Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Октябрь 2019, 10:34

Йәшәү йәмле тоя белһәң генә

Ғүмер көҙҙәрендә лә ҡартлыҡҡа бирешмәй, күңел матурлығын юғалтмай йәшәгән инәйҙәрҙең, ғәҙәттә, йөҙҙәренән нур бөркөлә. Киләһе йыл туғыҙ тиҫтәһенә аяҡ баҫырға йыйынған Миңлекамал инәй Ғәйнуллинаның да эске булмышы, бар донъяға һөйөп бағыуы күҙҙәренән үк сағыла...

Ғүмер көҙҙәрендә лә ҡартлыҡҡа бирешмәй, күңел матурлығын юғалтмай йәшәгән инәйҙәрҙең, ғәҙәттә, йөҙҙәренән нур бөркөлә. Киләһе йыл туғыҙ тиҫтәһенә аяҡ баҫырға йыйынған Миңлекамал инәй Ғәйнуллинаның да эске булмышы, бар донъяға һөйөп бағыуы күҙҙәренән үк сағыла...

Ишембай районының Көҫәпҡол ауылында 60 йәшлек атаһы менән 40 йәшлек әсәһенең тормошона ҡот-нур өҫтәп донъяға килгән ҡыҙ бала сағын хәҙер инде ҡасандыр күргән төш кеүек кенә хәтерләй. Атаһы хәстәрлекле, бөтмөр кеше, оҫта балыҡсы, һунарсы була, лавка тота, колхоз ойошторолған йылдарҙа кулак мөһөрө тағылып ситкә һөрөлгәс, 5 йыл себерҙә нужа һурпаһын һемереп ҡайта. Уның йонсоп, миктәп өйгә ҡайтып ингән мәле лә күҙ алдында Миңлекамал инәйҙең, бәлки иҫендә лә ҡалмаҫ ине – ғүмерҙә күрмәгән кедр сәтләүеген атаһы ҡулынан алыуы хәтеренә ныҡ уйыла.

Отҡор була буласаҡ уҡытыусы – 4 йәшлек сағында уҡ үҙенән өс йәшкә оло апаһының ыңғайына шиғырҙар ятлай, хәрефтәр өйрәнә. Алдан ҡыҙыҡһыныуы көслө булғас, мәктәптә уҡыу еңел бирелә, 8-се кластан һуң бөтә фәндәрҙе рус теленә күсергәс тә бирешмәй, тырышлығы менән алдыра.

80-90 йәштәрҙәге өлкәндәрҙең хәтеренә иң ныҡ уйылғаны, әлбиттә, һуғыш йылдары. “Колхоздың бар эше ҡатын-ҡыҙҙар, үҫмерҙәр һәм ҡарт-ҡоролар иңендә булды. Беҙ ҙә уҡыуҙан тыш ваҡытта яҙлы-көҙлө баҫыуҙан ҡайтып инмәнек. Аслы-туҡлы йөрөп, үлән ашаһаҡ-ашаныҡ, әммә дөйөм байлыҡҡа ҡул һуҙманыҡ. Закон да ҡаты ине бит, көнбағыш, иген һуғып ҡайтырға сыҡҡанда кеҫәләребеҙҙе аҡтармайынса ҡалмайҙар ине.

Ул йылдарҙың ауырлығы бөтәбеҙҙең дә үҙәгенә үткәнгәлер ҙә, Еңеү көнөн ерҙәге иң ҙур шатлыҡ итеп ҡабул иттек, балалар ғына түгел, уҡытыусылар ҙа, хатта мәктәп директоры Мәфтуха Ғиниәт ҡыҙы ла ҡыуаныстан иланы”, - тип хәтерләй ул осорҙо.

Табип булырға, һаулыҡҡа туйына алмаған әсәһенә ярҙам итергә теләй ҡыҙ. Тик, хыялланыу менәнме ни, медицина юлынан китер өсөн Өфөгә уҡырға барырға кәрәк. Оҙаҡ уйлағас, ҡайтып йөрөргә лә яҡын, аҡса яғынан да еңелерәк булыр тип, алыҫ китеп тормай, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы уҡытыусылар институтына барырға хәл итә. 1950 йылда ҡулына физика-математика уҡытыусыһы тигән диплом алған йәш уҡытыусы беҙҙең районға эшкә ебәрелә.


Мәҡсүт балалар йортоноң Сәйетҡолға күскән генә ваҡыты ине. Өс ҡыҙ – мин, Мәрйәм Сәлимгәрәева, Наилә Кәримова бергә килдек. Хәсән ағай Мәжитов директор ине. Килеп төшкәс тә беҙҙе Сәғитйән ағай Сәйетбатталовтарға фатирға индерҙеләр. Ул саҡтарҙа кешеләрҙең шул тиклем дә киң күңелле булыуҙарына хайран ҡалырлыҡ: Сәғитйән ағай менән Асия еңгә, ике балаһы һәм әсәләре – үҙҙәре бишәү булып, өйҙәренең алғы яҡ бүлмәләрендә торһа, төп яҡта беҙҙән тыш, йәнә өс уҡытыусы. Алыҫтан килгәс, урын кәрәк-ярағы алып килеп тә булмай, түшәк тышына әллә һалам, әллә йүкә тултырҙыҡ, уныһын хәҙер иҫләмәйем инде. Элек уҡытыусылар иңенә мәктәптән тыш эштәрҙе лә өйәләр ине: көндөҙ мәктәптә уҡытһаҡ, төштән һуң йә сөгөлдөргә, йә ырҙын табағына йөрөнөк, агитация эше хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.

Тейешле өс йылымды эшләйем дә ҡайтып китәм, тип уйлағайным, әммә эсәр һыуҙарым был яҡта булғандыр инде: ошо йылды әсәйем вафат булды, үҙем ете йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡан Зөбәйер менән яҙмышымды бәйләнем, - ти ғүмер юлын байҡап Миңлекамал Сәхәүетдин ҡыҙы.

Төп эшенән тыш, донъя көтөргә лә, балалар үҫтерергә лә өлгөрә йәш килен. Тәүге йылдары ҡайны-бейеме, ҡарт бейеме, ике бикәсе, ҡәйнеше менән йәшәһәләр, аҙаҡ үҙҙәре яңы нигеҙ ҡора. Донъя көткәндә төрлө ҡул эшенә оҫталығы, тегеүгә маһирлығы бик тә ярап ҡала – ул теккән күлдәк-костюмдар яҡындарының тәнен генә түгел, күңелен дә йылыта. Бейеменең 400 йомортҡа һатып алып биргән теген машинаһы хәҙер инде ғаилә ҡомартҡыһына әйләнгән.

Әйткәндәй, тормош иптәше – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Зөбәйер Ғөзәйер улы ла уның һымаҡ уҡытыусы була, биологиянан уҡыта, 16 йыл мәктәп директоры вазифаһын атҡара. Һөйгәненең ҡулын һорап ҡайынбикәһенә яҙған хатындағы “Алтын тауҙар вәғәҙә итмәйем, әммә һеңлегеҙҙе бәхетле итермен” тигән вәғәҙәһен үтәй: ҡатынына һәр ваҡыт ихтирам менән ҡарай, балалары – улдары Азат менән Дауыт һәм ҡыҙҙары Диана, Рәйсә, Сәриә алдында ла уның абруйын юғары тота.

Ауыл ерендә уҡытыусы һәр ваҡыт күҙ менән ҡаш өҫтөндә – Миңлекамал Ғәйнулла ҡыҙы белемле, ипле, талапсан мөғәлимә булыуы менән ауылдаштары алдында хөрмәт ҡаҙана. Шуныһын да билдәләмәү мөмкин түгел: хаҡлы ялға сығыуына байтаҡ йылдар уҙһа ла ысын уҡытыусыларға хас сифаттарын юғалтмаған ул: иплелеге, матур итеп һөйләшеүе, төплө фекер йөрөтөүе - эске мәҙәнилеге бар булмышында ярылып ята.

- Сәйетҡолға тәүге тапҡыр аяҡ баҫыуыма киләһе йыл 70 йыл була. Ҡышҡыһын Өфөлә кесе ҡыҙым янында йәшәһәм дә, яҙ етеү менән талпынып ауылыма ҡайтам. Олоғайғас, ғүмер иткән өйөң, ауылың тағы ла ҡәҙерлерәк була бара икән. Матурлығын күрә белһәң генә тормош матур, һәр кемгә лә йәшәү тәмен татып йәшәргә яҙһын, - ти ағинәй.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.




Читайте нас: