Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Октябрь 2019, 11:49

Оло хөрмәт һеҙгә, ветеран!

Быйыл Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тула, ошо уңайҙан булдырылған миҙал төбәк үҫешенә үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте менән тос өлөш индереүселәргә – мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа өлкә ветерандарына тапшырыла. Уҡытыусылар көнө алдынан Бөйөк Ватан һуғышы һәм педагогик хеҙмәт ветераны Зәки Рәсүл улы Әмировҡа был юғары награданы район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев тапшырҙы.

Быйыл Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тула, ошо уңайҙан булдырылған миҙал төбәк үҫешенә үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте менән тос өлөш индереүселәргә – мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа өлкә ветерандарына тапшырыла.

Уҡытыусылар көнө алдынан Бөйөк Ватан һуғышы һәм педагогик хеҙмәт ветераны Зәки Рәсүл улы Әмировҡа был юғары награданы район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев тапшырҙы.

18 йәшлек кенә сағында 4 ағаһы артынан һуғышҡа алына егет, Карелия фронтында һуғыша, Курск дуғаһында барған ҡаты алыштарҙа ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышының хәл иткес көрәшендә - Курск дуғаһында барған яуҙа ҡаты яраланған яугирға 2-се төркөм инвалиды булып 1945 йылдың ғинуар айында үҙенең тыуған яғына әйләнеп ҡайтырға насип була.

Ул ваҡытта халыҡҡа ял итеү тигән төшөнсә ят була, Зәки Рәсүл улы ҡайтып төшөү менән ең һыҙғанып уҡытыусылыҡ эшенә тотона. Үҫеп килеүсе йәш быуынға 31 йыл белем һәм тәрбиә биргән Зәки Рәсүл улы 14 йылдан ашыу Хоҙайбирҙин мәктәбен етәкләй. Тормош иптәше Мөнәүәрә инәй менән улар матур донъя көтә, дүрт улға һәм ике ҡыҙға ғүмер бирә. Намыҫлы хеҙмәт юлы үткән ветеран ҡатыны өсөн өлгөлө ир була, дүрт ул һәм ике ҡыҙына - хәстәрлекле атай, ейән-ейәнсәрҙәренә - ҡәҙерле олатай.

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан үҙенең әүҙемлеген, теремеклеген юғалтмаған Зәки Рәсүл улы үҙен ҡотларға һәм миҙал тапшырырға килгән район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаевты, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Эльвера Фәйрушинаны, район ветерандар советы рәйесе Ирек Сафинды һәм мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәновты яҡты йөҙ менән ҡаршы алды, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл йәй тормош юлдашын, балаларын һары һағыштарға һалып Мөнәүәрә инәй баҡыйлыҡҡа күсә. Етмеш йылдан ашыу бергә ғүмер иткән парыңды юғалтыу ни тиклем ауыр булһа ла, Зәки Рәсүл улы ысын ирҙәргә хас булғанса ҡайғыларҙы сабырлыҡ менән үткәрә. Балалары ла аталарын иғтибар-хәстәренән ҡалдырмай. “Ауылдың иң арҙаҡлы кешеһе” исеменә лайыҡ булған ветеран әлеге көндә балаларының, айырыуса Вәсилә һәм Гөлгөнә апайҙарҙың хәстәрлегендә, ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй.

Ҡартайған көнөңдә балаларыңа кәрәк булып, уларҙың ҡәҙер-хөрмәтен тойоу үҙе оло бәхет түгелме?! “Йәш саҡтар нисек тә үтә, ҡартлыҡта бәхет кәрәк” тигән һүҙҙәрҙең асылына тап ошо мәғәнә һалынған бит...

Розалия ИСҠУЖИНА.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотоһы.


Читайте нас: