап үтмәй, шулай ҙа Гөлфиә апайға башҡорт ҡатындарының иң матур сифаттарының береһелер – сабырлыҡ, шөкөрана итеү хас.

Әминә инәй менән Мират олатайҙың ғаиләһендә ул икенсе бала булып донъяға килә.

- Көн эҫелә, эш күп – картуф, бесән өҫтө мәлендә, июль айында икенсе бала булып тыуғанмын. Беҙ ғаиләлә ете бала, шул ете бала араһында минең исемемдә генә “гөл” һүҙе бар, шуғалыр ҙа гөл-сәскә тип иҫем китә.

Бала саҡтан шуҡ, тиктормаҫ, етеҙ булып үҫтем. Атта ла һыбай саптым, малайҙар менән ағас башында ла уйнаныҡ, ҡыш туғайҙа саңғыла йөрөнөк, Шаушаҡ тауында сана-кәритәләрҙә шыуҙыҡ. Бәлтә салғыйҙары һыуланып, туңып, бейәләйҙәр боҙланып ҡатҡансы уйнар инек. Ҡайтҡас, өйҙә әрләү ҙә эләгә, бирешмәйбеҙ, уйын әүрәтеп кенә тора. Мейес арты туң кейем, мейес башы – быйма, бейәләйҙәр менән тулыр ине.

Ә йәйгеһен Мерәүешленән ҡайтып инмәйбеҙ. Селтәр, марля менән балыҡ һөҙөп, көнө буйы һыу инеп оҙон йәй үтә торғайны. Үҫә төшкәс, ырҙын табағына бойҙай елгәрергә йөрөнөк.

Атайым 49 йәшендә генә яман сирҙән баҡыйлыҡҡа күсте, әсәйем береһенән-береһе бәләкәй балалар менән яңғыҙ ҡалды, олоғайған ҡайны-ҡәйнәһен дә ҡараны.

Мәктәптә унынсы класты тамамлағас, бер йыл тегенсегә уҡыным да, әсәйемдең оло ярҙамсыһы булып, ауылда ҡалдым.


1989 йылда күрше ауыл егетенә кейәүгә сыға, һөйөп-һөйөлөп кенә йәшәр саҡта, бер йыл тигәндә Риф ағай фажиғәле вафат була.

- Игеҙәк улдары ҡалды вариҫы булып. Ауыр булды, һынылышлы 90-сы йылдарҙы ла еңеп сыҡтыҡ, улдарым үҫте, үҙ районыбыҙҙа төплө белем алдылар, иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерҙеләр. Салауатта “Газпром”да, Себерҙә эшләнеләр. Хәҙер икеһе лә Өфөлә, йорт төҙөйҙәр, икеһе лә өйләнгән, Раян улым Яңы Хвалын ҡыҙы Гөлзадаға өйләнеп, Зарина исемле ҡыҙ тәрбиәләй. Айнурым киленде Йылайыр Ҡыпсағынан алып ҡайтты. Гөлназ килен менән Самир исемле 5 айлыҡ ҡына ул үҫтерә. Аллаға шөкөр, килендәрҙән уңдым.

Атай һөйөүен тоймаһалар ҙа, атай арҡаһын күрмәһәләр ҙә, эште белеп, өйрәнеп, эшләп үҫтеләр.

Бәхеттәре оҙон ғүмерле булһын тип рәхмәтемдән, изге теләктәремдән өҙмәйем.

13 йыл яңғыҙ йәшәгәс, таныштар бер аҡыллы егет менән таныштырҙылар. Был никахтан да улыбыҙ тыуҙы. Тик атаһы менән оҙаҡ йәшәргә насип булманы, әсәйемә көслө инсульт булып, мин сабыйым менән әсәйемде тәрбиәләргә тыуған йортома ҡайттым.

Шулай ғүмер тигән нәмә һыу кеүек аҡты... Ярҙарында ҡайғыһы ла, шатлығы ла осрап торҙо: бер туған ҡустым, ҡартатайым, ҡәртәсәйем, өләсәйем әсәйемдең ҡулында үтте. Бирешмәне, бахырҡайым, рухи яҡтан көслө булды, сабыр булды. Ауыр сирҙе лә күтәрҙе, тик ғүмере генә биш йыл элек фажиғәле өҙөлөп ҡуйҙы.

Бәләкәсе Илвир улым да үҫте, хәрби булырға хыяллана. Шул ынтылышы менән Мәләүез кадет корпусына уҡырға инде, әле икенсе курста белем ала. Бер туған һылыуым бер йыл элек мәрхүмә булғайны, уның улын тәрбиәгә алдым. Хәҙер Илназ улым да ир ҡорона инеп бара, 15 йәш тулды, ауылда туғыҙынсыла уҡып йөрөй. “Йәшлек” гәзитендә эшләгән бер журналист егет “Гөлфиә апай, һинең фамилияң үҙе үк әйтеп тора: киленгә бай буласаҡһың” тигәйне, иншалла, шулай ғына булһын, иманлы, тәүфиҡлы булһындар, шул балалар тип йәшәйем. Дүрт улым – дүрт ғорурлығым. Улар минең тормошомдоң асылы, дәрт –дарман биреүсе лә, терәк-таяныстарым да улар. Матди байлыҡ – бер көнлөк, күңелебеҙ бай, рухыбыҙ ныҡ булһын, - ти дүрт ир бала тәрбиәләгән апай. – Беҙ, атай-әсәйебеҙҙең балалары, бөтә ауыр эште күреп, белеп, эшләп үҫтек, сынығып буй еткерҙек. Апайымды ла, ҡусты-һылыуҙарымды ла туйҙар яһап, матур итеп үҙаллы юлға баҫтырҙы әсәйем. Атай киткәс, утын, бесән яғынан ныҡ ауыр булды. Шулай ҙа бирешмәнек, малды ла бөтөрмәнек, ишле аҫраныҡ.

Апай-һылыуҙарымдың ҡорған ғаиләләре татыу, дин юлындалар, матур йәшәйҙәр.

Гөлфиә апай гөл-сәскәгә ғашиҡ. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем шау сәскә ишек алды:

- Иң яратҡан шөғөлдәремдең береһе – баҡса. Һәр төрлө сәскәләр үҫтерәм, йәйге иртәлә хуш еҫ таратып, көнөмдө йәмләп, ғәм бирә улар.

Йәшелсә-емеш баҡсаһы ла уңа Гөлфиә апайҙың. Үҙе тәрбиәләп, ҡарап, бағып үҫтергән ҡыярҙары, помидорҙары, кишер, кәбеҫтәнең броколли, пекин төрҙәре, сөгөлдөр, борос, ҡабаҡ, ашҡабаҡ, баклажан, һуғандары һәр йыл мул уңыш бирә. Уңған хужабикә ҡышҡылыҡҡа бик мул итеп салаттарын, ҡабымлыҡтарын әҙерләп, тоҙлап ҡуя. Картуфты ла ағыу һиптермәйсә таҙа итеп үҫтерә.

Гөлфиә апайҙың тағы ла бер яратҡан шөғөлө – тәбиғәткә сығыу.

- Мине туғай, урман, ҡырҙар тарта. Шундай илаһи көскә нисек буйһонмайһың инде!? Йылдың ниндәй миҙгеле тороуға ҡарамаҫтан, картуф баҡсаһы артындағы туғайҙы гиҙергә яратам. Нимә генә юҡ унда: бәшмәк тә, балан да, әлморон да, муйыл да үҫә.

Тәбиғәт – йәшәү сығанағы, урманда йөрөп ҡайтһам, үҙемде яңынан тыуған кеүек хис итәм, икенсе һулыш асылып, яңы кисерештәр менән йәшәүҙе дауам итәһең. Ҡыҫҡаһы, мин – тәбиғәт балаһы.

Бәшмәк осорон айырыуса яратам. Һәр төрлөһөн йыйып, бешереп, тоҙлап, эш итеп ҡуям.

Гөлфиә апай ауылдың йәмәғәт тормошоноң уртаһында ҡайнап йөрөй. Әлмәс ауылының уңған апай-еңгәйҙәрен, абруйлы инәйҙәрен туплап, “Ағинәйҙәр ҡоро” булдырған улар.

- Апаруҡ булды инде ойошҡаныбыҙға. Ике йыл рәттән Өфөлә үткән мили кейемдәр парадында ҡатнаштыҡ.

Ҡышҡы оҙон кистәрҙә ҡул эштәребеҙҙе тотоп, аулаҡ өйгә йыйылабыҙ. Һаулығыбыҙға ла иғтибарлыбыҙ, хәрәкәттә –бәрәкәт тип, кискеһен скандинавса атлау менән шөғөлләнәбеҙ, велосипедта йөрөйбөҙ,- ти Гөлфиә апай.

Мәҡәләм геройы үрҙә әйткәнемсә ҡул эштәренә лә әүәҫ. Ҡораманан төрлө түшәк-ҡаралты ла эшләй, дебеттән бейәләй, бирсәткәләр, ойоҡбаштар бәйләй. Былар барыһы ла тиҫтәләгән ҡош-ҡорт, ишле мал ҡарау араһында эшләнә.

Матбуғаттан да айырылмай Гөлфиә апай. Республика баҫмаларын да, район гәзиттәрен дә даими алдыра, үҙе лә әүҙем яҙыша, “Юлдаш”тың радиоһөйләшеүҙәрендә лә уны гел ишетәбеҙ.

Гөлфиә апайҙың шиғырҙары менән интернет киңлектәрендә уның сәхифәһендә танышырға мөмкин. “Бәйләнештәге” сәхифәһе лә уның тормошоноң сағыу төҫтәрен сағылдырғандай.

Бына шундай ул Гөлфиә апай, фани ғына донъяларҙың ҡәҙерҙәрен белеп, тормош асылына үҙ тәжрибәһе аша төшөнөп, әйләнә-тирәһендәгеләргә нур өләшеп йәшәй.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

Фотолар – ғаилә архивынан.


Читайте нас: