Уҡыусы ҡыҙ был турала бер кемгә лә әйтмәгән, сөнки үгәй атаһы уға янаған. Ир Тажикстандан килгән, бында легаль эшләй, ә бына ҡыҙҙың әсәһенең, Үзбәкстан гражданының, документтар менән проблемалары бар. Әгәр берәйһенә әйтһәң, бөтәһен дә миграция хеҙмәтенә һөйләйем, тип ҡурҡытҡан үгәй атай Камилджон Турабаев.
Хәҙер өс бала әсәһе сит ил граждандарын ваҡытлыса тотоу үҙәгендә, ә ҡыҙҙар социаль приютта. Уларҙы илдәренә оҙатыуҙары мөмкин, сөнки ҡатынға 2020 йылдың июленә тиклем Рәсәйгә инеү тыйылған булған, ләкин ул законды боҙған.