Эйе-эйе, минең һымаҡ ауылда йəшəүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың көнө икəн. Эй, яратам мин ауылда йəшəргə. Ауыҙ тултырып əйтəм: «Мин –ауыл ҡатын-ҡыҙы»! Яҙын-йəйен иртə таң менəн аяҡ өҫтөндə мин. Ишекте киң асып, “Бисмилламды” əйтеп, тышҡа аҙым яһайым да туҡтап ҡалам.
Офоҡ алһыулана ғына башлаған əле. Туғайҙағы ҡоштарҙың бер-береһен уҙҙырып һайрағандарын бер тына тыңлап торам.Оҫта дирижер был ҡоштарға ял бирмəйенсə таяғын һелтəп кенə торалыр. Ҡоштар мин оҫтараҡ та моңлораҡ тип, ал бирмəй бер- береһенə, һайрайҙар. Күкрəп тултырып тəрəн тын алам. Саф һауаға булған дəрт тағы ла артып китə. Күнəктəремде сылтыратмаҫҡа тырышып һарай яғына китəм.
Ояһы эргəһендəге сәүек эт Алабай: “Мин йортто һəйбəт һаҡланым, һау-һау-һау”-тип тоғролоғон күрһəтеп өрөп ала. Зур кәүҙәле Рекс өрөп тә тормай ҙурлығын күрһәтеп кирелеп кенә ала ла ояһына инеп ята. Хəҙер йылы һөт элəгер тигəн өмөт менəн бесəйем йүгереп килеп аяғыма һырына.
Киң генә эшләнгән ситлек эсендәге күркәләр мине генә көтөп торғандай :”Гөлдөр-гөлдөр, ғолдор-ғолдор, емде күберәк бир-р-р-р!!!”-тигән тауыш сығара башлайҙар.
Ялан кəртəнең ишеген асып инеү менəн һыйырҙарым тороша башланы. Улар торғансы тауыҡ һарайын барып асам. Белеп бөткəнмен инде: ҡара тауыҡ иртə тора, ишек асылыу менəн тиҙ-тиҙ атлап килеп тə сыға тибенə лə башлай. Ə ҡалғандары яйлап берəй ун биш минуттан сығалар. Əтəстең “Ҡо-ҡо-ҡо, кикирикүк” тигəне көтөп ултыралар, шикелле. Əтəс, үҙ дəрəжəһен белеп кенə, яйлап ҡына һарайҙан сыға ла тауыҡтарҙың тибенгəнен ҡарап тора башлай.
Ҡаҙҙарҙы асмай торам əле. Йылғаға иртə китһəлəр таңғы йылға буйында эт –маҙар йөрөй торған тип һуңлатыңҡырап асам.
Йəш һыйырҙар торошоп бөттө инде. Мин бер баштан төшөп елендəрен йыуып таҫтамал менəн ҡоротоп сығам да оло һыйырға өндəшəм: “Тор инде, Алаҡай, аңлайым хəлеңде, олоғайҙың инде. Көтөүгə һуңламайыҡ инде. Һеҙҙе бит əле күрше урамға ҡыуырға кəрəк”. Алаҡай ҙа тороп баҫа. Уның елендəре лə йыуыла, ҡоротола. Хəҙер бер баштан һыйырҙарҙы һауырға тотонам. Эй, аҡыллы һыйырҙарым, күҙ генə теймəһен. Үҙҙəре тыныс, үҙҙəре һөтлө. Тулған күнəктəрҙе аласыҡҡа алып барып ҡалдырып торам. Бесəйгə лə өлөш сыға.
Улым йоҡоһонан тороп килеп тə сыға. “Əсəй, һауып бөттөңмө, ҡайҙа, көтөүгə ҡыуайым”,- тип һыйырҙарҙы ҡыуып сығара ла башлай.
Ə мине сепарат көтə. Унан бигерəк быҙауҙар һөт көтə. Обрат һөттө йəллəмəй генə һалып бирəм уларын да ҡыуып сығарам. Улым көтөү ҡыуып ҡайтыуға сəй ҙə ҡайнай. Шыйыҡ ҡаймаҡ, кис кенə бешерелгəн ҡомалаҡлы икмəк менəн сəй артабанғы эштəргə көс бирə. Бөтмəҫ- төкəнмəҫ эштəр менəн көнөбөҙ башланып та китте...
Ауыл эштəрен һанап бөтөрлөк түгел. Ни тиклем эш күп булһа ла ауылдағы тормошомдо бир нəмəгə лə алмаштырмайым. Эш араһында ялға ваҡытын табабыҙ беҙ. Балаларыбыҙ эш белеп үҫə. Ҡулыбыҙ эш белгəс уңайлыҡтар ҙа эшлəнгəн өйөбөҙҙə. Телəйбеҙ икəн душын инəбеҙ өйҙə, ə телəйбеҙ икəн эҫе итеп яғып мунса инəбеҙ. Ишек алдында элəгеп тəгəрəһəң дə белəһең ни тиклем таҙа икəнен. Сөнки бар нəмə тик һинеке генə. Баҡсанан нимə телəйһең шуны йолҡоп алаһың, нимə генə үҫмəй унда. Иртə яҙҙан список төҙөптөрөп сəселə улар. Һарайҙа йомортҡалар тəгəрəп ята. Йыйырға ғына ваҡыт еткер.
Аҙаҡҡы осор һатыу эшенə лə оҫтарып киттек, беҙ -ауыл ҡатын –ҡыҙҙары. Тəүҙəрəк хаҡ һорай белмəй бушлай тоттороп ебəргəн саҡтарҙа булды. Хәҙер инде һатыуға тауарыңды еткер генә.
Ҡыш беҙгə əҙерəк ял тəтей. Һыйырҙар һыуалғас “отпуск” башлана. Ойоҡ –бейəлəй бəйлəп, ашарға бешереп күберəк өйҙə ултырабыҙ.
Һай-й-й, ауылдағы тормош, ауыр ҙа, татлы ла. Ни тиһәң дә үҙең һайлап алған яҙмыш. Саф һауалы, саф һыулы яҙмыш...
(Фирүзә Хөсәйенованың һөйләгәнен Айгөл Айытҡолова яҙып алды)