Мораҙым
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Октябрь 2019, 14:44

Радий Хәбиров «ПОЛИЭФ»та аварияны бөтөрөү буйынса кисектергеһеҙ саралар күрергә ҡушты+ВИДЕО

Радий Хәбиров «ПОЛИЭФ»та аварияны бөтөрөү буйынса кисектергеһеҙ саралар күрергә ҡушты+ВИДЕО 9 октябрҙә Благовещенда «ПОЛИЭФ» асыҡ акционерҙары йәмғиәте предприятиеһының таҙартыу өсөн әҙерләнгән сәнәғәт ҡалдыҡтары һаҡланған резервуарҙарының береһендә стена емерелгән. Шуның һөҙөмтәһендә уларҙың бер өлөшө яҡын-тирә биләмәгә эләккән. Әлеге ваҡытта авария-тергеҙеү эштәре бара. Ҡорбандар һәм зыян күреүселәр юҡ. Халыҡтың һаулығына бер ни ҙә янамай.

9 октябрҙә Благовещенда «ПОЛИЭФ» асыҡ акционерҙары йәмғиәте предприятиеһының таҙартыу өсөн әҙерләнгән сәнәғәт ҡалдыҡтары һаҡланған резервуарҙарының береһендә стена емерелгән.
Шуның һөҙөмтәһендә уларҙың бер өлөшө яҡын-тирә биләмәгә эләккән.
Әлеге ваҡытта авария-тергеҙеү эштәре бара. Ҡорбандар һәм зыян күреүселәр юҡ. Халыҡтың һаулығына бер ни ҙә янамай.
Ваҡиға урынында Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү системаһының Башҡортостандағы территориаль ярҙамсы системаһы көстәре: 83 берәмек техника, 167 кеше эшләй. Эҙемтәләрҙе бөтөрөү өсөн Өфөнән 90 берәмек комммуналь махсус техника килде.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, ведомство-ара комиссия ғәҙәттән тыш хәл урынында авария сәбәптәрен асыҡлау буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Ваҡиға сәбәптәрен тикшереү дауам итә.
Әле урында ҡалдыҡтарҙы һурҙырыу бара, улар ике таҙартыу резервуарына ҡойола. Ҡалдыҡтарға, шул иҫәптән эргә-тирәләге һыу ятҡылыҡтарына лаборатор тикшереү үткәрелә.
Тораҡ пункттар һәм предприятиелар органик ҡалдыҡтар тәьҫире зонаһына инмәй. Ҡалдыҡтар ағып сыҡҡан юлда һыу алыу ҡоролмалары юҡ.
Читайте нас: