Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Октябрь 2019, 18:30

Өлкәндәргә ихтирам йөҙөнән

Әлмәс ауыл клубында Оло йәштәгеләр көнөнә арналған “Минең йылдарым – минең байлығым” тигән матур сара үтте.

Әлмәс ауыл клубында Оло йәштәгеләр көнөнә арналған “Минең йылдарым – минең байлығым” тигән матур сара үтте. Оло быуын вәкилдәрен район хакимиәте башлығы исеменән Ғәли Айытов ҡотланы. Ҙур һәм йөкмәткеле концерт программаһы менән мәктәп уҡыусылары һәм һәүәҫкәр артистар сығыш яһаны.

1-се класс уҡыусылары “Шалҡан” әкиәтенән бик ҡыҙыҡ өҙөк күрһәтте, 2-се һәм 4-се класс уҡыусылары (етәксеһе - Г. Килсенбаева) дәртле бейеүҙәрен башҡарҙы, шулай уҡ 7-се класс уҡыусылары (етәксеһе - Е.Гуменюк) “Замана әбейҙәре” тигән интермедия менән сығыш яһаны.

Һәүәҫкәр артистарыбыҙ ҙа ситтә ҡалманы, дәртле бейеүе менән Гөлиә Хәсәнова, моңло йырҙары менән Зөлфиә Зәитова, Әлфира Табулдина, Гөлнара Килсенбаева тамашасыларҙы ҡыуандырҙы.

Байрамдың икенсе өлөшөндә күңелле итеп “Самауыр байрамы” ойошторҙоҡ. Сара барышында самауыр, сәй тураһында йомаҡтар, һынамыштар, сәй эсеү тураһында ҡағиҙәләр менән танышып үттек.

Артабан самауыр сәйҙәрен эсеп, Рафаэль Айытовтың моңло гармун көйҙәренә ҡушылып Шәрифә Килсенбаева һәм Мәғәсүмә Айытова үҙәренең йыр-моңдарын өләште. Шулай итеп, самауырға бәйле ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе иҫкә төшөрөп, йыр-моң менән байрам дауам итте. Йөҙйәшәр Хәбирә инәй Айытованың ҡатнашыуы байрамға йәм өҫтәне.

Матур сараны үткәреүҙә ярҙам иткәндәре өсөн “Тәүәкән” йәмғиәтенең директоры Урал Ибраһимовҡа, Зөлфәт Аҡкилдинға, байрамға тәмле, татлы ризыҡтар әҙерләүсе Гөлфиә Киленбаеваға, Клара Килсенбаеваға һәм Әлфира Киленбаеваға рәхмәтле булып ҡалдыҡ.

Әлфира Табулдина,

Әлмәс ауыл китапханаһы мөдире.


Читайте нас: