Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Октябрь 2019, 17:39

Зариф Байғусҡаровтың бер эш көнө

1 октябрҙә РФ Дәүләт Думаһы депутаты, парламенттың дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты ағзаһы Зариф Байғусҡаров тыуған яғы – Күгәрсен районында булды һәм Ҡалдар, Түләбай, Мораҡ ауылдарында Ололар көнөнә арнап үткәрелгән сараларҙа ҡатнашты, төштән һуң граждандарҙы шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итте.

1 октябрҙә РФ Дәүләт Думаһы депутаты, парламенттың дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты ағзаһы Зариф Байғусҡаров тыуған яғы – Күгәрсен районында булды һәм Ҡалдар, Түләбай, Мораҡ ауылдарында Ололар көнөнә арнап үткәрелгән сараларҙа ҡатнашты, төштән һуң граждандарҙы шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итте.

Депутаттың эш маршруты Ҡалдар ауылындағы мәҙәниәт усағынан башланды. Бында оло йәштәгеләр хөрмәтенә арнап ойошторолған күркәм сараға ауылдың өлкән йәштәге инәй-бабайҙары – ғүмерҙәрен фиҙаҡәр хеҙмәткә арнап, әле хаҡлы рәүештә ялда булыусы өлкән быуын кешеләре саҡырылғайны. Фойела мәктәп уҡыусылары тарафынан йәрминкә ойошторолһа, ололар тамашалар залындағы һый-хөрмәт тулы өҫтәлдәр артынан урын алды.




Аҙҙан ғына – күңел була, тиҙәр. Йылына тик бер генә килгән байрамда оло йәштәгеләр хөрмәтенә бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде, йыйылыусыларҙы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Бикбулатов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Эльвера Фәйрушина ихлас тәбрикләне. РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та яҡташтарына тик изге теләктәрен юлланы, үҙ эшмәкәрлеге, эле эшләп килгән һәм яңы йылдан үҙ көсөнә инәсәк закондар менән таныштырҙы.

Зариф Закир улы байрамға буш ҡул менән килмәгән ине, Ҡалдар һәм Түләбай мәҙәниәт усаҡтарына уның хәстәрлеге менән теннис һәм бильярд өҫтәлдәре алынһа, Түләбай халҡының тағы ла бер наказын үтәне депутат – байрамдарҙы күңелле итеп уҙғарырға теләгән ауыл халҡына баян бүләк итте.


***

Ҡабул итеүҙә 20-гә яҡын кеше булды. Улар күтәргән мәсьәләләр араһында шәхси мәнфәғәтте ҡайғыртҡандары ла, халыҡты борсоған, көнүҙәктәре лә бар ине.

Зариф Закир улы ярҙам итеренә ышанып, күҙ терәп килгән райондаштарын иғтибар менән тыңланы, кәрәкле мәғлүмәт алыу һәм мәсьәләне төптәнерәк өйрәнеү өсөн урындағы етәкселәрҙе лә йәлеп итте.

Билдәле булыуынса, Зариф Закир улы депутат булып һайланғансы оҙаҡ йылдар республиканың суд приставтары эшмәкәрлеген етәкләне, шуға күрәлер ҙә халыҡтың күбеһе уға тап ошо өлкәгә ҡағылышлы һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Был юлы ла алимент түләмәүсе атай кешене эҙләп табырға, унан аталыҡ бурысын ҡаплатырға теләүселәр байтаҡ булды.

Ғүмере буйы мәғариф өлкәһендә эшләп, хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ булған ветеранды айлыҡ түләүҙәрҙең күптәндән индексанцияланмауы борсоно.

Хәҙерге заманда мутлашыусылар, еңел юл менән – кешене ялдап аҡса эшләгән кешеләр, айырыуса йәштәр, күбәйҙе шул – ана шулар тоҙағына эләккән мәғариф ветераны аҡсаларын нисек кире ҡайтарып булыр икән тигән һорау менән мөрәжәғәт итте.

2016 йылда уҡ ағас алырға сиратҡа баҫҡан ғаилә башлығы сираттың һаман етмәүенә борсолдо, Зариф Закир улы хәҙер урман алыуға электрон сират барлығын аңлатып, был мәсьәлә буйынса тағы ла белешеп ҡарарға һүҙ бирҙе.

Йәш сағынан хаҡлы ялға сыҡҡансы фермала эшләгән, ғүмере фиҙаҡәр хеҙмәттә үткән ҡатынына пай ере бирелмәүен, хәҙер шуны юллап булыу-булмауын белеште инде һигеҙенсе тиҫтәһен тултырырға йыйынған уҙаман. Ул һорауҙы ҡабул итеүҙәрҙә йыш күтәрәләр, пай ерҙәре бүленгәндә бөтәһен дә иҫәпкә алмағандар, иҫәптән төшөп ҡалғандар ҙа был һорауҙы ваҡытында түгел, ә апаруҡ йылдар үтеп киткәс кенә күтәреп сыға. Пай ерҙәрен бүлеү, межалау, хосусилаштырыу ваҡыты күптән үткән, хәҙер пай ерҙәрен алыу мөмкин түгел икәнлеген аңлатты депутат.


Бынан 30-50 йылдар элек үҙ аҡсаларын төрлө фирмаларға һалған оло йәштәгеләр уларҙы кире ҡайтарып булмаҫмы тип һораны. Күптән ябылған фирмаларҙан аҡсаны ҡайтарып түгел, бер өлөшөн дә алып булмаясағына асыҡлыҡ индерелде.

Һалым, микрозайм биреүсе ойошмаларға ҡағылышлы һорауҙарға асыҡлыҡ индерергә теләп, Волостновка яҡтарына автобустың көн һайын йөрөмәүенә зарланып мөрәжәғәт итеүселәр ҙә булды.


Бер ғаилә башлығы төҙөй башлаған өйөн һалып бөтөргә, йәш ғаилә газ үткәрергә ярҙам итеүҙәрен һораны. Депутат тәүгеһенә ауыл биләмәләрен үҫтереү, ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн махсус программалар эшләүен аңлатһа, газ мәсьәләһенә лә асыҡлыҡ индерҙе, тармаҡ етәксеһенән эште тиҙләтеүҙәрен һораны.


Зариф Закир улы бөтә мөрәжәғәттәрҙе лә үҙ контроленә алды, уларҙың бер өлөшө урында уҡ хәл ителде, бер өлөшө буйынса аңлатмалар бирелде – бер кем дә ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо менән сығып китмәне: ҡайһы саҡта иғтибар, йылы һүҙ, урынлы кәңәш, һүҙ ярҙамы ла етә шул ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәргә.

Розалия ИСҠУЖИНА.


Читайте нас: