Рәсәйҙә бәлиғ булмаған балалары тәмәке тартҡан өсөн ата-әсәләргә штраф һала башлауҙары ихтимал. Хөкүмәттә шундай закон әҙерләйҙәр. Ул тәмәке тартҡан үҫмерҙәрҙең ата-әсәләренән тыш, башҡа законлы вәкилдәренә лә ҡағыла.
Балалары тәмәке тартҡан өсөн ата-әсәләргә яза биреүҙе күҙ уңында тотҡан закон проекттары бер нисә тапҡыр Дәүләт Думаһына ҡарауға индерелһә лә, хөкүмәттә хуплау тапманы һәм проект авторҙары уларҙы кире алды.