Республика көнө алдынан Ялсы ауыл биләмәһендә башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды. Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Эльвера Фәйрушина, район ветерандар советы рәйесе Ирек Сафин һәм башҡа ҡунаҡтар “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса төҙөкләндерелгән “Айгөл” балалар баҡсаһы менән танышты һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә “Аныҡ эштәр” проекты буйынса төҙөлгән стелланы асыуҙа ҡатнашты.
- “Айгөл” балалар баҡсаһына 1981 йылда нигеҙ һалынды. 40 йылға яҡын тарихы булған мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына әлеге көндә 10 бала йөрөй. Быйыл балалар баҡсаһында “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” проекты буйынса ҙур төҙөкләндереү эштәре башҡарылды: бинаның ҡыйығы заманса тимер менән ҡапланды, тәҙрә, ишектәре алмаштырылды, ихатала плитканан тротоуар һалынды. Мәғариф бүлеге ярҙамы менән бинала электр үткәргес тулыһынса алмаштырылды, территорияны кәртәләү өсөн материалдар һәм буяуҙар алынды. Ата-әсәләр һәм урындағы халыҡ та белем биреү объектын төҙөкләндереү эшенән ситтә ҡалманы, тирә-яғын кәртәләү һәм буяу кеүек эштәрҙә ярҙам итте, унан тыш 33 мең һумлыҡ матди ярҙам йыйҙы, - тип башҡарылған эштәр менән таныштырҙы балалар баҡсаһы мөдире вазифаһын башҡарыусы Зөмәриә Инсеғолова һәм баҡсаны төҙөкләндереүгә көс һалыусыларҙың барыһына ла оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Ҡунаҡтар кескәй тәрбиәләнеүселәр әҙерләгән бәләкәй генә концертты ҡарағас, учреждение менән танышты. Тыуған ауылдарында балалар баҡсаһы булыуына, уның тағы ла матурланып, төҙөкләнеп ҡалыуына ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа шатлана. Киләсәктә лә был күркәм ауылда йәш ғаиләләр, балалар һаны кәмемәҫ, ә ауыл балалар тауышынан гөрләп торор, тигән ышаныста беҙ ҙә уларға уңыштар теләйбеҙ.
Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә
Ялсы ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә стелла асыу сараһына ауылда йәшәүселәр, ошо ауылда тыуып-үҫкәндәр йыйылды.
Ауыл биләмәһе башлығы Ирек Юдаев тантаналы сараны асып биләмәлә эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһаны.
- Республика көнө алдынан ауыл биләмәһендә башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһарға тигән ниәт менән байрам ойошторолдо. Беҙҙең республика етәксеһе инициативаһы менән төбәктә бик күп программалар тормошҡа ашырыла башланы, уларҙың береһе – ауылдарҙы яҡтыртыу, уға ярашлы Хоҙайбирҙин, Ялсы, Һапаш ауылдарында эштәр башҡарылды, икенсе йылға бәләкәй ауылдарҙа ошо уҡ эштәрҙе башҡарып сығасаҡбыҙ. Юлдарҙы төҙөкләндереү проекты ла уңышлы эшләп килә. Хоҙайбирҙин ауылында Ағиҙел урамы һәм Киров утарындағы юлдарҙы төҙөкләндереү эштәре башланып тора, икенсе йыл Вәлит ауылындағы юлды йүнәтергә планлаштырабыҙ. Барлыҡ мәғариф учреждениеларына уңайлыҡтар булдырырға кәрәк, тигән ҡарар булғайны, ул да ғәмәлгә ашырылды, Һапаш башланғыс мәктәбенә һыу үткәрелде, бөтә уңайлыҡтар булдырылды, - тип биләмәлә башҡарылған эштәр тураһында ентекле һөйләне ул.
– Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә стелла “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса эшләнде. Элек стеллала һуғышта һәләк булғандарҙың ғына исем-фамилияһы яҙылған ине, һуғыштан иҫән-имен әйләнеп ҡайтҡандарҙың да исем-шәрифтәре булырға тейеш тигән ҡарарға килеп, уларҙың да исем-фамилияларын өҫтәп, стелланы гранит плитаға эшләп ҡуйҙыҡ. Проектты тормошҡа ашырырға үҙебеҙҙең егеттәр – Айҙар Исмәғилев менән Ришат Сабанчин ярҙам итте, үҙ өлөштәрен индерҙе, - тип уларға ҙур рәхмәттәрен әйтте Ирек Раял улы һәм ауыл үҫешенә ҙур өлөш индереүселәргә – Винер Ҡалҡаманов менән Рафаэль Мусинға ауыл биләмәһенең рәхмәт хаттарын һәм иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы. Шундай уҡ рәхмәт хаттарына ауыл, район күләмендә үткән күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнашыусылар – Наилә Йомаева, Ғәшүрә Ишкинина һәм Гөлнара Мусиналар лайыҡ булды.
Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев биләмәлә башҡарылған эштәргә юғары баһа бирҙе, Ялсы ауыл биләмәһен башҡаларға өлгө, үрнәк итеп күрһәтерлек хакимиәт икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, йыйылыусыларҙы үтеп киткән Ололар, Уҡытыусылар көнө һәм етеп килгән республикабыҙҙың төп байрамы менән тәбрикләне. Ғайса Ғилметдин улы тантаналы шарттарҙа Нурзилә Исмәғилеваға “БерҙәмРәсәй” партияһының урындағы бүлексәһенең Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Ауылдың имам-хатибы Әнүәр Харисов ил азатлығы өсөн ғүмерен аямай, яуҙа ятып ҡалған, һәр ҡарыш еребеҙҙе ҡан, тир һәм күҙ йәше аша яулаған, баҫыуҙарҙа тир түгеп, ауыр йылдарҙа ал-ял белмәй эшләгән һәм хәҙер яҡты донъяларҙан киткәндәр рухына аят бағышланы.
Сығыштар, ҡотлауҙар ауыл мәҙәниәт йортоноң ҡатын-ҡыҙҙар вокаль һәм “Сәсмәүер” һәүәҫкәр бейеү ансамблдәре башҡарыуындағы йырҙар, бейеүҙәр менән аралашып барҙы. Сараның тантаналы өлөшө тамамланғас, ҡунаҡтар, ауыл халҡы самауыр сәйенән ауыҙ итте.
Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.