Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Октябрь 2019, 19:45

Республика көнөндә Мораҡта яңы төҙөлгән күп фатирлы йорт файҙаланыуға тапшырылды

Республика көнөндә Мораҡта яңы төҙөлгән күп фатирлы йорт файҙаланыуға тапшырылды Уҙған аҙнала Башҡортостан халҡы төп дәүләт байрамын - Республика көнөн билдәләне. Йәшкә, милләткә, дингә һәм сәйәси ҡарашҡа ҡарамайынса, кесе ватаны өсөн йән атыусыларҙы берләштергән был байрам районда 9 октябрҙә билдәләнде. Республика көнөнә арналған ҙур сара ҡыуаныслы ваҡиғанан – яңы төҙөлгән күп фатирлы йортто тантаналы асыуҙан башланды. Үҙәк район дауаханаһы янында урынлашҡан был өс ҡатлы йорт өс подъездан тора. Барлығы 33 квартира, улар бер һәм ике бүлмәле. Ҡасандыр был урында хирургия бүлеге, унан һуң иһә “Айгөл” балалар баҡсаһы урынлашҡан булған.

Уҙған аҙнала Башҡортостан халҡы төп дәүләт байрамын - Республика көнөн билдәләне. Йәшкә, милләткә, дингә һәм сәйәси ҡарашҡа ҡарамайынса, кесе ватаны өсөн йән атыусыларҙы берләштергән был байрам районда 9 октябрҙә билдәләнде.
Республика көнөнә арналған ҙур сара ҡыуаныслы ваҡиғанан – яңы төҙөлгән күп фатирлы йортто тантаналы асыуҙан башланды. Үҙәк район дауаханаһы янында урынлашҡан был өс ҡатлы йорт өс подъездан тора. Барлығы 33 квартира, улар бер һәм ике бүлмәле. Ҡасандыр был урында хирургия бүлеге, унан һуң иһә “Айгөл” балалар баҡсаһы урынлашҡан булған.
“Төҙөлөш техникаһы һәм механизмы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөгән йорттоң дауаханаға терәлеп кенә тигәндәй тороуы торлаҡ шарттарын яҡшыртырға ынтылыусы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре өсөн айырыуса уңайлы. Быны район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев та телгә алды һәм киләсәктә йорт алдындағы балалар майҙансығы балаларҙың шат тауышынан гөрләп торһон ине, тигән теләген еткерҙе. Республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Илдар Шафиҡов менән йәмғиәт директоры Алмас Ғәлимуллин да торлаҡлы булыу шатлығын кисереүселәргә үҙенең иң изге теләктәрен яңғыратты.
Читайте нас: